+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Август 2025, 08:53

Әсәйҙәрсә хәстәрлек менән

Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙә реабилитация үткән яугирҙарға даими ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ – Ҡауарҙы ауылынан Лариса Өмөтбаева менән Сәйетбабанан Хөмәйрә Осипова хаҡында күптәр хәбәрҙарҙыр. Уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында райондың Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова “Бәйләнештә” селтәрендә лә яҙғайны. Һәм бына миңә лә шундай оло йөрәкле, изгелекле яҡташыбыҙ Лариса Рөфғәт ҡыҙы менән телефон аша аралашыу мөмкинлеге сыҡты.

Әсәйҙәрсә хәстәрлек менәнӘсәйҙәрсә хәстәрлек менән
Әсәйҙәрсә хәстәрлек менән

Башҡортостандан Санкт-Петербург ҡалаһындағы “Красный Октябрь” хәрби-сәнәғәт комплексында эшләгән яҡташтарыбыҙ һәм завод эшселәре госпиталдәрҙәге яралы яугирҙарға булышлыҡ итеү өсөн “Ярҙам итәйек!” (“Поможем!”) ирекмәндәр төркөмөнә ойошҡан. Улар араһында республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәренән тыш Санкт-Петербург ҡалаһыныҡылар ҙа бар.
– Йыл ярым элек бер яралы һалдат үтенесе буйынса хеҙмәттәшем Любовь Евгеньевна Кудряшова менән тәүге тапҡыр госпиталгә барғайным. Егеттәрҙе күреп, ундағы хәлдәрҙе аңлағас, гел улар янына тартылып торабыҙ, ситтә ҡала алмайбыҙ, сөнки ут эсенән имен сыҡҡан яугирҙар, яҡташтарыбыҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж. Ирекмәндәр рәтенә Любовь Әхмәтова, райондашым Хөмәйрә Осипова ҡушылды. Үҙебеҙ хеҙмәт иткән предприятиебыҙҙа эшсе төркөм булдырҙыҡ, унда килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәбеҙ һәм хәл итәбеҙ. Беҙгә яҡташыбыҙ Дамир Рәхимов һәр яҡлап ярҙам итә. 700-гә яҡын госпиталь салбары, 100-ҙән ашыу валик һәм яралыларға уңайлы түңәрәктәр теккән Юлия Балтаның әсәһе Людмила ла сығышы менән Башҡортостандан, - тип һөйләй Лариса Өмөтбаева.
“Ярҙам итәйек!” ирекмәндәр төркөмө госпиталдә дөйөм хирургияның тотош бер ҡатындағы яугирҙарҙы шефлыҡҡа алған. Кәрәккәндә улар аҡса йыйыуҙы ойоштора, ауыр яралыларға рухи яҡтан терәк булырға тырыша һәм уларҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Башҡорт егеттәренә улар айырыуса иғтибарлы. Һәр кесаҙна һайын ирекмәндәр үҙ аҡсаларына кәрәкле әйберҙәрҙе, күстәнәстәр алып яугирҙар янына ашыға.
- Беҙ килеү менән әлегә тиклем тып-тын ятҡан егеттәргә “йән инеп”, йөҙҙәре яҡтырып китә. Килтергән әйберҙәребеҙҙе таратып, тәмлекәстәр, ҡоймаҡ, бәлеш кеүек үҙебеҙ бешергән ризыҡтар менән бергәләп сәй эсәбеҙ, ихласлап һөйләшәбеҙ. Шул ваҡытта үҙ эстәренә бикләнгәндәр ҙә асылып, хәбәрҙәрен һөйләй, күңелдәрен бушата. Бында матди ярҙамдан бигерәк, әсәйҙәрсә хәстәрлек һәм йылы мөхит булдырыу мөһим. Һәр беребеҙ был эшкә үҙ өлөшөн индерә, сөнки һәр беребеҙ берҙәм булып, күңел йылыбыҙҙы һалып эшләгәндә генә уларға тиҙерәк һауығып, аяҡҡа баҫырға ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлайбыҙ,– ти Лариса Рөфғәт ҡыҙы.
Ирекмәндәр Башҡортостандан «Еңеү өсөн» хәйриә фонды аша ла яралыларға ярҙам итеүгә өлгәшә, үҙҙәренең дә сығымдары байтаҡ. Улар Мәләүез яугиры Илһамға, Учалынан Айрасҡа "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" фонды аша бушлай коляска алырға ярҙам иткән. Айырыуса Илдарҙың, “Братишка” позывнойлы яугирҙың, ошо изгелекле кешеләр ярҙамында яңынан аяҡҡа баҫып атлап китеүенә ҡыуаныу онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙәренә уйыла. Яралы яугирҙарҙың һәр береһенә күңел йылыһы биреп, һауыҡҡандан һуң иҫтәлеккә фотоға төшөп, егеттәрҙең ҡайһыларын – өйҙәренә, ҡайһыларын – алғы һыҙыҡҡа оҙатып ҡала ирекмәндәр. “Госпиталдә дауаланыусы яугирҙарға ярҙам итеүсе ирекмәндәргә, айырыуса Лариса, Люба һәм Дамирға ҙур рәхмәт. Бер йыл һуҙымында, ҡайҙа булыуыма ҡарамаҫтан, мине сабый балалай итеп тәрбиәләп, ҡалаҡтан ашаттылар... Хәҙер инде яраларым бер аҙ уңалып, аяғыма баҫтым, ҡалаҡ тота алам. Һеҙгә һәм һеҙҙең командаға рәхмәт, яралы яугирҙар янында һеҙҙең булыуығыҙ бик мөһим һәм һеҙ беҙгә бик кәрәк”, - тип яҙа бөгөн Ларисаға Ишембайҙан Ирек исемле яугир.
- Яугирҙарҙың ошондай рәхмәт хаттарынан тотош китап яҙырға була, – ти Лариса ханым. Һәр һалдатты ул яҡшы белә, һөйләшкәндә, уларҙың яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһына, туғандары менән дуҫлашып китә, улар менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырыла. Госпиталдән ҡайтҡас та әле яугирҙар уның менән аралашыуҙы өҙөп ҡуймай, дуҫлыҡ дауам итә.
Санкт-Петербург һәм Башҡортостан ирекмәндәре үҙҙәрендәге госпиталгә эләккән яралылар өсөн изгелекле эштәр башҡара. Уларҙың өлгөһө башҡаларҙы ла яугирҙар хаҡында хәстәрлек һәм теләктәшлек күрһәтергә рухландыра.
- Бергәләп кенә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығабыҙ һәм үҙебеҙҙең тормошобоҙҙоң мәғәнәһен кешеләргә изгелек ҡылыуҙа күрәбеҙ, - ти оло йөрәкле, ярҙамсыл яҡташыбыҙ Лариса Рөфғәт ҡыҙы. Ошондай яҡташтарыбыҙ булыуы тотош ғафуриҙар өсөн оло ғорурлыҡ, әлбиттә.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас