+28 °С
Болотло
Антитеррор

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Яҡташтарҙың ярҙамы махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Хәрби операция башланғандан алып районыбыҙ халҡы алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеген һаҡлаған ир-егеттәргә даими ярҙам итә, кейем, медикаменттар, кәрәк-яраҡ тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек менән посылкалар туплай, маскировка селтәрҙәре үрә, техника һәм кәрәкле ҡоралдар һатып алыуға аҡса йыя. Был изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Тап ошо маҡсаттан ауылдарҙа олоһо-кесеһе бергә тупланып, ирекмәндәр ойошмалары барлыҡҡа килде.

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Күптән түгел районыбыҙҙың барса ирекмәндәре район мәҙәниәт һарайына, ирекмәндәр слётына йыйылды. “Йөрәк ҡушыуы буйынса” тигән баш аҫтында үткән был сара район ауылдарынан килгән һәр ойошманың башҡарылған эштәре тураһындағы рапорты менән башланып китте. Әйткәндәй, ауыл биләмәләренән килгән ойошма ағзалары айырым бер формала, кемдәрҙер хәрби, милли кейемдә булһа, икенселәре аҡ кофта, ҡара итәк кейгән, өсөнсөләр инде ойошмаларының исемдәре яҙылған аҡ футболкала ине. Иркен залда ойошторолған “Хәстәрлек, ярҙам, иғтибар” тип аталған күргәҙмәлә ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына әҙерләгән әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Нимәләр генә юҡ унда – маскировка селтәрҙәре, үрелгән махсус баш кейемдәренән башлап бауырһаҡ, туҡмас, хатта ыҫланған ҡоротҡа тиклем бар.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Мәктәпкәсә йәштәге балалар Бөйөк Еңеүҙе данлай” проекты сиктәрендә “Миләшкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың тәрбиәселәре слётта ҡатнашыусыларға “Һуғыш юлдары буйлап” тип аталған тулҡынландырғыс тамаша күрһәтте, һуңынан ирекмәндәргә үҙҙәре әҙерләгән георгий таҫмаларын бүләк итте.
Сараның икенсе өлөшө тамашасылар залында дауам итте.
- Бөгөн залға ирекмәндәр – илебеҙгә ярҙам кәрәк саҡта битарафлыҡ күрһәтеп ситтә ҡалмайынса ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышҡан изге күңелле, әүҙем кешеләр йыйылған, - тине сараны ойоштороусы һәм алып барыусы Лена Рябова. - Ирекмәндәр хәрәкәте йөҙҙәрсә кешене берләштерҙе, улар араһында пенсионерҙар ҙа, хужабикәләр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, уҡыусылар ҙа бар. Уларҙың барыһы ла хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға йөрәк ҡушыуы буйынса ярҙам итә, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Кемдәрҙер урындарҙа маскировка селтәре үрә, кейем-һалым тегә, тәмле-татлы күстәнәстәр әҙерләй, гуманитар ярҙам йыя, икенселәр окоп шәмдәре, мунса эшләй, төҙөлөш материалдары әҙерләй, өсөнсөләр хәүефле юлға сығып, бөтә район халҡы туплаған гуманитар йөктө алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға алып бара.
Районыбыҙҙа маскировка селтәре үреүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылып, “Ут эсендә йөрөгән ир-егеттәребеҙ беҙҙең ҡул, йөрәк йылыбыҙҙы тойоп, көс-ҡеүәт алһын, доғаларыбыҙ уларҙы һаҡлап йөрөтһөн, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар”,- тигән изге теләктә селтәр үреп, уларҙы ҡәҙерләп төрөп, эргәһенә шифалы үлән сәйҙәре, тәмлекәстәр һалып оҙата. Районыбыҙҙан алғы һыҙыҡҡа меңгә яҡын селтәр оҙатылған.
Махсус операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙҙың видеояҙма аша ирекмәндәргә мөрәжәғәте һәр кемде тулҡынландырғандыр.
- Һеҙ үргән маскировка селтәрҙәре беҙҙе генә түгел, хәрби техниканы ла һаҡлай, бөтә яугирҙар исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине улар.
