+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Октябрь 2025, 06:39

Мөғжизәләр була икән...

Ихласлыҡты һәм ысын илһөйәрлекте - фронтҡа таныш булмаған яугирҙарға йылы хаттар яҙған хәҙерге уҡыусылар күңеленән юйып ташлап булмай. Балалар тарафынан тырышып яҙылған хаттар һәм хәбәрҙәр ҡайһы саҡта ысын мөғжизә тыуҙыра, хатта үҙ иленең киләсәген ҡорал менән һаҡлаған иң көслө һәм сыҙам яугирҙар ҙа был эскерһеҙ юлдарҙы уҡығанда күҙ йәштәрен тыя алмай. Ябай һәм күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәр һәр саҡ һалдаттың йөрәгенең иң тәрән урынына барып етә...

Мөғжизәләр була икән...Мөғжизәләр була икән...
Мөғжизәләр була икән...

Махсус хәрби операция башланғандан алып, Ғафури районының мәктәп уҡыусылары йөҙҙән ашыу хат яҙып, алғы һыҙыҡҡа ебәргән. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең теләктәре яҙылған мәктәп дәфтәре битен кемгә ебәргәнен бер тапҡыр ҙа күрмәгән, әммә һәр береһе үҙенең һүҙҙәре йылылыҡ килтерер һәм, бәлки, өйҙән меңдәрсә километр алыҫлыҡта булған хәрби хеҙмәткәрҙәргә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итер тип өмөтләнә. Хаттар йыш ҡына һүрәттәр менән биҙәлә, ҡыҙҙар күберәк сәскәләр, ҡояш, зәңгәр күк һүрәтләһә, малайҙар ҡыҙыл йондоҙҙар, Рәсәй флагын һәм хәрби техниканы төшөрә.
Беҙҙең райондан фронтҡа киткән йөҙҙәрсә хаттың икәүһен Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп уҡыусыһы Зарина Нәбиева яҙған.
- Беҙҙең уҡытыусыбыҙ алғы һыҙыҡҡа хаттар яҙырға һораны, һәм беҙ бөтә класс менән яҙҙыҡ, - тип һөйләне Зарина. - Мин ул көндө һалдатҡа аныҡ нимә яҙғанымды хәтерләмәйем, моғайын, иҫән һәм һау-сәләмәт ҡайтыуын теләгәнмендер. Өйҙән алыҫта, пулялар, шартлауҙар аҫтында йөрөгәндәр өсөн рух ныҡлығын һаҡлау өсөн дәрт кәрәклеге тураһында уйланым. Быға уларға хаттар ярҙам итә лә.
Ә бына был хәлдең иң иғтибарға лайыҡлы яғы, моғайын, 3-сө мәктәп уҡыусыһының класташтары менән бергә хат яҙып, гуманитар ярҙам менән бергә ебәреүе түгел, ә был бәләкәй генә хәбәрҙең Познаньдәге Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов орденлы 506-сы гвардия мотоуҡсылар полкының “Гриф” ҡушаматлы яугирына барып эләгеүелер, ул Красноусол ауылында тыуып үҫкән. Ә яуҙан отпускыға ҡайтҡас, яугир алғы һыҙыҡта үҙен тетрәндергән һәм күп нәмәне яңынан уйларға ярҙам иткән хаттың авторы менән осрашырға ҡарар итә. Бына ул, үҙенең йәш яҡташынан хат алған мәлен нисек хәтерләй.
- Бөгөнгөләй хәтерҙә, иртәнге сәғәт алты ине, һауа дымлы һәм һалҡын булды, мин ут яғырға сыҡтым. Бының өсөн беҙ тылдан ебәрелгән шәмдәрҙе ҡулланабыҙ, - тип һүҙ башланы "Гриф". - Шәмгә хат беркетелгән ине, уны асып уҡығас, телһеҙ ҡалдым. Уны минең тыуған ауылымдан 5-се класс уҡыусыһы яҙған. Хатты бер нисә тапҡыр уҡыным, уның һәр хәрефен яттан беләм. Унда былай тип яҙылған ине: “Яугир. Сәләм, билдәһеҙ яугир! Мин һине белмәйем, ләкин һоҡланам, һинең хеҙмәтең еңел түгел, бөтә илебеҙ өсөн бик мөһим. Һинең көслө һәм ҡыйыу икәнеңде беләм! Беләбеҙ, һиңә ауыр. Ләкин онотмаҫҡа тейешһең, һинең, көслө яҡлаусының артында меңәрләгән кеше ғүмерҙәре тора. Һиңә, һалдат, һинең хәрби юлыңда, ә һуңынан тормош юлыңда осраған бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуыңды теләйбеҙ. Һиңә, билдәһеҙ яугир, тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек, уңыштар, еңеүҙәр, көс, сыҙамлыҡ теләйем! Хуш! Зарина Набиева. 5 “В” класс. Красноусол ауылы. 3-сө мәктәп”.
