

Күптән түгел МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре, ҡатындары, яҡындары өмә ойоштороп, Хәтер аллеяһын тәртипкә килтерҙе: үләнен сапты, яңы ергә ерегә алмаған үҫентеләрҙе, туҙышып ятҡан сүп-сарҙы йыйҙы.Үҫеп китә алмаған үҫентеләр урынына көҙгә яңылар ултыртыласаҡ. Өмәлә ҡатнашыусылар дәррәү эшләп, тиҙ арала тотош аллеяны, ултыртылған һәр ағасты ҡарап-тәрбиәләп өлгөрҙө. Һуңынан һәр ағасҡа яугирҙарҙың – кемдеңдер улы, ире, атаһы – исемдәре яҙылған таҫмалар бәйләнде.
- Елдә елберҙәгән таҫмалар яугирҙарҙың ҡаһарманлығы, батырлығы тураһында һәйләп, иҫкә төшөрөп торғандай, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” фондының район филиалы социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова.
- Хәтер аллеяһы геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу, уларҙың батырлығы тураһында йәш быуынға һөйләү, хәтер яңыртыу урыны ла. Өмәнән һуң аллеяның бермә-бер үҙгәреп, икенсе төҫ алыуы, һәр ағасҡа исемле таҫмалар тағылыуы тулҡынландырғыс мәл булды. Бөгөнгө эшебеҙ беҙҙең именлекте, тыныс тормошобоҙҙо һаҡлап яу яланынан тыуған йортона, яҡындары янына әйләнеп ҡайта алмағандарға оло хөрмәтебеҙ, рәхмәтебеҙҙе белдереүҙең бер ысулы, - ти “Ярҙам йәнәшәлә” МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” грант проекты етәксеһе Рәмзиә Хисаметдинова. - Геройҙар аллеяһы уларҙы иҫкә алыу, уларҙың батырлыҡтары тураһында һөйләшеү, тормош тураһында уйланыу урыны ла булыр, тип ышанам. Шуға ла был урынды ҡәҙерләп һаҡлау, тейешле тәртиптә тотоуға яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары ғына түгел, башҡалар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
- Дөйөм эшкә вайымһыҙлыҡ күрһәтмәйенсә һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, барыһы ла уңышлы, яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, парктан кешеләр өҙөлмәй, ололар ҙа, балалар ҙа ял итергә ярата бында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вайымһыҙ хужалары үҙ иркенә сығарып ебәргән мал да ошонда. Йәш ағастар араһында йөрөгән малды күргән осраҡта, уларҙы ҡыуып сығарһағыҙ, аллеяны, йәш үҫентеләрҙе генә түгел, беҙҙең имен киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙар тураһында хәтерҙе һаҡларға ла ярҙам итер инегеҙ, - тип красноусолдарға мөрәжәғәт итә Рәмзиә Шәкирйән ҡыҙы.
М.МЫРҘАЯНОВА.
Республика Башлығы Радий Хәбиров:
“Барлыҡ Башҡортостан халҡы исеменән ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнегеҙ өсөн хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Улар барыһы ла геройҙар, уларҙың исемдәре мотлаҡ мәңгеләштерелергә тейеш. Улар йәшәгән йортта, улар уҡыған мәктәптә мемориаль таҡтаташ ҡуйырға һәм тантаналы шарттарҙа асырға кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың иҫтәлегенә Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа килергә тейеш.”