Был – илебеҙ төбәктәренең махсус операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе. Башҡортостан әлеге рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Быға сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелде, тип билдәләй эксперттар. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Асылда, республикабыҙ тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Ә нимәһе менән тәьҫирле булды беҙҙең эшмәкәрлек?
Фронттағыларға ярҙам итәбеҙ
«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән инде киң таралды. Фронт яугирҙәре Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен белә, ә уларҙың ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Күп кенә хәрби хәбәрселәр, Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй.
Беҙ тәүгеләрҙән булып 2022 йылда гумконвой ебәрҙек, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә етте. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Барлыҡ район башлыҡтары Донбасҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тора. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа беҙҙең логистик үҙәк эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ярашлы бүленә.
Беҙҙең табиптар сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, унда хатта теш дауалау өсөн заманса стоматология модуле алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.
Тылда ла эш тынмай
Бында, тылда, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Радий Хәбиров был процесты үҙе контролдә тота, ул бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта булды, яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.
Контракт хеҙмәте
Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу, халыҡ менән патриотик һәм аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу буталсыҡҡа юл ҡуймаҫҡа ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо. Республиканан доброволецтар ағымы бөгөнгәсә туҡтамай.
Яугирҙәрҙе тыныс тормошҡа әҙерләйбеҙ
Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. Был йүнәлештә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева әйтеүенсә, Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр.
«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлы МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Ул шәхсән үҙе программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең остазы буласаҡ һәм уларҙы дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.
Материал БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы тарафынан әҙерләнде.
Венер ВАХИТОВ, Ғафури районы хакимиәте башлығы:
- Ғафуриҙар махсус хәрби операция башланғандың тәүге көнөнән үк алғы һыҙыҡта тороусыларға, ҡулдарына ҡорал тотоп тыныс тормошто яҡлаусыларға гуманитар ярҙам йыйыу һәм ебәреү кеүек изге эшкә әүҙем ҡушылды.
Яҡташтарыбыҙға, алғы һыҙыҡта торған яугирҙарға даими рәүештә аҙыҡ-түлек, йылы кейем, медикаменттар, техника йыйыла һәм оҙатыла. Һәр кем яугирҙар өсөн борсола һәм ауыр минутта һалдаттарыбыҙға ихласлыҡ менән ярҙам күрһәтә.
Махсус хәрби операция башланғандан алып райондан беҙҙең яугирҙарға бөтәһе 39 тапҡыр гуманитар йөк алып барылған. Яҡташтарыбыҙ беҙҙең ир-егеттәр хәрби әҙерлек үткән Тоцк, Ҡазан, Пенза, Һамар, Елань ҡалаларында, шулай уҡ Луганск, Донецк халыҡ республикаларында, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье йүнәлешендә булды.
Күптән түгел мин үҙем дә алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ылау алып барыуҙа ҡатнаштым. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында булып, райондаштарыбыҙға техника, инструменттар һәм ҡорамалдар, башҡа кәрәк-яраҡ, шәхси посылкалар һәм, әлбиттә, балаларҙың йылы эстәлекле хаттарын тапшырҙыҡ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Рәмзиә ЮЛМӨХӘМӘТОВА, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды район филиалының социаль координаторы:
- Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары беҙгә үҙҙәрен борсоған проблемалары менән мөрәжәғәт итә, һәм беҙ бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң кеше дүрт стенала ҡалырға тейеш түгел, уның йәмғиәттә булыуы мөһим. Бының өсөн беҙ йәмәғәтселәрҙе, башҡа локаль һуғыш ветерандарын, бөтә граждандар йәмғиәте институттарын “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ғафури районы буйынса филиалы етәкселеге аҫтында берләштергәнбеҙ. Был ойошма менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының торлағын ҡулайлаштырыу буйынса комиссия эшләй. Комиссия урындарға сығып тикшереп, кәрәкле документтар тупланды һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының үҙәк аппаратына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ихтыяжы өсөн мотлаҡ ҡорамалдарҙы алып килеүгә ғариза бирелде. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә, шулай уҡ һаулыҡ торошо буйынса демобилизацияланған яугирҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Уларға кәрәкле психологик, документтар менән эшләүҙә һәм башҡа ярҙам күрһәтелә. Үҙ эшен асырға теләүселәргә лә мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтәбеҙ. Яугирҙарҙы һәм ғаиләләрҙе төрлө мәҙәни сараларға, осрашыуҙарға саҡырабыҙ. Ғөмүмән, яугирҙарыбыҙ һәм уларҙың яҡындарына һәр яҡлап булышлыҡ итәбеҙ.
Миңнисара ЗАҺИҘУЛЛИНА, "Ышаныслы тыл" ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе:
- Красноусол ауылында бик әүҙем эшләгән "Ышаныслы тыл" ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙе үҙҙәренең төп бурысы тип һанай.
Махсус хәрби операция зонаһына 175 маскировка селтәре үреп ебәрҙек, гуманитар ылау менән айҙың-айы беренсе кәрәк-яраҡтар туплап посылкалар оҙатабыҙ. Красноусол ауылы мәсетендә МХО биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыуҙар ҙа үткәрәбеҙ. Ошо көндәрҙә район үҙәгендә "Швейбат" тегеү цехы асылыуы барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Унда 500-ҙән ашыу эске кейем тегеп яугирҙарға оҙатылды ла инде. Әлеге көндә дронға ҡаршы юрғандар тегеү менән мәшғүлдәр. Яуҙағы һалдаттарыбыҙға ярҙам йыйыу бер көнгә лә туҡталғаны юҡ һәм алда ла шулай буласаҡ.