+28 °С
Болотло
Антитеррор

Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ

Күптән түгел Красноусолдағы күп функциялы үҙәк офисында “Ярҙам йәнәшәлә” тигән тема бу-йынса “түңәрәк өҫтәл” ойош-торолоп, унда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә социаль һәм хоҡуҡи ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы.

Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙКилегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ
Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ

- Бөгөн илебеҙҙең именлеген һаҡлаусылар һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора, - тип билдәләне район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина сараны асып. – Һәм барса ведомстволар был йүнәлештә берҙәм эш алып барырға тейеш.
МФЦ-ның операциялар төркөмө начальнигы Зилиә Мырҙаянова яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына ҡағылышлы хеҙмәттәр тураһында төплө аңлатма бирҙе.
- Беҙҙең үҙәк аша һалымға ташламаларҙы, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә те-йешле түләүҙәрҙе алырға, милек һатыу-һатып алыу килешеүҙәрен төҙөргә, шулай уҡ сит ил граждандарына документтар әҙерләргә була. Күрһәтелгән бөтә хеҙмәттәр төрө махсус буклеттарҙа күрһәтелгән, - тине ул.
“Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү барышында белгестәр шулай уҡ балаларға айлыҡ түләүҙәрҙе, мәктәптә бушлай туҡланыуға документтар әҙерләү, хәрби хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең ғаиләләренә түләүҙәрҙе юллау тәртибен аңлатты.
Һалым хеҙмәте вәкилдәре Алия Батманова менән Евгения Яковченко МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә һалым буйынса ташламалар тураһында бәйән итте. Улар ер һалымы түләмәй. Шулай уҡ транспорт һәм милек һалымы буйынса ла ташламалар ҡаралған. Мәҫәлән, бер фатир, йорт йәки гаражға һалым һалынмай.
Рәсәй Социаль фонды ра-йон идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты Әлфиә Рәхимова яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған төп ярҙам саралары менән таныштырҙы. Ветерандарға бер тапҡыр бирелә торған торған ярҙам – 4585 һум, ғаилә ағзаларына - 2500 һум, инвалидтар өсөн ДЕМО (өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәт) -1000 һум (белгес шылтыратҡандан һуң түләнә) тәшкил итә. Бынан тыш торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙың 60 проценты күләмендә ташлама ҡаралған. Шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренең йорт-фатирҙарын ремонтлауға 10 йылға бер тапҡыр ярҙам ҡаралған.
БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының КУС идаралығы вәкиле Лилиә Никифорова 2023 йылдың ноябренән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай ер участкаһы бирелеүе хаҡында аңлатты. Бының өсөн милеккә идара итеү комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре республикабыҙҙың 15 шифаханаһында, шул иҫәптән “Янғантау” һәм “Красноусол” шифаханаһында, 7 көндән 14 көнгә тиклем дауалана ала.
Юлламалар шифаханаларҙың үҙендә бирелә.
“Ватанды һаҡлаусылар” фонды координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова фондтың һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә, инвалидтарға һәм демобилизацияланғандарға ярҙам итеүе хаҡында аңлатты. 2024 йылдың декабренән фонд хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү йүнәлешендә лә эш алып бара.
Юрист Анна Швецова МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына дәүләт ярҙамы хаҡында аңлатты: мәктәптә бушлай туҡланыу, балалар баҡсаһына түләмәү, район буйынса “Алға” картаһы буйынса йөрөү.
Үҙәк район дауаханаһы психологы Әлфиә Яҡшыбаева иһә яугирҙарҙы һәм уларҙың яҡындарын түләүһеҙ консультацияларға саҡырҙы.
- Үҙәк район дауаханаһында 336-сы бүлмә һәр кем өсөн асыҡ. Шулай уҡ ышаныс телефоны (2-29-29) эшләй. Килегеҙ, шылтыратығыҙ, - тине ул.
- Именлек һаҡсылары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йүнәлешендә хөкүмәтебеҙ барыһын да эшләй.Килегеҙ, мөрәжәғәт итегеҙ, барығыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ, -тине МФЦ етәксеһе Елена Хәкимова һөйләшеүҙе йомғаҡлап.“Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙән һуң сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бу-йынса белгестәрҙән консультация алды.
М.Собханғолова әҙерләне.

Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ
Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ
Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ
Килегеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас