

Шуныһы һөйөнөслө, “Ышаныслы тыл” ирекмәндәренә яңы көс булып, изге эшкә балалар ҙа ихлас ҡушылды.
- Балалар бигерәк отҡор икән, селтәр үрергә тиҙүк өйрәнделәр, ярҙамсылар килгәс эшебеҙ ҙә ырамлыраҡ бара,- ти ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Миннисара Заһиҙуллина. – Риана Ғәзизова, Алина Байшөгөрова (3-сө мәктәп), Ильвина Кәримова, Эмиль Кәримов (КГБИ) менән ҡунаҡ ҡыҙҙар Соня Байшөгөрова (Наумовка) менән Илина Клявлинаға (Ауырғазы) ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтеп, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ һәм уларҙан өлгө алып, башҡалар ҙа ирекмәндәр сафына баҫыр тип ышанабыҙ.
Был уҡыусы балаларға “Афарин” тип әйтергә генә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова.