

Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың туғандары менән эш "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан республикаһындағы филиалы менән берлектә өҙлөкһөҙ алып барыла, тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Яңы саралар исемлегенә теш протездары менән тәьмин итеү, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеүгә сертификаттар биреү, планлы дауаханаға һалыуҙы көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу һәм ярҙам саралары күрһәтеүгә ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү буйынса бушлай күсмә хеҙмәтләндереү күрһәтеү өҫтәлде.
Гәзиттә алдан хәбәр итеүебеҙсә, быға тиклем 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡабул ителгәйне.
Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына – балалар баҡсаһына бушлай йөрөү; мәктәп уҡыусыларына көнөнә - ике, көндөҙгө бүлектә уҡыусы колледж студенттарына бер тапҡыр бушлай туҡланыу; йөклө, бала имеҙеүсе һәм 3 йәшкә тиклемге балалары булғандарҙы “Һөт кухняһы”нан бушлай аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү; 23 йәшкә тиклемге бөтә уҡыу йорттары уҡыусыларына һәм студенттарына ҡала һәм ҡала яны автобустарында айына 60 бушлай йөрөү; республика колледждары студенттарына уҡыуға түләүҙе компенсациялау; балалар баҡсаһына сираттан тыш урынлаштырыу; оҙайлы көн төркөмөндә һәм түңәрәктәрҙә бушлай шөғөлләнеү; йыл әйләнәһенә шифахана һәм лагерҙарҙа бушлай ял һәм һауыҡтырыу мөмкинлеге; яугирҙарға һәм ғаилә ағзаларына – санатор-курорт дауаланыуы алыу; эшкә урынлашыуҙа ярҙам; һөнәри белем алыу өсөн уҡыу сертификаттары; йортҡа газ уҙғарыуҙа 100 мең һумлыҡ сертификат; транспорт һалымы түләүҙән азат ителеү; дәүләт мәҙәни учреждениеларына 50-100 процент ташлама менән йөрөү мөмкинлеге; психологик һәм башҡа төрлө медицина ярҙамы, бушлай юридик ярҙам; бушлай социаль хеҙмәттәр алыу; утын һатып алғанда 10 процент ташлама менән файҙаланыу; сүп-сар сығарыу өсөн түләмәү; баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа торлаҡ һатып алыу; кредит каникулдары; ауылда торлаҡ төҙөү өсөн сертификат алыу һәм башҡа бихисап ярҙам саралары бар.