“Минең милли ризығым” флешмобы сиктәрендә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е менән берлектә ойошторған сараға беҙҙең “Табын” гәзите коллективы ла ҡушылып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ебәреү өсөн сәк-сәк бешерҙек. Был сара гимназияның йәш Шайморатовсылары өсөн оҫталыҡ-дәресе лә булды. Флешмобта махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна, шулай уҡ ҡәҙерле кешеләрен юғалтҡан Әлфиә Вәлишина менән Гөлсинә Шафиҡованың да ҡатнашыуы уҡыусылар өсөн уның тәрбиәүи әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы.
“Алтын ҡурай”ҙың республика ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә оҫта сәк-сәк бешереүселәре тип танылған Динә Платонова һәм Зифа Топычканова етәкселегендә эш бик ырамлы барҙы. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы уҡыусы ҡыҙҙар ғына түгел, малайҙар ҙа тырыш булып сыҡты. Ҡамыр баҫып - йәйергә лә, уны ҡырҡып ҡаҙанда көйҙөрмәй-таштырмай бешерергә лә йәһәт өйрәнделәр. Үҙе менән бергә эшләгән Айҙар Дәүләтбаевты, мәҫәлән, Любовь Александровна “әҙер шеф-повар” тип маҡтаны.Шулай уҡ беҙҙең менән бер команда булып эшләгән Азалия Басариева, Илнара Дауытова, Илнар Мөхәмәтшин, Радмир Ғәзизов, Айҙар Иҙрисов, Асҡар Сабитов та тырышып, еренә еткереп эшләне. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында табаҡ-табаҡ сәк-сәк бешерелде.
Беренсе дәрестә үк ауыҙҙа иреп торған тәмле сәк-сәк һалынған 100-ҙән ашыу контейнер “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән яҙыулы посылкаларға һалынды. Ә оҫталыҡ дәресе дауам итеп, йәш Шайморатовсыларҙы икенсе уҡыусылар алмаштырҙы.
Сәк-сәк бешереү өсөн кәрәкле бөтә продукцияны, шул иҫәптән этикеткалар йәбештерелгән контейнерҙарҙы ла “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е әҙерләп килтергәйне.
- Гимназия уҡыусылары менән бындай оҫталыҡ-дәрестәре беренсе тапҡыр ойошторолмай. Йылдың-йылы ойошманың шеф-поварҙары менән берлектә уҡыусылар төрлө милли ризыҡтарҙы әҙерләргә өйрәнә. Былтыр, мәҫәлән, халҡыбыҙҙың яратҡан милли ризыҡтарының береһе булған ҡыҫтыбыйҙы бешереп өйрәндек, хәҙер инде балалар туҡмас та киҫә белә, ҡуллама ла бешерәләр. Һәр төрлө ризыҡтың рецебы менән дә таныштар. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, - ти предприятиеның етәксеһе Гөлшат Урманшина.
Был көндө Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ғына махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға оҙатыу өсөн тәмле сәк-сәк тултырылған 200-ҙән ашыу контейнер әҙерләнде һәм улар яугирҙарға оҙатыу өсөн ирекмәндәр штабына тапшырылды.
Балалар изге теләктәрен, күңел йылыһын ҡушып әҙерләгән милли ризыҡтар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың күңелдәрен йылытып, еңеүгә рухландырһын.
Мәрхәбә Собханғолова.