+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Апрель 2025, 05:15

Халҡыңдың да улы бул!

Ил тойғоһо иргә миҙал түгел – Муйынына тағып йөрөргә.Ил тойғоһо ирҙең намыҫында,Йөрәгендә йөрөй гел генә, - тип яҙҙы ҡасандыр бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов.ошо шиғыр юлдары бөгөн дә ирмен тигән ир кешегә тап килгән рухлы һүҙҙәр. Ысынлап та, ир балаға ил тойғоһо, ер тойғоһо һалып үҫтерергә тырыша ғаиләлә атай-әсәй. Мәктәптә лә малайҙарҙа ирлек сифаттары тәрбиәләү – тәүмаҡсат булып тора.

Халҡыңдың да улы бул!Халҡыңдың да улы бул!
Халҡыңдың да улы бул!

Бына шундай егеттәрҙең береһе, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Данил Ринат улы Сәйфуллин менән осрашыу эшлекле лә, фәһемле лә булды. Хәрби кейемдә, шул уҡ төҫтәге рюкзагын да аҫып алған ағайҙы күргәс, балалар уны аяғүрә баҫып ҡаршыланы. Шундуҡ уны уратып алып, төрлө һорауҙар яуҙыра башланы.
5 “Б” һәм 6 “А” класс уҡыусылары менән осрашыу шулай башланып китте.
- Данил ағайҙың башланғыс класта нисек уҡығанын һөйләп китәйем әле, - тип мин Данил ағайҙы бер аҙ ял иттереп алырға булдым. - Класта кәүҙәгә иң бәләкәй малайҙарҙың береһе булды. Унан бәләкәй Айгиз генә булғандыр. Класта 15 малай уҡыны. Һәр береһе шуҡ-шаян, йылғыр, сос, ҡыйыу, әммә бер-береһе өсөн ысын дуҫ һәм терәк булдылар. Гел бергә йөрөнөләр, бергә уйнанылар. Яратҡан спорт төрө – футбол булды. Бер ҙә бәлә һалып, ошаҡлашып йөрөгәндәрен иҫләмәйем. Дөрөҫлөк өсөн әйтешеп китһәләр ҙә һуғышып, насар итеп, тәртип боҙоп йөрөмәнеләр! Бөтәһе лә берәү кеүек булдылар.
Данилдың да бала саҡтары иҫенә төшөп һөйләп китте:
- 1-се класҡа имтихан биреп керҙем. Әсәйем ныҡ әҙерләп килтерҙе. Тырышып уҡыным, һүрәт төшөрөргә яраттым. Һүрәттәремде күргәҙмәлә күрһәм, шатлана торғайным. Балалар, ошо таҡтаға эленгән һүрәттәрегеҙҙе үҙем менән алып китһәм, һеҙ ризамы? – тип һораны ул. – Мин уларҙы хәрби операцияла йөрөгән иптәштәрем менән ял иткән ваҡытта ҡарар инем.
Балалар, әлбиттә, риза булдылар, сөнки был турала хәбәрҙе алдан еткереп, эшләтеп ҡуйғайныҡ инде. Артабан егеттәр ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлектәре тураһында һөйләшеү ҡоролдо. Ысын егетлектең ябай ҡағиҙәләре:
1.Малайҙар үҙҙәренә яуаплылыҡ алырға, үҙ эштәренә үҙҙәре баһа бирергә өйрәнергә тейеш.
2.Ваҡ-төйәк эште ярҙам һорамай ғына эшләргә. Хата эшләйһең икән, үҙеңә төҙәтә белергә.
3.Изгелек эшләргә. Изгелек – ул ярҙам, йылы һүҙ, яҡшылыҡ.
4.Ҡатын-ҡыҙға, бигерәк тә әсәйгә ҡарата хөрмәтле һәм ярҙамсыл булырға.
5.Спорт менән дуҫ булырға. Үҙеңдә көслө рух тәрбиәләргә.
Был кәңәштәребеҙ малайҙарға ысын ир-егет булып үҫергә ярҙам итһен ине. Әйҙәгеҙ, буласаҡ ил һаҡсылары, “Атайыңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул!” – тигән атай-олатайҙарыбыҙҙың аманатына тоғро булайыҡ!
Был осрашыу кисәһендә гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы ла ҡатнашып, Данилға һаулыҡ, көслө рух һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне:
- Был өс быуын осрашыуы – оло быуын вәкилдәре - ағинәйҙәр, махсус хәрби операция яугиры һәм 5-6-сы класс уҡыусылары – күңелдәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы, - тине ул.
Хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ ҙә үҙ кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙе, мөнәжәт әйтте. Уҡыусыларҙың әсәйҙәре ебәргән күстәнәстәрҙе Данил ағай рәхмәт әйтә-әйтә ҡабул итеп алды һәм хеҙмәттәштәренә алып барып еткерергә һүҙ бирҙе.
Миңзилә ағинәйебеҙ уҡыған доғалар тиҙерәк тормошҡа ашып, тиҙ арала һуғыш туҡтаһын ине. Балаларҙың атайҙары, ҡатындарҙың ирҙәре, әсәйҙәрҙең улдары имен-аман әйләнеп ҡайтып, тыныслыҡта йәшәһәк ине.

Гөлшат Вәлиева, осрашыуҙы ойоштороусы.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас