+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентябрь 2025, 05:00

Еңеүгә беҙҙең өлөш

Күмәк көс яу ҡайтара, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Еңеүгә беҙҙең өлөшЕңеүгә беҙҙең өлөш
Еңеүгә беҙҙең өлөш

Ир-егеттәребеҙ яу яландарында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкәндә беҙҙең Бурлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Яугирҙарға гуманитар ярҙам оҙатҡанда ҡулдарынан килгән ҡәҙәр көндәлек кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек әҙерләп ебәрәләр.
Маскировка селтәрҙәре махсус хәрби операция ваҡытында егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн иң кәрәкле әйбер булып һанала. Бурлыла маскировка селтәрҙәре үреү махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк башланды, тиһәң дә була.
Селтәр үрергә материалдар һатып алыу өсөн Бурлы ауылы кешеләре, “Урожай” крәҫтиән хужалығы ғына түгел, ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа, Ҡормантау ауылы кешеләре лә ярҙам итте. Апайҙарыбыҙ тиҙ арала өйрәнеп, 70-кә яҡын маскировка селтәре үреп, яу яландарына оҙатты.
Хатта өлкән йәштәге апайҙарыбыҙ Сайма Зәйнуллина, Йәүиҙә Сәлимйәновалар ҙа йәштәрҙән ҡалышмай, селтәр үрер өсөн таҫмаларҙы киҫеп әҙерләп өлгөртөп торалар. Беҙҙең үргән селтәрҙәребеҙ һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен һаҡларға ярҙам итһен, тип изге теләктәр теләй- теләй маскировка селтәрҙәре үрә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ.
Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА.
Бурлы ауылы.

Еңеүгә беҙҙең өлөш
Еңеүгә беҙҙең өлөш
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас