Бөтә яңылыҡтар
10

Ышаныслы тыл – еңеү нигеҙе

Бөгөн һәр кем махсус операция тиҙерәк тамамланып, илдә именлек, тыныслыҡ урынлашһын һәм ут эсендә йөрөгән яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә. Ошо уй-теләк барыһын берләштереп, барса халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Ышаныслы тыл – еңеү нигеҙе
Ышаныслы тыл – еңеү нигеҙе

Районыбыҙ халҡы ла ғафури яугирҙарына гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Кемдәрҙер көн һайын маскировкалау селтәрҙәре үрә, икенселәр окоп шәмдәре әҙерләй, мейестәр, мунса эшләйҙәр, өсөнсөләр бейәләй-башалтай бәйләй. Пакет-пакет тултырып аҙыҡ-түлек, медикаменттар, беренсе кәрәк-яраҡтар,кейем-һалым килтереүселәр ҙә бихисап. Мәктәптәр, балалар баҡсалары ла яугирҙарға әленән-әле посылкалар килтерә. Квадрокоптер, генератор, землянкаларҙы йылытыу өсөн дизель мейестәре кеүек ҙур сығым талап иткән әйберҙәрҙе алыу өсөн махсус иҫәпкә аҡса күсереүселәр ҙә бихисап. Бында инде районыбыҙ предприятиелары, ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар айырыуса тос өлөш индерә.
- Ышаныслы тыл һәм фронт менән берҙәмлек - еңеүҙең нигеҙе, тиҙәр. Ысынлап та шулай. “Балаларҙың изге уй-теләктәр, ихласлыҡ менән яҙылған хаттары, һүрәттәре лә, хатта, беҙгә көс-дәрт, рух өҫтәй. Ә тыуған яҡтан, ауылдан килгән посылкалар һүҙҙәр менән аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уята, үҙеңде бер килке улар янында тип хис итәһең”, тип рәхмәт әйтеп шылтырата беҙгә яугирҙар, - ти “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” район ирекмәндәре штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова.
Районыбыҙҙан махсус хәрби операция биләмәһенә үткән йылда ғына 700-гә яҡын маскировкалау селтәрҙәре оҙатылған. Уларҙың һәр береһен күпме ҡатын-ҡыҙҙар күңел йылыһы, изге доғалары һәм теләктәрен ҡушып үргән. Ауылдар буйынса айырым ҡарағанда Красноусолдан “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙарын билдәләп үтке килә. Район мәҙәниәт йортона эшкә йөрөгәндәй, һәр көн тигәндәй иртәнге 9-ға килеп етә улар һәм барлығы 173 селтәр үреп, алғы һыҙыҡҡа оҙатҡандар. Селтәр үреүгә материалдар булмайыраҡ торған арала яугирҙарға эске кейем тегергә лә өлгөрәләр.
- Республика Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән октябрҙә үткән осрашыу мәлендә тап улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кейем, дронға ҡаршы юрған, башҡа кәрәк-яраҡтар тегеүҙе ойоштороу өсөн айырым бүлмә табыу мәсьәләһен күтәргәйне. Һәм бына күптән түгел, был мәсьәлә ыңғай хәл ителеп, элекке УПК бинаһынан “Ышаныслы тыл”дың көмөш ирекмәндәре өсөн бүлмә бирелде. Эшҡыуарҙар - Шайбаковтар (“Мастерок”), Кулагиндар (“Домовой”), Фоминдар ғаиләһе (икмәкхана), шулай уҡ Т.Д.Хәйруллин (Көнкүреш йорто) һәм А.М.Заһиҙуллин “Швейбат” теген цехын кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙа ярҙам итте. Туҡыма, ҡайсы, еп кеүек материалдар тупланыу менән цех эш башларға әҙер буласаҡ. Бында ла оҫта ҡуллы ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярҙамы менән цех тулы ҡеүәтенә эшләр, тип ышанабыҙ, - ти Рәмзиә Сергеевна. - Маскировкалау селтәре үреү буйынса шулай уҡ Мораҡ (115), Родина (92), Яңғыҙҡайын (50), Табын(49), Бурлы (41), Игенйылға, Яугилде (24), Толпар (17),Ҡауарҙы (15), Ерек, Имәндәш ауылдары халҡы әүҙем эшләне.
- Ошонда алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр туплау ғына түгел, уларҙы үҙ ҡулдары менән тапшырыу өсөн инде нисәнсе тапҡыр шәхси машинаһында махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыусы Фәрғәт Зәйнуллин тураһында ла әйтеп үтке килә,- тип дауам итә ул. - Әле бына үткән ял көндәрендә ул штаб ағзаһы Олег һәм Сергей Афанасьевтар менән бергәләп беренсе кәрәк-яраҡтар тейәп йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә барып, әҙерләнгән һәр посылканы Курск өлкәһендәге яугирҙарға тапшырҙылар. Бөтә райондаштар исеменән уларға, шулай уҡ тағылма биргәне өсөн “ТВС” МУП-ы етәкселегенә рәхмәт әйтке килә.
Кисә Донецк һәм Луганск йүнәлешенә лә сираттағы гумконвой юлға сыҡты. Район ирекмәндәр штабы “Бәйләнеш”тәге битендә яугирҙарға Днепр йылғаһы аша сығыу өсөн резина кәмәләре кәрәклеге хаҡында яҙып сыҡҡайны.
- Уларҙың был үтенесен дә халыҡ иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Күп ваҡыт та үтмәне, Красноусолдан Александр Курбатов, Анна менән Виктор Клементьевтар һәм Рәйлә менән Илгиз Абдрахмановтар ғаиләһе “кәмә ундағы егеттәргә кәрәгерәк бит”, тип штабҡа кәмәләрен килтереп тә еткерҙе. Ошондай кешеләргә нисек һоҡланмайһың инде, - ти штаб етәксеһе.
Бер-береңә ярҙам итеү, эскерһеҙлек һәм асыҡлыҡ, кешеләрҙең хәленә инә белеү - быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ ҡанына электән һалынған. Әле махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген, киләсәгебеҙҙе һаҡлап ҡулына ҡорал алған яҡташтарыбыҙға күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: