“Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым” китабы нәшергә әҙерләнгәндә лә шуға иғтибар ителгәйне. Мәҫәлән, 1812-1814 йылдарҙағы һуғышта Юлыҡ ауылынан Ниғмәтйән Әлибаев ҡатнашып, ике Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышында иһә уның улы Шакирйән Әлибаев тәүге көндәрҙән алып 1946 йылға тиклем илебеҙ именлеге һағында була.
1941-1945 йылдарҙағы Ватан һуғышына Юлыҡ ауылынан барлығы 213 кеше китеп, шуларҙың 88-енә генә тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. 125 яугир Еңеү хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, яу яландарында ятып ҡала.
1979 йылдан 1989 йылға тиклем дауам иткән Афған һуғышында Еңеү яулаған яугирҙарыбыҙҙың улдары, ейәндәренә интернациональ бурыстарын үтәргә тура килде. Илебеҙ тарихында уңалмаҫ яра булып ҡалған был һуғышта ла Юлыҡтан 13 егет ҡатнашты.
Бөгөн иһә махсус операция биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының улдары, ейәндәре, хатта бүләрҙәре олатай, ҡартатайҙарының эшен дауам итеп, нацистарға ҡаршы көрәшә. Шулар араһынан иң башта Зәйнуллиндар ғаиләһенә туҡталғы килә.
...18 йәшлек Шәфиғулла Байгилде улы Зәйнуллин 1944 йылдың мартында хәрби хеҙмәткә саҡырылып, уҡсылар полкында ил именлеге өсөн көрәшә. Дошмандарҙы өңөндә тар-мар иткәс, һуғыш емереклектәрен тергеҙеүҙә ҡатнашып, 1951 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һуғыш яланындағы батырлыҡтары, тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн оҙаҡ йылдар “Мағаш” колхозында механизатор булып эшләгән Шәфиғулла Байгилде улы төрлө наградаларға лайыҡ була.
Тик илебеҙҙең әле бер, әле икенсе мөйөшөндә хәрби бәрелештәр сығып тора. Уның улдарының береһе Юныс Зәйнуллинға ла таулы-ташлы афған ерендә мөжәһиттәргә ҡаршы көрәшергә тура килә. Ул “Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан” миҙалы менән наградланған.
Бөгөн иһә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәфиғулла Байгилде улы менән Мәүлиҙә Хәбибулла ҡыҙының 12 балалы ишле ғаиләһендә 8-се булып донъяға килгән Рафаил ҡасандыр атаһы йөрөгән тарафтарҙа 70 йылдан ашыу ваҡыт боҫоп ятҡандан һуң йәнә баш күтәреп илебеҙ именлегенә ҡул һуҙған дошмандарға ҡаршы көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ейәндәре Илнур Илдус улы Вахитов 2024 йылдың мартында махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк була.
Рафаил Шәфиғулла улы әрмелә ракета ғәскәрҙәрендә водитель булып хеҙмәт иткән. Һуңынан Яр Саллы ҡалаһындағы силикат кирбесе етештереүсе предприятиеға эшкә урынлаша, артабан ғаиләһе менән Силәбе өлкәһендә төпләнә. 2023 йылдың авгусында Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус операция биләмәһенә юллана һәм бөгөнгө көндә ул водитель булып хеҙмәт итә, алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәренә боеприпастар ташый.
-Хеҙмәтем хәүефле һәм яуаплы, әлбиттә, шулай ҙа бындай ҡарар ҡабул итеүемә һис үкенмәйем. Был юлы ла Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти Рафаил Шәфиғулла улы. Әйткәндәй, Рафаилдың улы, сержант Рүзәл дә бөгөн Силәбелә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында хеҙмәтен дауам итә. Тимәк, бынан 80 йыл элек еребеҙгә Бөйөк Еңеү яҙы килтергән яугирҙың улы, ейәндәре атай-олатайының юлынан тайпылмайынса илебеҙҙең, беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлай.
Мәрхәбә Собханғолова.
Быйылғы Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнап “Быуындар бәйләнеше” акцияһы иғлан ителә.
Ошо исемле рубрикала гәзит биттәрендә һәм “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙә атай-олатайҙары Бөйөк Ватан һуғышында, әле үҙе махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән райондаштар тураһында мәҡәләләр баҫыласаҡ. Һеҙҙең яҡындарығыҙ араһында ла ошондай яугирҙар булһа, редакцияға хат-хәбәрҙәр яҙып ебәрегеҙ (Красноусол ауылы, Фрунзе урамы,33) йәки 2-16-31, 2-21-55, 8-987-03-116-15 телефондарына шылтыратығыҙ.
Мөхәрририәт.