

ръән аяттары уҡыуы менән башланды. Изге теләктәр теләп доғалар ҡылынды. Районда һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары “Ышаныслы тыл” исеме аҫтында ҡулдарынан килгәнсә фронтҡа ярҙам итәләр, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашалар, һаҡселтәрҙәр үрәләр. Һаҡселтәрҙәр үреүҙә Красноусол мөслимәләре башланғысындағы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө иң алдынғылары. Шулай уҡ Мораҡ, Буруновка, Яңғыҙҡайын, Ватан ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ла уларҙың артынан ҡыуып баралар. Ошо ауылдарҙан килеүселәр үҙҙәренең эштәре хаҡында һөйләне. Ғафури районы ветерандар советы етәксеһе Эльвира Мөлөкова, ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова райондың фронтҡа гуманитар ярҙамы, штаб эшләгән эштәргә байҡау яһаны. Улар райондан киткән яугирҙар менән тура бәйләнештә торалар. Осрашыуға саҡырылған шағирә-сәсәниәләр Рәмзиә Монасипова һәм Фәүзиә Ҡотлогилдина һуғыш темаларына яҙылған шиғырҙарын уҡыны, яугирҙарға китап һәм шиғырҙар бүләк итте. Осрашыуҙағы һәр сығышта ла һалдаттарҙың иҫән-имен йөрөп ҡайтыуҙарын, һуғыштың тиҙерәк туҡтауын теләнеләр. Яуҙа һәләк булған яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы А.П.Мигуновтың ҡатыны ла күҙ йәштәре аша үҙенең хәтирәләре, тәьҫораттары менән уртаҡлашып, егеттәргә иҫәнлек теләне. Ҡунаҡҡа саҡырылған яугирҙарға үҙҙәренә һәм ғаиләләренә һаулыҡ теләп күстәнәстәр бирҙеләр. Улар ҙа үҙ сиратында оло хөрмәтләүгә рәхмәт белдереп, тыуған яҡтан килгән гуманитар ярҙамдың, һаҡселтәрҙәрҙең яу яланында бик ҡәҙерле булыуын әйттеләр. Осрашыуҙан фронттағылар ҙа, тылдағылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.
Күңелдәргә йылылыҡ биреүсе осрашыу “Миңлеғәле Шайморатов” исемендәге ирекмәндәр штабы, “Ышаныслы тыл” исемле район ирекмәндәре, Красноусол мәсете мөслимәләре тарафынан ойошторолғайны. Был сараны ойоштороуға күп көс һалған һәм матур итеп алып барған Минисара Мөхәмәҙей ҡыҙына ҙур рәхмәт! Эйе, тыл ышаныслы булғанда, фронт менән тыл бергә берҙәм булғанда оҙаҡламай күптән көткән Еңеү таңы ла атыр!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА,
халыҡ сәсәне.
Фронт һәм тыл
Рәсәйемдә бик күп халыҡ йәшәй
Дуҫ һәм татыу бергә һыйышып,
Мәскәү тигән оло баш ҡаланың
Ҡанат аҫтарына һыйынып.
Рәсәй илен буйһондормаҡ булып,
Теҙләндермәк булып тубыҡҡа,
Көнсөл йәндәр яуҙар асып торған
Дусар итеп халҡын һуғышҡа.
Ләкин Рәсәй иле бирешмәгән
Халҡы татыу, берҙәм булғанға,
Үрмәксе ауылай дуҫлыҡ ебен
Күңелдән күңелгә ныҡ һуҙғанға.
Һөйләшһә лә улар төрлө телдә
Берен-бере яҡшы аңлаша,
Битараф булмаған һәр бер кеше
Ватан, иле өсөн тырыша.
Фронт һәм тыл бергә берләште лә
Оло бер көс хасил иттеләр,
Гуманитар йөк тейәп ылауҙар
Яу яландарына киттеләр.
Был көс – Халыҡ берҙәмлеге көсө!
Еңә алмай уны һис бер кем!
Еңеү көнөн яҡынайта илгә
Һәр атҡан таң, һәр бер килгән көн!
Был Еңелмәҫ көстө аңлау ҡыйын,
Ул хас бары Рәсәй халҡына,
Ҡаҡшамаҫ берҙәмлек аша бара
Тиҙҙән килер Еңеү таңына!
Яу яланында алышҡан һалдаттар
Еңеү яулап илгә ҡайтығыҙ!
Белеп тороғоҙ һеҙ һәр ваҡытта
Һеҙҙең менән бергә халҡығыҙ!