+28 °С
Болотло
Антитеррор

Яңы ғаилә барлыҡҡа килде

Матур дата – 2025 йылдың 25 июнендә Үзбәк ауылында никах һәм Красноусолда туй гөрләне – махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Айҙар Үтәғолов һөйгәне, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һылыуы Юлиә Рөстәм ҡыҙы (тамырҙары менән Ғафуриҙан) менән өйләнеште. Был көндө уларҙың никахы ра-йон ЗАГС-ында тантаналы шарттарҙа рәсми теркәлде.

Яңы ғаилә барлыҡҡа килдеЯңы ғаилә барлыҡҡа килде
Яңы ғаилә барлыҡҡа килде

Никахлашыу тантанаһында ра-йон ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина Үтәғоловтарҙың никахын рәсмиләштереп, районда йәнә бер йәш ғаилә барлыҡҡа килеүе менән ҡотланы.
Айҙар - ысын герой, батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Үзбәк урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. 2017 йылда тренер һөнәренә эйә булып, ҡулына диплом алғас, Ҡораллы Көстәр сафына баҫа. Әммә армияла хеҙмәтен тултырғас, үҙен Ватанды һаҡлау эшенә бағышларға уйлап, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. Шунан бирле үҙен тотошлайы менән хәрби һөнәргә бағышлай егет.
Айҙар Альберт улы 2022 йылдың ҡышына тиклем тыныс ваҡыт шарттарында үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй. 24 февралдә, билдәле булыуынса, махсус хәрби операция башлана. Ғафури районынан контрактсы МХО-ның тәүге көнөнән үк Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең алдынғы частары иҫәбендә була, хәҙер танк взводы командиры булып алғы һыҙыҡта. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн кесе лейтенант Айҙар Үтәғолов Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә Ҡыйыулыҡ өсөн һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары, IV дәрәжә Изге Георгий орденының билдәһе – “Георгий Тәреһе” отличие билдәһе менән бүләкләнгән.
Һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөүенә ҡарамаҫтан, ғаилә ҡорорға йөрьәт итеп, һөйгәненә өйләнешергә тәҡдим яһап, яҙмыштарын бер бөтөн итеп, ҡауышҡан ике йәш йөрәк – Айҙар менән Юлиәгә – парлы оҙон ғүмер, бәхетле киләсәк теләйбеҙ. Мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа ҡоролған яңы барлыҡҡа килгән ғаиләлә киләсәктә балаларҙың шат тауыштары яңғырап торһон.
Айҙар ялы тамамланғас та МХО-ға юлланды. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, уға имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын, ә һөйгәненең уға көс-ҡеүәт өҫтәп тороуын һәм көтөп алыуын теләйбеҙ!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас