Белгес аңлата
15 Января , 05:58

Ни өсөн ҡышын өйҙәрҙә янғындар йышыраҡ сыға

Һыуыҡтар башланыу менән, ҡотҡарыу хеҙмәттәре янғындар һанының артыуын теркәй. Үҫеш уртаса 30 процент тәшкил итә.

Ни өсөн ҡышын өйҙәрҙә янғындар йышыраҡ сығаНи өсөн ҡышын өйҙәрҙә янғындар йышыраҡ сыға
Ни өсөн ҡышын өйҙәрҙә янғындар йышыраҡ сыға

Белгестәр әйтеүенсә, янғындарҙың төп сәбәптәренең береһе – газ сығыуы. Кемдер йылыныр өсөн газ плитәһен тоҡандыра һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдыра. Өлкән йәштәгеләргә айырыуса иғти­барлы булырға кәрәк: ғәҙәттә, улар конфоркаларҙы аса, әммә газды тоҡан­дырырға онота. Кемдер фатирында газ баллоны ҡуллана, былай эшләргә бөтөнләй ярамай. Әгәр газ сығып торһа, һәләкәткә тарыу хәүефе бермә-бер арта, сөнки йортта янғынға сәбәп булырлыҡ сығанаҡ табыласаҡ. Мәҫәлән, утты ҡабыҙыу, тәмәке тоҡандырыу һәм башҡалар.
Йылытҡыстар менән һаҡ булығыҙ
Һыуыҡ осорҙа бүлмәләрҙәге температураны күтәреү теләге тыуа һәм кешеләр бер генә түгел, бер нисә йылытҡыс ҡуллана башлай. Әммә был осраҡта электр селтәренә көсөргәнеш арта. Хәҙерге йорттарҙың күптәрендә автоматтар тора: селтәргә көсөргәнеш артыу менән, улар һүнә. Ә бына иҫке йорттарҙа сымдар ҙа көсһөҙ, һаҡлағыс та юҡ, шуға күрә бында йылытҡыстар менән бик һаҡ булырға кәрәк.
Һеҙ файҙаланған бөтә йылытҡыстар заводта етештерелгән булырға тейеш. Майлы һәм спираль рәүешендәге йылытыу ҡорамалдары иң хәүефһеҙҙәре һанала.
Йылытҡысты пәрҙәләрҙән һәм йыһаз­дарҙан хәүефһеҙ аралыҡта ҡуйығыҙ. Уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Төнгөлөккә зарядканы һүндерегеҙ
Йылытҡыстар менән сағыштырғанда, зарядка – иғтибарға лайыҡ булмаған ваҡ-төйәк кеүек. Әммә аккумуляторҙар, пауэрбанктар, саң һурҙырғыс роботтар зарядкаһы арҡаһында ла янғындар йыш сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан статистика мәғлүмәттәрен еткерҙеләр: зарядка хәлендәге аккумулятор батареяларының янып китеүе арҡаһында илдә көн һайын өстән алып унға тиклем янғын теркәлә. Шуға күрә телефонды төнө буйы заряд йыйҙырыу хәүефле икәнен белергә кәрәк.
Мейестең торошон күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ
Статистика буйынса, ҡышҡы янғындарҙың 80 проценты шәхси секторға тура килә. Ҡайһы бер ауылдарҙа кешеләр әле булһа мейес менән ҡуллана, ләкин уның торошон иғтибарҙан ситтә ҡалдыра.
– Тикшереүҙәр шуны күрһәтә: квалификациялы мейесселәр ҡалмаған тиерлек, ә граждандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мейестәрҙе төҙөк хәлдә тотоуҙы һәм йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙе һәр ваҡыт дөрөҫ үткәрмәй, – ти төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Владимир Горин.
Ҡыш башланыр алдынан мейесте мотлаҡ тикшерергә һәм ремонтларға, төтөн сығыу юлын ҡоромдан таҙартырға, аҡларға кәрәк. Мейесте тыштан матур булһын өсөн түгел, ә ярыҡтарҙы күреү еңелерәк булһын өсөн аҡлайҙар: төҙөк булмаған осраҡта аҡ фонда төтөндән ҡара эҙ тиҙ күренә. Яға торған «ауыҙы» яғындағы иҙәнгә 70х50 сантиметр ҙурлығындағы металл табаҡ һалырға кәрәк. Мейесте ныҡ ҡыҙыу яҡмағыҙ һәм тоҡандырыу өсөн бер ҡасан да бензин, кәрәсин һәм башҡа еңел яныусан шыйыҡсаларҙы ҡулланмағыҙ.
Әгәр өйҙә бәләкәй балалар булһа, улар янғындың хәүефле булыуын, берәй ерҙә ут тоҡанһа, үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеген белергә тейеш.
Өйҙә тәмәке тартмағыҙ
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ошо көндәрҙә янғында йышыраҡ һәләк булғандарҙың социаль портреты менән таныштырҙы. Ғәҙәттә, улар – ауыл ерендә йәшәгән, спиртлы эсемлектәр ҡулланған һәм йыш ҡына өйҙә тәмәке тартҡан 50 йәштән өлкән яңғыҙ ир-егеттәр.
Мәҫәлән, 9 декабрҙә янғын Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында йәшәгән 58 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙгән. Кирбес гараждағы янғында бер ир һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер ай элек уның өйө тулыһынса тиерлек янған. Ул саҡта янғынға тәмәке тартҡандағы һаҡһыҙлыҡ сәбәпсе булған. Уның үлеме менән тамамланған икенсе осраҡта ла сәбәп шул уҡ булып сыҡҡан.

 

2025 йылда республикала 7200-ҙән ашыу янғын булған. Уларҙа 183 кеше, шул иҫәптән 12 бала һәләк булған.

 

Мөһим!
Өйөгөҙгә янғын тураһында иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйығыҙ. Төтөндө һиҙеү менән, улар тирә-яҡҡа көслө тауыш менән хәбәр итә. Ҡорамалдағы батареяларҙы ваҡытында алмаштырып тороғоҙ.

 

Ҡотҡарыусыларҙан кәңәштәр
Йортта ҙур булмаған янғын сыҡһа, нисек һүндерергә?
  Аш-һыу бүлмәһендә ҡулланған таҫтамал яна башлаһа, уны раковинаға ташлап, өҫтөнә һыу ағыҙығыҙ. Әгәр раковина алыҫ урынлашһа йәки һыу булмаһа, янған әйберҙе таҡта, кәстрүл ҡапҡасы йәки шул уҡ таҫтамалдың осо менән ҡаплағыҙ.
  Табалағы май яна башлаһа, шунда уҡ ҡапҡас менән ябығыҙ һәм плитәне һүндерегеҙ. Янған май өҫтөнә һыу һибергә ярамай, сөнки ул сәсрәп, битегеҙҙе, ҡулығыҙҙы бешереүе, башҡа урындарҙа янғын сығарыуы ихтимал.
  Сүп-сар биҙрәһе, берәй ҡумталағы әйберҙәр йәки подъездағы почта йәшнигендә гәзит-журналдар яна башлаһа, шунда уҡ һыу һибегеҙ.
  Фатирҙа көйгән сым еҫе сыҡһа, дөйөм электр һүндергесте (автоматты) һүндерегеҙ. Өйөгөҙҙәге электр утын һүндереү урынын өлкәндәр ҙә, мәктәп йәшендәге балалар ҙа белергә тейеш.

 

Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас