

Уның эшендә район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Морат Ғәлин, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, ә хәҙер шәхси эшҡыуар, фермер Илья Макаров һәм уның ҡатыны – Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең математика-физика уҡытыусыһы Наталья Евгеньевна, әүҙем, эшлекле, Красноусолда кейтерингка нигеҙ һалыусы, ат ихатаһы хужабикәһе Айгөл Марваева, Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөү турҙарын ойоштороусы шундай уҡ маҡсатҡа ирешеүсән, эшлекле Лилиә Әхмәтова, район үҙәге мәктәптәренең 11-се класс уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
“Киләсәк һеҙҙең менән” тип аталған форумдың маҡсаты - студенттарға һәм йәштәргә ҡағылышлы көнүҙәк темаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, шулай уҡ Ғафури районының үҫеше һәм сәскә атыуы тураһында һүҙ алып барылды.
Йәнле аралашыу һәм фекер алышыуға ҡоролған осрашыуҙы “Форсат” йәштәр үҙәгенең яңы етәксеһе Альбина Йәрмиева оҫта итеп алып барҙы. Сара Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова башҡарыуында “Рәсәй – ул беҙ” йыры менән башланып китте. Модератор Альбина Шакирйән ҡыҙы район башлығы Венер Фәнир улына һүҙ биреп, уға әҙерләнгән һорауҙарҙы еткерҙе: “Адаптация нисек үтә, район тураһында тәүге тәьҫораттарығыҙ һәм башта ниндәй ауырлыҡтар менән осраштығыҙ?”, “Ғафури районының киләсәген нисек күрәһегеҙ?“ һәм башҡалар.
Осрашыуға килгән Ғафури студенттарын һәм өлкән класс уҡыусыларын сәләмләп, Венер Фәнир улы уларға райондың киләсәге менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, шуға күрә сарала ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Ә модераторҙың һорауҙарына яуап биреп, адаптация булмауын билдәләп үтте, сөнки ул күрше – Ишембай районынан, бала сағында Ғафуриҙа бер нисә тапҡыр булған. Элекке хеҙмәт эшмәкәрлеге буйынса ла уға районда командировкала булырға тура килгән, шуға күрә кешеләрҙе лә, күп кенә етәкселәрҙе лә, социаль-иҡтисади хәлде лә белә. Районда эшмәкәрлектең күп йүнәлештәре буйынса кадрҙар етешмәүен билдәләп, йәштәрҙең эш эҙләп ҡалаларға китеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә был хәл беҙҙә генә түгел, һәр ерҙә күҙәтелеүен һәм уның яҡшырыуын район башлығы районға йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә күрә. Венер Фәнир улы туриндустрияны үҫтереүҙе төп йүнәлештәрҙең береһе тип иҫәпләй, сөнки районда бының өсөн ҙур потенциал бар: уникаль тәбиғәт, ҡаланың яҡынлығы һәм башҡалар.
- Ауырлыҡтарҙан ваҡыт етмәүен атар инем. Ә хәл итергә кәрәкле мәсьәләләр һәм проблемалар күп. Шуға күрә һеҙҙең ярҙамығыҙға ла өмөтләнәбеҙ. Белем, һөнәр алығыҙ һәм һеҙҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алып торған тыуған районығыҙға ҡайтығыҙ. ҡыйыу булығыҙ, мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләгеҙ, үҙ идеяларығыҙҙы тәҡдим итегеҙ – беҙ уларҙы ҡарап сығырбыҙ, - тип ышандырҙы В.Вахитов. – Үҙ көсөңдө, белемеңде, һәләтеңде ҡулланырға мөмкин булған икенсе тармаҡ - ауыл хужалығы. Бында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе үҫтереү отошлораҡ. Һеҙҙе белгестәр булараҡ көтәбеҙ, улар күп йүнәлештәр буйынса кәрәк, – тине район башлығы.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Венер Вахитовҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған-борсоған һорауҙарҙы бирҙе һәм уларға яуаптар алды.
Районда мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге кадрҙар сәйәсәте тураһында видеослайдтарға таянып, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һөйләне. Артабан һүҙ МХО-ла ҡатнашып, сәләмәтлеге буйынса демобилизацияланған һәм юғалып ҡалмай, хәҙер үҙен эшҡыуарлыҡҡа бағышлап, бүҙәнәләр үрсетеп, йомортҡа етештереү бизнесы менән шөғөлләнгән Илья Николаевичҡа бирелде. ул үҙенең эшен нисек башлауы, нисек үҫтереүе һәм шуның арҡаһында тирә-яҡта билдәлелек яулауы, эшендә оло ярҙамсыһы - ҡатыны булыуы тураһында бәйән итте. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Морат Булат улы районда һаулыҡ һаҡлауҙағы хәл-торош менән таныштырҙы: был өлкәлә дәүләт, район һәм үҙәк район дауаханаһы яғынан ҡабул ителгән ярҙам саралары һөҙөмтәһендә кадрҙар сәйәсәте яйға һалынған, киләсәккә лә тейешле саралар күрелгән. Шәхси эшҡыуарҙар А.Марваева менән Л.Әхмәтова ғаилә бизнесын нисек үҫтереүҙәре тураһында һөйләне. Айгөл Салауат ҡыҙы хәҙер ат ихатаһы хужабикәһе, Красноусолда иң тәүгеләрҙән хәләл продукциянан кейтерингка нигеҙ һалыусы. Ә ҡасандыр ирле-ҡатынлы Марваевтар ғаилә бизнестарын нулдән – өс аттан башлағандар, аттарҙы менгегә өйрәтеүгә күп көс һалғандар. хәҙер уларҙың турбазаһы бар, унда кешеләрҙе һыбай йөрөтәләр, ҡунаҡ йорттары, кафе төҙөгәндәр. Махсус проект буйынса Мәшғүллек үҙәге аша бизнес-план төҙөп, үҙмәшғүл булараҡ, А.Марваева 350 мең һум ссуда ала, ә былтыр 5 миллион һумлыҡ грант отоп, йылға яры буйында биш ҡунаҡ йорто төҙөгәндәр. Икенсе бизнесмен - Лилиә Әхәт ҡыҙы ла ире Айрат Фаил улы менән районда туризмды үҫтерә. улар үҙ эштәрен 2014 йылда бер-ике палатка, бер нисә йоҡо ҡапсығы һәм бер катамаран менән башлаған. Ә хәҙер улар Еҙем йылғаһы буйлап йөҙөүҙәр, походтар ойоштороп, кешеләргә йәнтөйәктәренең, тәбиғәтенең хозурлығын күрһәтәләр. Ҡуйлытамаҡта үҙ базалары бар. Был эшҡыуарҙар теләүселәр өсөн эш урындары ла булдырған, даими һәм йәйге миҙгелдә эшкә урынлашырға мөмкин.
Ике яҡ өсөн дә фәһемле һәм емешле форумға йомғаҡ яһап, “Форсат” Йәштәр үҙәге етәксеһе А.Йәрмиева: “Беҙ фекер алышыуҙан тыш, йәштәрҙең тормошон яҡшыртыуға һәм районыбыҙҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән хеҙмәттәшлектең аныҡ юлдарын билдәләнек. Беҙ, әлбиттә, һеҙҙең менән ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, әммә шулай ҙа муниципаль кимәлдән федераль кимәлгә тиклем ярҙам саралары бар, шуға күрә барыһы ла һеҙҙең ҡулда. Һеҙ, ысынлап та, тотош илдең киләсәге, иң амбициоз идеяларҙы тормошҡа ашырырҙай ваҡытығыҙ! Әйҙәгеҙ, бергәләп ғорурлана алырлыҡ киләсәк төҙөйбөҙ!” - тине йәштәргә мөрәжәғәт итеп, һәм барыһына ла йөкмәткеле сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Сара һуңында сәй табыны ойошторолоп, барыһы ла Айгөл Марваеваның хәләл продукцияһын тәмләп ҡарап, рәхмәтле һәм ҡәнәғәт булып таралышты.