Масксетка үреү йәһәтенән Красноусолдағы “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабы ағзалары айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәтә, улар 200-ҙән ашыу селтәр үреп оҙатһа, Мораҡ ауылы ирекмәндәре уларҙан саҡ ҡына ҡалыша. Родина ауылы ирекмәндәре 115 селтәр үргән. Муниципаль ра-йон советы рәйесе урынбаҫары Т.Фәхретдинов уларға Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова ла изге эштәре өсөн сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп, тыл менән фронттың берҙәмлеге Еңеүҙе бермә-бер яҡынайта, тип билдәләне. Ул шулай уҡ Красноусол, Мораҡ, Родина, Табын, Бурлы, Яугилде, Юлыҡ, Еҙем-Ҡаран, Ҡауарҙы, Имәндәш, Сәйетбаба, Йөҙимән, Ерек, Игенйылға, Яңғыҙҡайын, Ташбүкән, Ташлы,Ҡурғашлы һәм Толпар ауылы ирекмәндәренә штабтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Артабан Родина ауылында маскировка селтәре үрә башлап, һуңынан район ауылдары буйлап оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, был мөһим эште яйға һалған әүҙем ирекмәндәрҙең береһе Любовь Вечерина сәхнәгә күтәрелеп, нисек эш башлап ебәреүҙәре хаҡында бәйән итте. Бөгөн инде Родина ауылы оҫтабикәләре онлайн-режимда йәнә бер һөнәр - шлем өҫтөнән кейә торған башлыҡ (нашлемник) үреүҙе үҙләштергән һәм был йүнәлештә лә эш башлағандар.
Сара барышында алып барыусы Толпар ауылынан Лилиә Яҡшыбаева тураһында ла һөйләп үтте. Махсус хәрби операция биләмәһендә именлегебеҙҙе һаҡлаған улына һәм уның хеҙмәттәштәренә ярҙам итеү уйы менән ул йортоноң ҙур бүлмәһенән бар йыһазды сығарып, өйөндә маскировка селтәре үреүҙе ойошторған! Күптәребеҙ селтәр үреүселәргә ярҙам итергә ваҡыт тапмаған ваҡытта оло йөрәкле әсәнең үҙ йортонда ошо эште ойоштороуына нисек һоҡланмайһың?! Йә булмаһа Табын ауылынан Хәмдиә Сәғированы алайыҡ. Коррекция интернат-мәктәбендә эшләүсе ҡатын ҡыштарын яугирҙарға йөн башалтайҙар бәйләгән. МХО-лағы ҡустыһы каскалар өсөн махсус башлыҡтар бик кәрәк тигәс, шундуҡ эшкә тотоноп, үҙенсә генә итеп 18 нашлемник үреп, алғы һыҙыҡҡа оҙатып та өлгөргән.
Красноусолда, элекке УПК бинаһында ирекмәндәр өсөн “Швейбат” асылыуы хаҡында гәзиттә яҙғайныҡ инде. Йөрәк, намыҫ ҡушыуы буйынса был изге эшкә ҡушылған ирекмәндәр - ҡатын-ҡыҙҙар дронға ҡаршы 200 самаһы юрған тегеп оҙатҡан. Бынан тыш яралыларҙы ташыу өсөн байтаҡ носилкалар ҙа теккәндәр. “Швейбат” ирекмәндәренә лә район Советының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Ташлы ауылынан МХО-лағы тормош иптәше янына 7 тапҡыр барып ҡайтҡан Регина Колесованың да тәүәккәллегенә һәм ҡыйыулығына хайран ҡалырлыҡ. Һуңғы барыуында төшөргән видеосюжетты күрһәтеп, ул ундағы яугирҙарҙың нисек йәшәүҙәре тураһында һөйләне. Совет һалдаттары иҫтәлегенә ҡуйылған бер һәйкәлдең тарихы тыңлаусыларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер кеше аяуһыҙ алыш ваҡытында һәләк булған ике һалдатты үҙенең баҡсаһында ерләй. Донецк тулыһынса фашистарҙан азат ителгәс, ул был урында һәләк булған совет һалдаттары хөрмәтенә һәйкәл төҙөп ҡуя һәм ғүмеренең аҙағына тик-лем уны ҡарап, тәрбиәләп тора. Ул вафат булғас, әлбиттә, һәйкәлде ҡараусы булмай. Был һәйкәлдең тарихы тураһында белгәс, яҡташыбыҙ Сергей Колесов яуҙаштары менән бергә үҙ иҫәптәренә төҙөлөш материалдары һатып алып, яу араһындағы буш ваҡыттарында һәйкәлде төҙөкләндереп, уның алдына плиткалар түшәп, тәртипкә килтереп ҡуялар. Ҡасандыр олатай-ҡарт олатайҙары ҡан ҡойған ерҙәрҙә бөгөн ейән-бүләрҙәре именлек урынлаштырып, совет яугирҙарына ҡуйылған һәйкәлде яңыртыуҙары оло мәғәнәгә эйә. Регина был һәйкәлде лә фотоға төшөрөп алған.
