+28 °С
Болотло
Антитеррор

Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...

Республика башлығы гранты конкурсында еңеүгә өлгәшкән “Ярҙам йәнәшәлә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” проекты сиктәрендә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының район филиалы координаторҙары МХО ветерандары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреүҙән тыш, улар менән спорт, мәҙәни - ял саралары ла ойоштора.

Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...

Үткән аҙнала район мәҙәниәт йортонда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар, һәләк булған ҡаһармандарҙың яҡындары, бөгөнгө мәлдә алғы һыҙыҡта нацистар менән алышҡан именлек һаҡсыларының ғаиләләре, балалары ҡатнашлығында үткән ижади кисә “Беҙҙең дәүер батырҙары” тип аталды. Бик тулҡынландырғыс, тетрәндергес сара булды ул.
Ижади кисә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнур Ғөбәйҙуллин башҡарыуында аһәңле “Башҡортостан” йыры менән башланып китте. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 1-се класс уҡыусылары сараға йыйылыусыларға ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәр тураһындағы рухлы шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.
Ғәзиз балаһын юғалтҡан ата-әсәнең күңел торошон, хәлен үҙе ошондай ҡайғы кисергәндәр генә аңлайҙыр. Илебеҙ именлеге, барыбыҙҙың тыныс, имен киләсәге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарҙың әсәйҙәре һағыш-хәсрәттәрен йөрәк түренән сыҡҡан шиғри юлдарға һалған. Туғай ауылынан Булат Йосоповтың әсәһе Клара Фәрит ҡыҙы, Ҡурғашлы ауылынан Айнур Йәнешевтың әсәһе Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы, ошо уҡ ауылдан Данил Закировтың опекуны Зинира Әбүбәкирова ла улдарына бағышлап шиғырҙар ижад иткән.
Ҡыҙыл ялан (Красная поляна) ауылынан Сергей Тимофеевты бөгөн барыбыҙ ҙа МХО-ла һәләк булған егеттәргә арнап яҙған шиғырҙары аша беләбеҙ. Ижади кисәлә Сергей Дмитриевич яу яланында батырҙарса һәләк булған Максим Чернов, Булат Йосопов, Алмаз Шафиҡовтың батырлығы тураһындағы шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Игенйылға мәҙәниәт йорто етәксеһе Зилә Сәйетбатталова сараға ауылдашы, махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Айҙар Радик улының атаһы Радик Ҡотлозаманов менән килгәйне. Тамашасыларға Зилә Миңнеғәли ҡыҙы Айҙар Радик улына бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡыны.
Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Мираҫ” халыҡ театрының һәүәҫкәр артисы Риф Бикбаевтың улы, гвардия сержанты Илдар Риф улы ла нацистарға ҡаршы көрәштә һәләк булды. Риф ағай бөгөн ҡайғыһын бауырына баҫып, үҙендә көс табып, сәхнәләштәре менән бергәләп төп ролдә яңы миҙгелгә әҙерләнә. Ижади кисәлә “Мираҫ” халыҡ театры әҙерләгән “Әбейҙәргә ни етмәй” (авторы- Ф.Бүләков) спектакленән Риф Бикбаев ҡатнашлығындағы өҙөк күрһәтелде. Шуныһы һөйөнөслө: улдарын юғалтҡан ата-әсәләр үҙ хәсрәттәренә йомолоп, үҙ-үҙенә бикләнеп ҡалмаған. Ҡайғыны, һынауҙы үткәрә белеү - үҙе батырлыҡ, тиҙәр бит.
Сарала бөгөн алғы һыҙыҡта ил именлеге һағында булған яугирҙарҙың яҡындары ла ҡатнашты. Красноусолдан ике улы, Вадим (“Суетолог”) менән Айҙар (“Лекарь”) тәүге көндәрҙән махсус операция биләмәһендә булған Венера Иванова ошо араларҙа бер-бер артлы һөйөнөслө ваҡиғалар кисергән. Ике улы ла ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һәм өлкән улы Вадим менән Алисаның туйын үткәргәндәр. Венера Иванова кисәлә ҡатнашыусыларға улдарын көткән әсәләргә арналған “Ты жди, ведь ты же Мать!” шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Еҙем-Ҡаран ауылынан бөгөнгө көндө Донецкиҙа инженер-сапёр взводында хеҙмәт итеүсе Артём Садаевтың ҡатыны Лилиә менән бәләкәй ҡыҙы Самира ла ҡатнашты кисәлә. Лилиә моңло йыры менән күңелдәрҙе хисләндерһә, Самираның сағыу тауыш менән тасуири итеп “Атайым китте һуғышҡа” тип һөйләгән шиғыры залдағыларҙы бик ныҡ тетрәндерҙе.
Сараны әҙерләүсе һәм алып барыусы Елена Рябова “Абель” позывнойлы яугир менән уның аралар алыҫлығынан да, унда аҙым һайын һағалап торған хәүефтән дә ҡурҡмай юлға сыҡҡан ҡатыны Гөлдәрҙең Курск ерендәге тулҡынландырғыс осрашыуы хаҡында ла бәйән итте. 6 августа, тап нацистар Курск еренә бәреп кергән мәлгә тура килә уларҙың осрашыуы. Баш осонда дрондар оса, ҡайҙа баҡма янғын, хәрби техника... Бер-береһен күрергә ашҡынған пар ни бары 30 минут самаһы ғына аралашып өлгөрә, яугир шундуҡ алғы һыҙыҡҡа юллана. Ә Гөлдәрҙе тиҙерәк ҡайтыу яғына оҙаталар... Күптән түгел “Абель” ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып, йәнә махсус операция биләмәһенә юлланған. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлдәр Әбелғужина тамашасыларға дәртле “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен бүләк итте.
Кисә барышында быуындар бәйләнеше, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы темаһы ла сағылыш тапты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында районыбыҙҙан 7 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Уларҙың береһе, Яңғыҙҡайын ауылынан Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәновтың бүләре Алмаз Ишмөхәмәтов Ватаныбыҙҙың именлеге өсөн ғүмерен ҡорбан итә. Контракт буйынса Кавказда хеҙмәт иткән Алмаз Альберт улы махсус операция башланған тәүге көндән мобилизациялана. Ҡарт олатаһы юлын дауам итеп илебеҙ именлеге һағына баҫҡан ҡыйыу егет 2024 йылдың 28 октябрендә батырҙарса һәләк була...
Цапаловка ауылынан 7 йәшлек Никита Бехтерев иһә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡарт олатаһы тураһындағы шиғырҙы илһамланып, тасуири итеп уҡыны.
Тулҡынландырғыс та, һағышлы ла сара “Землячки” ветерандар ансамбленең “Ватанды һаҡлаусылар” йыры менән тамамланды. Сәхнәлә сығыш яһаған һәр кемгә иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Был көндө үҙҙәрендә көс табып һәм сәхнәгә күтәрелеп үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙарын уҡыған, ғөмүмән ошо сарала ҡатнашҡан барса атай-әсәйҙәргә һоҡланаһы ғына ҡала. Махсус хәрби операция беҙҙең барыбыҙҙы ла тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, берләштерҙе. Еребеҙҙә тиҙерәк именлек, тыныслыҡ урынлашып, юғалтыуҙар булмаһын, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе генә уртаҡлашып йәшәргә яҙһын киләсәктә. Ә һәләк булған яугирҙар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Хәтер бит – мәңгелек.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Беҙҙең улдар китте илде һаҡлап...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас