“Швейбат” тегеү цехын тантаналы шарттарҙа асыуҙа район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова һәм ошо эшкә үҙ өлөшөн индергән ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, әүҙемселәр ҡатнашты. Иң тәүҙә Венер Вахитов, Марина Виноградова ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, барыһы ла был цехты күрергә эскә үтте.
Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы ла был эште хуплап: “Был бәләкәй башланғыс ҙур эшкә юл алһын. Бик кәрәкле эш башлағанһығыҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар теләйем”, - тигән изге теләктәрен әйтте.
Ф.Яҡупов исемендәге һуғышсан хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров та үҙ теләктәрен еткереп: “Яугирҙәребеҙгә ярҙам булһын тигән маҡсат менән эшләйбеҙ. Ярты ғына көнгә килгәндә лә, байтаҡ ҡына эш башҡарырға мөмкин. Кемдер төшкә тиклем, ҡалғандар төштән һуң килеп эшләй ала. Ошо эшкә ярҙам итеүселәргә рәхмәт”, - тине.
Ысынлап та, был бик һәйбәт башланғыс. Бында йәштәр ҙә тәжрибәле апайҙарынан оҫталыҡ дәресе алып, теген эшенә өйрәнә аласаҡ. Ә әлегә улар һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр тегәсәк.