- Мин был тыуған яҡ сәләмен подразделениеның һәр яугирына күрһәттем һәм уҡырға бирҙем, был мөғжизә тип билдәләп үттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта был хат-талисман миндә юҡ, МХО биләмәһендә ҡалдырырға тура килде, мин уны шул шәм менән бергә ышаныслы итеп йәшерҙем. Һуңынан беҙҙе башҡа урынға күсерҙеләр һәм күмгән урындан ҡаҙып алып, үҙем менән алып китергә мөмкинлек булманы. Сөнки алғы һыҙыҡта барыһы ла бик тиҙ үҙгәрә, бөгөн һин бында, иртәгә – яңы урынға күсерәләр. Ләкин һуңынан мин уны, әлбиттә, табып музейға тапшырасаҡмын, - ти “Гриф”.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, яугир хат авторына буш ҡул менән килмәгән, ул Заринаға мобиль телефон тапшырған.
"Гриф"тың үҙе тураһында ла һөйләргә кәрәктер. Ул Красноусол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, 1-се мәктәптә уҡыған. 1984 йылда Сорғот ҡалаһына күсеп киткән һәм шунда төпләнгән. Сержант алғы һыҙыҡҡа осраҡлы эләкмәгән.
- Былтыр августа Курск өлкәһендә булған хәл мине уйландырҙы. Бер аҙ үҙемә урын таба алмай, уйланып, барыһын да бизмәнгә һалып үлсәп, алғы һыҙыҡта минең ярҙам кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә, мине тап Курск өлкәһенә ебәреүҙәрен һораным, - тип дауам итте яҡташыбыҙ. - Әммә командование нығыраҡ белә, мине Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайышына - Донбасҡа ебәрҙеләр, быға мин бер ҙә үкенмәйем. Өйҙә мине яратҡан ҡатыным көтә. Әйткәндәй, беҙҙең танышыу - ул тағы бер мөғжизә, башҡаса әйтеп булмай. Мин ул саҡта яңғыҙ йәшәй инем, 35 йыл күрешмәгән ҡыҙ менән осраштыҡ. Һөйләшеп ултырғанда, беҙҙең паспорттарҙағы урамдарҙың атамалары һәм йорт номерҙары бер үк булыуы асыҡланды, берҙән-бер айырма - ҡалаларҙың атамаларында. Миндә - Сорғот, ә унда - Екатеринбург. Бынан һуң бергә йәшәргә кәрәк тип әйтеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шулай итеп, беҙҙең йөрәктәр ҡушылды. Был мөғжизә түгелме ни?
Күптәр мине бәхетле тип атай, ысынлап та, бында ҙур дөрөҫлөк бар. Минең менән бергә хеҙмәт иткән яугирҙарҙы, бигерәк тә йәштәрҙе, мин һәр саҡ хуплайым, дәртләндереп ебәрәм, әгәр мин бәхетле булһам, тимәк, янымда булғандарға ла тик уңыш йылмаясаҡ, тип әйтәм. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, әммә был эшләй. Дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек төшөнсәләре ябай һүҙҙәр түгел, ул башҡаса, юғарыраҡ нәмә. Егеттәрҙе заданиеға оҙатҡанда, мин һәр береһен ҡыҫып ҡосаҡлайым, теләктәремде әйтәм, кәңәштәремде бирәм, ҡаршылағанда ла шулай уҡ ҡосаҡлап ҡаршы алам. Мине лә шулай уҡ заданиеға оҙаталар һәм ҡаршылайҙар. Беҙҙә шулай ҡабул ителгән.
Махсус хәрби операциянан еңеү менән ҡайтҡас, тыныс тормошта “Гриф” ижад менән шөғөлләнергә хыяллана – ҡулдарына ҡорал тотоп, Ватанды һаҡлау өсөн иңде-иңгә ҡуйып ҡаршы торғандар, ғүмерҙәрен аямайынса, ерҙең һәр сантиметрын дошмандан азат иткәндәр, яу яланында ятып ҡалғандар һәм еңеү менән Тыуған илгә, туғандары янына ҡайтҡандар тураһында яҙырға теләй.
Уның һәм йөҙәр меңләп яугир егеттәребеҙҙең хыялы ла, өмөттәре лә мотлаҡ тормошҡа ашһын! Беҙгә тиҙерәк еңеү насип булһын!

Рөстәм ХӘЛИМОВ.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117-се, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса,

Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.

Мөғжизәләр була икән...
Мөғжизәләр була икән...
Мөғжизәләр була икән...
Мөғжизәләр була икән...
Автор:Рустам Халимов
Читайте нас