Артабан Елена Рябова “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Әйтергә кәрәк, штаб ағзалары яугирҙарҙың һорау-үтенестәре буйынса ҙур эш башҡара. Машина, дронға ҡаршы ҡорал, генератор, машиналарға запас частар, төҙөлөш материалдары, мунса, рация һәм башҡа бик күп әйберҙәр һатып алыуға аҡса туплау маҡсатында әленән-әле төрлө акциялар иғлан итәләр. Кемдәрҙер аҡса менән ярҙам итһә, икенселәр штабҡа шәхси машиналарын, тәгәрмәстәр, мотоциклдарын, госпиталгә урын кәрәк-яраҡтары, медикаменттар килтереп тапшыра. Штаб ағзалары йыйылған барса әйберҙәрҙе бергә туп-лап сираттағы гумконвойҙы оҙата. Штаб ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илфат Закиров техниканы ремонтлауҙан тыш, гумконвойҙы үҙе үк алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға илтеп тапшыра. Әйткәндәй, сара барышында Илфат Рәхимйән улына ла район Советының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Сара илһөйәрлек рухындағы йыр-моң менән үрелеп барҙы. Слётта ҡатнашыусылар “Эксклюзив” балалар бейеү ансамбле сығышын, Үтәк мәҙәниәт йорто вокаль ансамбле, “Землячки” ветерандар хоры, Табын, Толпар, “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре, Ташлынан Регина Колесова менән Евгения Флячинская башҡарыуындағы йырҙарҙы, Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина менән Толпарҙан Эльвира Миниязованың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын илһамланып ҡараны һәм тыңланы. Елена Рябова иһә башҡарылған һәр йырҙың тарихын һөйләп, уларҙың сығышын тағы ла тулыландырҙы.
Ирекмәндәр слётында махсус операция барышында яраланып, әлеге көндә реабилитацияла булған яугир, Красноусол ауылы егете Азат Шафиҡовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Азат Нияз улы яугирҙарға даими ярҙамы өсөн ирекмәндәргә яуҙаштары исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе.
- Ысынлап та, яу яланында маскировка селтәрҙәре бик кәрәк һәм улар ҙур роль уйнай. Бәлки тап һеҙҙең ҡулдар менән үрелеп, минең танкка ҡапланған ошондай селтәр ярҙамында ғына мин дә иҫән ҡалғанмындыр. Ҙур рәхмәт һеҙгә, - тине ул.
Сара хореограф С.Бакаева “Встанем” йыры көйөнә ҡуйған эстрада бейеүе менән тамамланды. Уны барыһы ла аяғөҫтө баҫып тыңланы һәм ҡараны.
Эйе, бөгөн барыбыҙҙы ла бер уртаҡ маҡсат берләштерә - яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға һәм еңеү көнөн яҡынайтыуға мөмкин тиклем ярҙам итеү. Сөнки берҙәмлек еңеү нигеҙе икәне күптән билдәле һәм шуныһы һөйөнөслө, был тәңгәлдә районыбыҙ ирекмәндәре арыу-талыу белмәй эшләй.

Мәрхәбә Собханғолова.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас