+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Апрель 2025, 04:00

Етди саралар күҙалланды

Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостан егеттәре бөтә ил халҡы менән бергә Тыуған иле һағына баҫты. Улар алғы һыҙыҡта үҙҙәренең хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта тылда уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бик күп ярҙам саралары ҡабул ителде һәм эшләй башланы.

Етди саралар күҙалландыЕтди саралар күҙалланды
Етди саралар күҙалланды

– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлек кәрәк кенә түгел, ә әүҙемләштерелергә тейеш. Махсус операцияла ҡатнашыусы – ул хәҙер төп кеше һәм беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.
Был йәһәттән районыбыҙҙа ла әүҙем эш бара. “Ватан һаҡсылары” фондының район бүлеге координаторҙары хәрби операция барышында һәләк булғандарҙың һәм бөгөнгө көндә илебеҙ именлеген һаҡлап алғы һыҙыҡта дошмандарға ҡаршы торған яугирҙарҙың ата-әсәләрен, ҡатындарын, балаларын иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алған. Улар менән әленән-әле осрашып торалар, төрлө саралар ойошторола.
Күптән түгел булған осрашыуҙа МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, яҡындары өсөн “Ярҙам йәнәшәлә” үҙәге янында клуб төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Социаль координатор Рәмзиә Юлмөхәмәтова йыйылыусыларҙы клубтың маҡсаты, структураһы менән таныштырҙы.
- Бындай клуб бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр һәм атайҙарға, ир-егеттәргә ғаиләһенә килгән ҡайғыны еңеп сығырға ярҙам итеү өсөн бик мөһим һәм кәрәк, - ти Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы ойоштороу сараһында ҡатнашыусыларға. - Еңеп сығыу ғына түгел, ә артабан йәшәргә көс табыу, үҙеңде кәрәкле итеп тойоу өсөн. Клуб эшмәкәрлегенең төп асылы ла шуға ҡайтып ҡала. Беренсе сиратта ғаиләләргә консультатив, юридик, психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтеү, уларҙың үҙ-үҙҙәренә бикләнеп ултырыуына юл ҡуймайынса дөйөм сараларға, дөйөм эшкә йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ МХО-ла яҡындарын юғалтҡан, йә булмаһа ирен, улын яуға оҙатҡан ғаиләләрҙе бергә туплау, улар араһында бәйләнеште нығытыу, үҙ-ара аралашыу, бер-береһенә ярҙамлашыу мөмкинлеге булдырыу маҡсаты ла ҡуйыла. Ҡайғыларҙы, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреү, уртаҡлашыу ҙа мөһим. Йәнә Геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү, үҫеп килеүсе йәш быуында һәм йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү эшенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың яҡындарын, һәләк булғандарҙың ғаиләләрен, ата-әсәләрен йәлеп итеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Артабан Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы клуб структураһы, положение-
лары менән таныштырҙы. Ошонда уҡ сарала ҡатнашыусылар клубтың етәксеһе итеп Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровнаны, уның урынбаҫары итеп Илшат Харисовтың әсәһе Рәйфә Фаат ҡыҙын һайлап та ҡуйҙы. Клубтың 5 бүлеге - МХО-ла һәләк булған яугир әсәләре, МХО-ла илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугирҙар әсәләре, МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындары, илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугирҙар ҡатындары һәм яугирҙарҙың атайҙары советтары буласаҡ һәм уларҙың етәкселәре һайланасаҡ. Шулай уҡ һәр бүлектең эш планы төҙөләсәк. Клубтарҙың эшенә улдары йәки ирҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барса ғаиләләрҙе йәлеп итеү төп бурыс итеп билдәләнде.
Сәй өҫтәле артында барған һөйләшеүҙә шулай уҡ һәләк булғандар тураһында мәғлүмәттәр туплап, китап сығарыу хаҡында ла һүҙ булды.
Мәрхәбә Собханғолова.

Етди саралар күҙалланды
Етди саралар күҙалланды
Етди саралар күҙалланды
Етди саралар күҙалланды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас