

Тантана муниципалитет етәксеһе кабинетында йылы мөхиттә үтте. Осрашыуҙа Венер Фәнир улы Юлия Васильевнаға һәм Борис Геннадьевич Гулинға подполковник Т.Хөснөтдиновтың Рәхмәт хатын тапшырып, ошондай юлдарҙы: “Лейтенант Геннадий Борисович Гулин беҙҙең часта хеҙмәт итә. Хеҙмәтенең тәүге көндәренән үк ул үҙен ышаныслы хәрби иптәш итеп күрһәтте, Ватаныбыҙ һағына ышаныслы баҫты. Ул төрлө хәрби бурыстарҙы үтәгәндә, алыштарҙа, ҡатмарлы хәрби шарттарҙа йәшәүҙә үҙен ҡыйыу һәм лайыҡлы тота, ҡорал менән яҡшы идара итә һәм ышаныслы ҡуллана, шулай уҡ ул башҡа хәрбиҙәр өсөн өлгө булып тора. Тап ошондай характерлы кешеләр арҡаһында беҙҙең яугирҙар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла фашист армияһын юҡ итә, тимәк беҙ нацизмдың тергеҙелеүен туҡтата аласаҡбыҙ”, - тип әйтеп үтте.
Шулай уҡ хатында командир хакимиәт башлығына яҡташыбыҙҙың бөтә хәрби хеҙмәттәштәре менән бергә еңеүҙе яҡынайтыуын белдереп, тантаналы шарттарҙа был хаҡта уның ғаилә ағзаларына хәбәр итеүен дә һораған.
Венер Вахитов үҙ сығышында Ватанды лайыҡлы яҡлаусылар итеп тәрбиәләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, геройҙың ғаиләһенә үҙ исеменән дә рәхмәт һүҙҙәрен белдереп: “Хөрмәтле Юлия Васильевна һәм Борис Геннадьевич! Улығыҙҙы лайыҡлы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн шәхсән үҙемдең исемдән рәхмәт белдерәм, сөнки был сифаттар бала саҡтан уҡ һалына. Уға тиҙ арала иҫән-һау өйөнә ҡайтыуын теләйем. Беҙ барыбыҙ ҙа быны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ һәм еңеүҙе яҡынайтҡан яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Шахтёр” ҡушаматлы, штурмлау элемтә взводы командиры булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙы өйҙә яратҡан ҡатыны һәм ике улы көтә. Уға һәм башҡа яугирҙарыбыҙға иҫән-имен тыуған яҡтарына тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.