Мәктәп уҡыусылары араһында Гөлнур Яҡупова призына “Табын” гәзите район мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған “Өмөтлө ҡәләм” конкурсы йылдан-йыл киңерәк ҡолас алып, быйыл да бәйгелә районыбыҙ мәктәптәренән һәләтле уҡыусылар ҡатнашты. Уҡыусыларҙың конкурсҡа ебәрелгән шиғырҙары “Табын” район гәзите биттәрендә донъя күрә барҙы. Уҡыусыларҙың әҫәрҙәрендә ихласлыҡ, ябайлыҡ, матурлыҡ сағылыш тапҡан.
Балаларҙың күңеленә ижад ойотҡоһо һалған, үҙендә түҙемлек, көс табып нисә йылдар ошо бәйгене алып килгән Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына ижад байрамында ҡатнашыусылар рәхмәтле булып таралышты. Яңы шытым ебәргән ижадсыларҙың бер ваҡытта ла өмөттәре өҙөлмәһен, улар үҫеп сәскә атһын, киләсәктә лә илһамланып ижад итһендәр.
Сара тураһында тулыраҡ "Табын" гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.