Ҡәҙимге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙән тыш, был байрамда тағы бер нисә ябай талапты теүәл үтәгеҙ:
- Шыршыны ныҡлы нигеҙгә беркетеп, бүлмәнән инеү-сығыуҙы ҡапламаҫлыҡ итеп урынлаштырығыҙ, уны шәмдәр һәм тиҙ ҡабыныусан уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ. Заводта етештерелгән гирляндалар менән генә яҡтыртығыҙ, уларҙың ярашлылыҡ сертификаты булғанын ғына һатып алығыҙ. Шыршыға элер алдынан гирлянданың төҙөклөгөн, һәйбәт эшләүен тикшерегеҙ. Уның шнуры зарарланмаған булырға, ә бөтә лампочкалары янырға, штекеры розеткаға тыҡҡанда ҡыҙмаҫҡа һәм осҡонланмаҫҡа тейеш. Шундай етешһеҙлектәрен күреү менән гирлянданы токтан алырға кәрәк. Торлаҡты, ихатаны, ҡоймаларҙы һәм ағастарҙы биҙәү өсөн махсус тәғәйенләнгән гирляндалар ҡулланығыҙ. Электрға тоташтырылған гирляндаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бина эсендә бенгаль уттарын ҡабыҙырға, хлопушка һәм майшәмдәр ҡулланырға рөхсәт ителмәй.
Пиротехник әйберҙәр менән эш иткәндә бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә кәрәк:
1. Уларҙы тик махсуслаштырылған магазиндарҙан ғына алығыҙ.
2. Һатып алғанда мотлаҡ яраҡлылыҡ ваҡытын, ярашлылыҡ сертификатын һәм ҡабының торошон тикшерегеҙ – ваҡыты сыҡҡан, йә еүешләнгән пиротехника эшләмәҫкә мөмкин. Уны ҡоро урында, йылытыу приборҙарынан һәм балаларҙан алыҫта һаҡлағыҙ.
3. Ҡабыҙыр өсөн янып китерҙәй әйберҙәрҙән таҙартылған дөрөҫ майҙан (кәмендә 50х50 м) һайлағыҙ. Фитилде һуҙылған ҡул алыҫлығынан яндырығыҙ. Фитиль 3-5 секунд яна. Ситкә осҡан осҡондо һүндереүе бик ауыр, шуға ла ул ҡулға килеп тейһә, тән бешәсәк. Пиротехника менән эш иткәндә тәмәке тартыу тыйыла.
Ҡарап тороусыларға пиротехника осоролған майҙансыҡтан 15-20 метр алыҫлыҡта, елгә ҡаршы яҡлап торорға кәрәк. Торлаҡ йорттар һәм башҡа ҡаралтыларға яҡын урында үргә атылыусы әйберҙәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла: уларҙың осоу траекторияһын алдан белеп булмай, сарҙаҡҡа, ҡыйыҡҡа эләгеп, янғын сығарыуы ла бар. Көслө ел ваҡытында пиротехника осороу ҡәтғи тыйыла
4. Пиротехниканы өлкән, айныҡ кеше генә ебәрһен, уны осороуҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ (бенгаль уттары, хлопушкаларҙы ярай).
5. Һатып алған фейерверктың инструкцияһын - ҡайҙан яндырырға, ҡайҙа йүнәлтергә, нисек урынлаштырырға - ентекләп уҡығыҙ.
6. Фейерверк османы икән, нимә булды тип ҡарарға йүгермәгеҙ – браклы салют һуңлап ҡабыныуы ихтимал. Фейерверк быҫҡып ятмағанына ышаныр өсөн ун минут көтөгөҙ. Ҡабынмаған пиротехниканы йүнәтеп икенсе тапҡыр файҙаланырға ярамай. Ҡулдан яһап алынған пиротехник әйберҙәрҙе ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
7. Салютҡа әҙерләнгәндә янғын һүндереү саралары алырға онотмағыҙ – фейерверк ҡалдыҡтарын йәки ут ҡапҡан әйберҙәрҙе һүндереү өсөн. Янғын сыға ҡалһа, яныусы фейерверкты одеял, куртка йәки бүтән шундай туҡыма әйбер ҡаплап һүндерергә тырышмағыҙ – фейерверктарҙың күптәре кислород килмәһә лә яна. Һүндереү өсөн ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе йәки огнетушитель ҡулланығыҙ.
* Бенгаль шәмдәренең осҡонона бешмәҫ өсөн уны һабынан 30-45 градус ауышлыҡта тотоғоҙ;
* Хлопушканан осоп сыҡҡан серпантин һәм ҡағыҙҙарҙың тиҙлеге ярайһы ҙур, шуға уларҙы кешеләргә йүнәлтеп осорорға ярамай;
* Ракетаны дөрөҫ осорор өсөн уның стабилизаторының 1/3 өлөшө тиклемен ергә ҡаҙарға кәрәк. Стабилизаторы һынған, зарарланған йәки ҡулдан эшләнгән ракеталарҙы осорорға ярамай;
* Рим шәмдәрен ҡабыҙырҙан алда ышаныслы итеп беркетергә кәрәк. Бының өсөн уларҙы осорор алдынан оҙонлоғоноң 1/3 өлөшө тиклем ҡарға йәки ергә күмәләр, йәиһә таяҡҡа бәйләп ҡуялар;
* салют батареяларын, фонтандарҙы осорорҙан алда, аумаһын өсөн, кирбестәр, таштар менән ураталар, йәиһә ҡарҙы тапап күмәләр.
Илшат САТТАРОВ,
Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы.