

Республиканың Балтас районында Радик Шакиров һәм Илсур Хафизовтың торлаҡтарын тикшерҙеләр. Социаль координаторҙар уларға документтар әҙерләргә һәм торлаҡты яраҡлаштырыуға ғариза ебәрергә ярҙам итте. Ветерандарға, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы тәрбиәләнеүселәре Тәтешле районынан Феликс Зиятовҡа һәм Иглин районынан Виталий Карпенкоға кәрәкле документтар пакетын йыйырға һәм торлаҡты яраҡлаштырыуға ғариза ебәрергә шулай уҡ социаль координаторҙар ярҙам иткән.
2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың сентябренә тиклем:
151 адаптацияға ғариза алынған
уларҙың 141-е тикшерелгән
51 бина яраҡлаштырылған