+28 °С
Болотло
Антитеррор

Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр

Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Кемдер яугирҙар өсөн окоп шәмдәре, үлән сәйҙәре, консервалар, йәшелсәләр әҙерләй, бәғзеләр маскировка селтәрҙәре үрә, аҡсалата ярҙам итә. Улар хаҡында әленән-әле гәзит битендә яҙылып тора. Был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тауыш-тынһыҙ ғына, намыҫтары ҡушыуы буйынса яугирҙарға иң кәрәкле әйбер - эске кейемдәр тегеүсе оҫта ҡуллы тегенсе ҡатын-ҡыҙҙар менән дә таныштырмаҡсы булдыҡ.

Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләрЕңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр
Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр

Красноусол ауылында бик әүҙем эшләгән "Ышаныслы тыл" ирекмәндәр ойошмаһы хаҡында күптәр белә. Махсус хәрби операция зонаһына улар 175 маскировка селтәре, гуманитар ылау менән айҙың-айы беренсе кәрәк-яраҡтар туплап посылкалар оҙата. Бынан тыш уларҙың, үҙҙәре әйткәнсә, махсус "Швейбат"тары ла бар. Унда оҫта ҡуллы бер нисә генә тегенсе булыуына ҡарамаҫтан, 500-ҙән ашыу эске кейем (икенсе төрлө әйткәндә - расходный материал) тегеп яугирҙарға оҙатҡандар ҙа инде.
- Тегенсе-бесеүсе оҫталарыбыҙ әҙерәк, күберәк булһаҡ, эшебеҙ тағы ла ырамлыраҡ булыр ине, - ти "Ышаныслы тыл" ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Миңнесәрә Заһиҙуллина. - Тегеү өсөн туҡымаларҙы был изге эшкә битараф булмағандар - Красноусолдағы иман йорто янындағы мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары, ағинәйҙәр һәм башҡалар килтерҙе һәм килтерә.
- Йыйылған туҡымаларҙы Хәмдиә Бәширова өйөндә бесеп-әҙерләп, тегенселәргә - Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәмзилә Ваһапова менән шәхси эшҡыуар Наилә Сәғәҙиеваға тапшыра. Улар теккән эске кейемдәрҙе артабан бүтән ҡатын-ҡыҙҙар өйөнә алып ҡайтып, һыҡтырмалар үткәреп, кире штабҡа килтерә. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы ылау юлланған һайын яугир яҡташтарыбыҙға әҙер кейемдәрҙе оҙатабыҙ. Ярҙамдары өсөн беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ,- ти ул.
Ирекмәндәр күптән инде яугирҙарға кейемдәр тегеү өсөн айырым цех асыу тураһында һүҙ алып баралар. Элекке УПК бинаһынан бүлмә бирелеп, эшҡыуарҙар Шайбаковтар, Кулагиндар, Фоминдар, шулай уҡ Т.Д.Хәйруллин, А.М.Заһиҙуллин ғаиләләре ярҙамы менән унда теген машиналары, башҡа кәрәкле ҡорамалдар ҙа алынған.
- Тик эште башлап ебәреү өсөн тағы ла бер аҙ ҡорамалдар һәм туҡымалар, иң мөһиме - тегеү-бесеүгә оҫталыҡтары булған ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк, - ти Миңнесәрә Мөхәмәҙиә ҡыҙы.
"Ышаныслы тыл" ирекмәндәренең был изге, яугирҙар өсөн бик тә кәрәкле эше тураһында һөйләп, гәзит уҡыусылар араһында уларға ҡушылыусылар, ярҙам итергә теләүселәр ҙә булыр, тип ышанабыҙ. Кемдәлер, бәлки, туҡыманы ҡайҙа алып барырға ла, кемгә мөрәжәғәт итергә тигән һорау ҙа тыуғандыр. Яуап бер: "Ышаныслы тыл" ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Миңнесәрә Заһиҙуллинаға, йә булмаһа "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" ирекмәндәр штабына тапшырырға була.
Ә инде ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә маскировка селтәрҙәре үреүсе, йылы башалтайҙар, бирсәткәләр бәйләүсе, кейем тегеүсе, тәмле-татлы "өй күстәнәстәре" әҙерләүсе, посылкалар туплаусы барса ҡатын-ҡыҙҙарға, хужабикәләргә "Афарин!" тип, рәхмәт әйтәһе генә ҡала.
Мәрхәбә Мәмәтҡолова.

Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр
Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр
Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр
Еңеүгә үҙ өлөштәрен индерәләр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас