+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Сентябрь 2025, 05:29

Ысын геройҙарға наградалар

Күптән түгел район хакимиәте башлығы Венер Вахитов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ысын геройҙарға  наградаларЫсын геройҙарға  наградалар
Ысын геройҙарға наградалар

Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Указына ярашлы, ғүмер өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа хәрби бурысты үтәгәндә күрһәткән ҡыйыу һәм тәүәккәл ғәмәлдәре өсөн, махсус хәрби операция ветераны, кесе сержант Раил Ибәтуллин Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. МХО-нан сәләмәтлеге буйынса ҡайтҡандан һуң, Раил бөгөн һәр кем өсөн батырлыҡ өлгөһө булып тора.
Батырлыҡ ордендарына сержант Динар Мөхәрмәтов, рядовой Алексей Патрушев, рядовой Ғаяз Сатлыҡов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң тәҡдим ителде. “Батырлыҡ өсөн” миҙалына кесе сержант Әлтәф Сөләймәнов лайыҡ булды. Наградалар уларҙың ата-әсәһенә һәм яҡындарына тапшырылды.
- Улар геройҙарса киттеләр, ҡурҡмай һәм сигенмәй. Уларҙың данлыҡлы ғүмере мәңгелек, был егеттәрҙең исемдәре Ғафури районы тарихына мәңгелеккә яҙылды! - тип билдәләне Венер Фәнир улы наградалар тапшырыу тантанаһында.
Ватаныбыҙ тыныслығы һағына баҫырға батырсылыҡ иткән батыр яугир яҡташтарыбыҙға мәңгелек дан!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас