

Сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров, республикала хәрби хеҙмәткәрҙәр менән берлектә ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторолдо, тип билдәләне.
- Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кәңәшләштек. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштергән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған йәмәғәт ойошмаһының кәрәклеген аңланыҡ, - тине Башҡортостан Башлығы. - Республиканың идара итеү командаһы ассоциацияға ҙур иғтибар бүлә, һәм уның беҙҙең менән эшләй алырлыҡ компетентлы, көслө партнер булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим.
- Йәштәр өсөн һеҙ - Башҡортостанды яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәрлектең тере миҫалы. Беҙ һеҙгә ошо мөһим эш менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, ойошма төбәккә ҡайтҡан республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә.
- Беҙҙең эшмәкәрлек күп яҡлы һәм кешеләргә реаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Бөгөн беҙҙең берләшмәлә меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Оскар Ситдиҡов. - Беҙҙең маҡсат - һәр муниципалитетта берҙәм ярҙам үҙәге булдырыу. Бынан тыш, ассоциацияла башҡарма директорҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса урынбаҫарҙары вазифаһы индерелә. Был структур үҙгәрештәр системалыраҡ ҡараш һәм һәр эш йүнәлеше өсөн шәхси яуаплылыҡ тәьмин итәсәк.
Сарала Башҡортостан махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Ғафури районы буйынса рәйесе Илья Николаевич Макаров ҡатнашты. Ултырыштан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып:
- Миңә баш ҡалала үткән Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашырға тура килде - тине. Ассоциация алдында торған бурыстар булып һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, инвалидтар хаҡында хәстәрлек күреү, яуҙан ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу тора. Ошо һәм ойошманы артабан үҫтереү, Уставына үҙгәрештәр индереү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы. Һәр муниципалитетта ветерандар йәки ғаилә ағзалары бер урынға килеп, бөтә кәрәкле әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуҙа ярҙам ала алһын өсөн Берҙәм ярҙам үҙәге булдырырға кәрәклеге билдәләнде. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштергән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған сарала төрлө райондарҙан килгән ветерандар менән осрашып, улар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Бындай осрашыуҙар, әлбиттә, бик кәрәк һәм даими уҙғарылып торасағы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Урындағы власть – муниципалитет башлыҡтары менән берлектә кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеге билдәләнде. “Һорау-яуап” форматында йәнле аралашыу булып, һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды.