Бөтә яңылыҡтар
10

Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек

“Табын” район гәзите коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға даими ярҙам итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ менән редакцияла әленән-әле ойошторолған осрашыуҙар мәлендә уларға нимәләр кәрәклеген белешеп, сираттағы һәр гумконвойҙы әҙерләүҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, беренсе кәрәк-яраҡтар туплап посылкалар оҙатабыҙ. 

Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек

Бына бөгөн дә республика кимәлендә иғлан ителгән “Минең милли ризығым” флешмобы сиктәрендә  Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е менән берлектә ойошторған  сарала коллективыбыҙ менән ҡатнашып, Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ебәреү өсөн сәк-сәк бешерҙек. "Табын" гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, журналистар Индира Ишкина, Мәрхәбә Собханғолова, Әлфиә Вәлиева һәм фотохәбәрсебеҙ Ҡасим Латипов  гәзиттең логотибы төшөрөлгән футболкалар кейеп, сәк-сәк эшләгәндә кәрәкле татлы бал тотоп гимназияға килеп етеүгә ашхананың бер залында бешереү урындары әҙерләнгән дә ине. Гимназия директоры Гөлсөм Монасипова, “Алтын ҡурай” етәксеһе Гөлшат Урманшина, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Мигунова был сараның ни тиклем мөһим икәнлеге, йөрәк йылыһы ҡушып бешерелгән милли ризығыбыҙҙың Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөбөҙ булыуы тураһында һөйләп үттеләр. Был сара  гимназияның йәш Шайморатовсылары өсөн оҫталыҡ дәресе лә булды. Флешмобта Махсус хәрби операцияла шулай уҡ ҡәҙерле кешеләрен юғалтҡан  Әлфиә Вәлишина менән Гөлсинә Шафиҡова  ҡатнашты.

“Алтын ҡурай”ҙың республика ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә оҫта сәк-сәк бешереүселәре тип танылған  Динә Платонова һәм Зифа Топычканова етәкселегендә  эш бик ырамлы барҙы. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы  уҡыусы ҡыҙҙар ғына түгел, малайҙар ҙа тырыш булып  сыҡты. Ҡамыр баҫып-йәйергә лә,уны ҡырҡып ҡаҙанда көйҙөрмәй-таштырмай  бешерергә лә йәһәт өйрәнделәр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында  табаҡ-табаҡ сәк-сәк бешереп, уны бал менән бутап әҙер контейнерҙарға тултырып та өлгөрҙөк.

 Беренсе дәрестә  ауыҙҙа иреп торған тәмле сәк-сәк һалынған 100-ҙән ашыу контейнер “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән яҙыулы  посылкаларға һалынды.  Ә оҫталыҡ дәресе дауам итеп, йәш Шайморатовсыларҙы икенсе уҡыусылар алмаштырҙы...

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

(Был сара тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ).

Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Яугирҙарға сәк-сәк бешерҙек
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: