Башта Йәштәр үҙәге етәксеһе Рәшиҙә Фәйез ҡыҙы изге эшкә йыйылыусыларҙы оҫталыҡ дәресенең маҡсаты һәм темаһы менән таныштырып үтте.
- Өй формаһында эшләнгән бетеү - тыуған йорт йылыһы символы һәм ул ышаныслы тыл, ғаилә, именлек, тыныслыҡты кәүҙәләндереп, яугирҙарыбыҙға көс-дәрт өҫтәр, уларҙы иҫән-һау һәм Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуға рухландырыр, - тине ул.
Уҡыусыларҙың барыһы ла илһамланып, шул уҡ ваҡытта тулҡынланып эшкә тотондо. Үҙҙәре эшләгән бетеүҙең һәр сәнсеменә, һәр йөйөнә күңел түренән сыҡҡан изге уй-теләктәрен, күңел йылыһын һалып эшләнеләр. Эш араһында махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеге, яҡты һәм хәүефһеҙ киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямай көрәшкән яугирҙар, тылдағыларҙың ярҙамы һәм ышанысы улар өсөн бик әһәмиәтле, мөһим булып, көс-рух өҫтәүе хаҡында фекер алыштылар.
Өй формаһындағы бетеүҙәрҙе тегеп бөткәс, уның уртаһына “Өйҙә көтәбеҙ!” тип сигеп яҙып та ҡуйҙылар.
Уҡыусы балалар эшләгән был бетеүҙәр яҡташтарының күңел йылыһын, ышаныс-өмөтөн һәм һөйөүен еткереп, яугирҙарҙын рухын нығытыр, ә тыуған йорт йылыһы символы булған был бетеүҙәр уларҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап-ҡурсалап йөрөтөр, тип ышанабыҙ. Сөнки һәр бетеүгә балаларҙың изге теләктәре менән ҡайнар йөрәк йылыһы ла һалынған һәм, әлбиттә, барыбыҙ ҙа яугирҙарыбыҙҙың Еңеү менән иҫән-һау үҙҙәрен түҙемһеҙләнеп көткән яҡындары янына, тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
М.Мәмәтҡолова.