+28 °С
Болотло
Антитеррор

Ил тойғоһо беҙҙе йөрөтә

- Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына ауыр саҡта иленә терәк булыр көслө зат тип әйтмәйҙәр. Иле, тыуған ере, халҡы, ғаиләһе, яҡындарының именлеге өсөн тәү сиратта улар яуаплы һәм яу киләме, дау ҡубамы, тыныс ваҡытмы - улар иле өсөн дә, ғаиләһе өсөн дә ышаныслы ҡалҡан булып ҡалырға тейеш, - ти илебеҙҙең, балаларыбыҙҙың именлеге, яҡты киләсәге өсөн яуға ингән яугирҙарҙың береһе Геннадий Никифоров (һүрәттә).

Ил тойғоһо  беҙҙе йөрөтәИл тойғоһо  беҙҙе йөрөтә
Ил тойғоһо беҙҙе йөрөтә

Үҙебеҙсә таҙа итеп һөйләшкән яугирҙы башҡорт егетелер тигәйнем дә, исем-шәрифен әйтеп үҙе менән таныштырғас, аптырап ҡалдым.
- Мин бит Юрмаш ауылында тыуып-үҫтем. Шунда уҡырға төштөм. Шуға ла башҡорт теле миңә икенсе туған телем кеүек. 1988 йылда ғына атай-әсәйемдәр “Красноусол” шифаханаһына эшкә урынлашып, Аҡташ ауылына күсеп килдек, - тип үҙе менән таныштырҙы яу яланында яраланыу сәбәпле ғаиләһе янына ҡайтҡан яугир.
Өлөшләтә мобилизация иғлан ителеп, таныштары бер-бер артлы алғы һыҙыҡҡа юллана башлаған тәүге көндәрҙән үк вахта ысулы менән алыҫ Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Геннадий ҙа үҙенә лә саҡырыу килгәнен көтә. Көтөп ала алмағас, яҡындарына һиҙҙермәй генә махсус хәрби операция биләмәһенә китеү хаҡында уйлана башлай. 2023 йылдың ноябрендә ул барса туғандарын, яҡындарын йыйып, алтын юбилейын билдәләй. Юбилярҙың нисектер уйсан ғына ултырыуын күргән яҡындары нимә уйларға ла белмәй. "Нимә булды?" - тип һорап та ҡарайҙар.
- Вахтаға юлланыр ваҡыт етә бит, - тиеү менән генә сикләнә Геннадий. Ә инде юбилейҙан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, ғаилә башлығы үҙе шикелле үк вахта ысулы менән Санкт-Петербург яғында эшләп йөрөгән ҡатыны Иринаға эшенән туҡтап, өйҙә, балалар янында бул, тип, үҙенең МХО-ға юлланырға ҡарар итеүе хаҡында әйтә. Күп тә үтмәй, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланып, алғы һыҙыҡта үҙе кеүек үҙ теләктәре менән ил именлеге һағына баҫҡан яугирҙар менән бергәләп ауылдарҙы, утарҙарҙы нацистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.
- МХО-ға юлланыусылар тураһында халыҡ араһында “аҡса артынан киткән” тигәнерәк фекер таралған. Шулай ҙа алғы һыҙыҡта ысын илһөйәрҙәр, аҡса тип түгел, ә илебеҙҙең именлеге, балаларыбыҙҙың бәхетле киләсәге өсөн ҡулына ҡорал алыусылар күберәк. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, һәләк булғандар урынына икенселәр баҫып, яуға инә, - ти Геннадий. - Еңеүгә ышаныс һәм Ватанға, яҡындарыңа һөйөү беҙгә көс бирә. Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм ярҙамын бында ныҡ тояһың. Шулай уҡ дуҫлыҡ тойғоһо бик көслө. Теләктәшлек һәм үҙ-ара ярҙам да. Авдеевка янындағы сираттағы һөжүм ваҡытында яраланғас, тап хеҙмәттәштәрем беренсе ярҙам күрһәтте.
Сираттағы һөжүм ваҡытында мина шартлап, Геннадийҙың яурынбашы һөйәктәре сәрпәкләнә, уның йәнәшәһендәге бер нисә яугир ҙа яралана.
- Яугирҙар “шым полячка” тип йөрөткән минаға эләктек. Яу яланынан медсанчасҡа тиклемге 2,5 саҡрымлыҡ юл бик оҙон тойолдо.Өҫтәүенә, дрондарҙан һаҡланырға кәрәк, - тип һөйләй яугир.
Санчастан Геннадийҙы Черкасскиға, артабан Ростовҡа, унан һуң инде Ырымбурға оҙаталар. Ундағы табиптар операция яһап, металл конструкция ҡуйып, ялға ҡайтаралар.
- Табиптар яраланыуға бәйле комиссовать итеп, бөтөнләйгә ҡайтарырға йыйынғайнылар ҙа, риза булманым, - ти яугир. - Командир булараҡ мин башҡаларға өлгө булырға тейешмен. Яраларым уңалыу менән яуҙаштарым янына юлланып, Еңеүгәсә бергәләп көрәшәсәкбеҙ, - ти Геннадий.
Яугир май аҙағында тағы ла бер операция үткәрҙе. Әлегә ул ғаиләһе, балалары янында. Әйткәндәй, ҡатыны Ирина менән улар өс бала үҫтерә. Улдары- Антонға - 15, Арсенийға 14 йәш булһа, ҡыҙҙары Софияға 5 йәш.
- Балалар эргәмдән китмәй, малайҙар инде махсус операция барышы, ундағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһына, - ти Геннадий. - Арсений айырыуса, саҡ ҡына олораҡ булһа, бер нимәгә ҡарамай махсус операция биләмәһенә юлланыр ине. Йәштәре еткәс, Аллаһ бирһә, икеһе лә әрме хеҙмәтенә барасаҡ, әлбиттә. Ир-егеттәр мотлаҡ әрме мәктәбе үтергә, хәүеф килгәндә Ватанын яҡларға һәм һаҡларға әҙер булырға тейеш, - ти ул улдары менән ғорурланып. – Олата-йым Давид Никифоров та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Яраланып, немецтарға пленға эләккән. Мин бала саҡта пленда күргән михнәттәре хаҡында илай-илай һөйләй торғайны. Олатайымдың яҙмышы, үҙемдең махсус хәрби операция биләмәһендәге кисерештәрем тураһында улдарыма һөйләйем, ир-егеттәр Ватандың, яҡындарының именлеген һаҡларға те-йеш, тип аңлатам. Минеңсә, малайҙарҙа бала саҡтан илһөйәрлек тәрбиәләргә кәрәк.
Алыштар барышындағы батырлығы өсөн Геннадий “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, Авдеевкалағы алыш өсөн дә юғары наградаға тәҡдим ителгән.
- Яраларым уңалып, ҡулға ҡорал тоторлоҡ булыу менән хеҙмәттәштәрем, окопташтарым янына юлланып, нацистарҙы ҡыйратып, еңеү менән әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, - ти яугир. Уға был уйҙарын тормошҡа ашырып, ғаиләһе, балалары янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас