+28 °С
Болотло
Антитеррор

Уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Тыуған ауылым Ҡурғашлылағы ауылдаштарым бер-береһе менән аралашып, бик матур итеп йәшәп яталар, ауыл группаһын ҡарап ултырһам да, һоҡланып бөтә алмайым. Үҙем дә яңыраҡ балаларым менән тыуған яғыма, бала саҡ эҙҙәрем ҡалған төйәгемә барып, күреп килдем.

Уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙУларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Ауылым бәләкәй булһа ла, унда эшсән, уңған кешеләр йәшәй, матур итеп донъя көтәләр, күптәр өйҙәренә газ кереткән, мал тоталар, ғөмүмән, замандан ҡалышмай, етеш йәшәргә тырышалар. Ауылдаштарым өсөн ғорурлыҡ хисе кисереп, һоҡланып ҡайттым.
Ауылдаштарҙан Маһинур апайым менән аралашып торабыҙ. Ошо яҙмамда мин тап уның хаҡында яҙмай булдыра алманым. Ҡурғашлы ҡыҙы Маһинур Сөләймән ҡыҙы Ишмөхәмәтова сит тарафтарҙа – Себер яғында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән тыуған яғы Башҡортостанға ҡайта. Тәүҙә Шафран ауылында йәшәйҙәр, һуңынан Красноусолға күсенәләр.
Ошо көндәрҙә Шафрандан бер автобус делегация килеп, рәхмәттәр әйтеп, уға награда тапшырғандарын ишетеп, мин бик шатландым. “Плетение масксети Шафраново” тигән ирекмәндәр төркөмөнөң әүҙем ағзаһы булараҡ, 622-се танктарға ҡаршы айырым артиллерия дивизионы командованиеһы исеменән “Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалын алып килгәндәр икән. “Маһинур Сөләймән ҡыҙының яңы урынға күсеп килгәс тә, ирекмәнлек эшенә тоғро ҡалыуы, яугирҙарға арымай-талмай хеҙмәт итеүе беҙҙе лә илһамландыра”, - ти Шафрандағы төркөмдәштәре. Апай яугирҙар өсөн тип тағы 5 мең һум аҡса тапшырған.
Маһинур Сөләймән ҡыҙы - 2022 йылдан алып Махсус хәрби операция мәнфәғәттәренә гуманитар ярҙам йыйыуҙа күп көс һалған шәхес, уның дуҫтары менән бергә бәйләгән 50-шәр пар бейәләйҙәре, 50-ләгән пар башалтайҙары яуҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙгә әсәй-апайҙарының күңел йылыһы булып барып еткәндер.
Хөрмәтле Маһинур Сөләймән ҡыҙы Ишмөхәтоваға артабан да шулай ҡартлыҡҡа бирешмәй, иҫән-һау, әүҙем булып, яҡындарының йылыһын тойоп, дуҫтары-туғандары менән аралашып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Ул үҙе мәсеткә ихлас йөрөй, абруйлы ағинәй ҙә, Ҡөрьән табындарында уҡымышлы, изге күңелле абыстай, үҙенең уҡыған доғалары менән һәр кешегә яҡшы кәңәш биреүсе лә.
Районыбыҙҙа махсус хәрби операциянан яугирҙарыбыҙҙың ялға ҡайтҡаны тураһында ишетеп торабыҙ, уларҙың иҫән-именлеген, атай-әсәйҙәре, ҡатындары, балалары, туғандары менән шатланып осрашыуҙарын күреп, беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Ошо шатлыҡта, уйлап торһаң, ирекмәндәрҙең, арабыҙҙа йәшәүсе ихлас кешеләрҙең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур бит!
Илгә тыныслыҡ килһен, һуғыштар тиҙерәк тамамланһын!
Зимфира СИРАЕВА.
Сәйетбаба ауылы.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас