

Үткән аҙнала “Форсат” йәштәр үҙәгендә ошо даталарға арнап махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугирҙарыбыҙҙың атай-әсәйҙәре һәм тормош иптәштәре менән “Беҙ бергә. Ғафури” тип исемләнгән осрашыу үтте. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, күп функциялы үҙәк етәксеһе Елена Хәкимова, пенсия фонды белгесе Әлфиә Рәхимова, Үҙәк район дауаханаһы психологы Әлфиә Яҡшыбаева, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы Марс Сабитов, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙары, М.Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы, “Форсат” йәштәр үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Сараның төп маҡсаты, әлбиттә, батыр яугирҙарыбыҙҙың ата-әсәләре менән яҡындан аралашыу, улар өсөн булдырылған ярҙам саралары тураһында һөйләшеү, борсоған һорауҙарға яуап биреү, уларҙың хәлен, нисек йәшәүҙәрен асыҡлау ине. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова барыһын да сәләмләп, һәр береһе менән таныштырғас, һүҙҙе ошо сарала ҡатнашыусыларға бирҙе.
- Махсус хәрби операция башланып, 2022 йылдың 26 сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, районыбыҙҙан байтаҡ ир-егет мобилизацияланып, Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк хаҡына Ватанды һаҡларға юлланды. Ошо яуҙа беҙ бик күп ир-егеттәребеҙҙе юғалтып, йөрәккә уңалмаҫлыҡ яра алдыҡ. Был осрашыу шулай уҡ улдарының, ирҙәренең батырлығына тәрән хөрмәт күрһәтеү ҙә. Бөгөн атай-әсәйҙәр алдында улдарын ысын илһөйәр, Ватанды һаҡлаусы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн баш эйәм. Тыуған илебеҙ өсөн йәнен аямай һәләк булған батыр райондаштарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр дауам итәсәк, уларҙың яҡындарына иғтибар, ихтирам һәм хәстәрлек беҙҙең тарафтан һәр саҡ буласаҡ, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.
Күп функциялы үҙәк етәксеһе Елена Ғәли ҡыҙы һәм Пенсия фонды белгесе Әлфиә Ринат ҡыҙы ла үҙҙәренең эш йүнәлеше буйынса ентекле аңлатып, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугирҙарыбыҙҙың атай-әсәйҙәренә һәм ҡатындарына, балаларына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуҙарын еткерҙеләр. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы Марс Хәмзә улы ярҙам саралары тураһында асыҡлыҡ индереп, кемдәр ниндәй ярҙамға дәғүә итә алыуын, шул йәһәттән Мәшғүллек үҙәге аша сертификат менән яңы һөнәр үҙләштерергә мөмкин булыуын аңлатты. Үҙәк район дауаханаһы психологы Әлфиә Рәүеф ҡыҙы барыһына ла һаулыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек теләп, МХО яугирҙарының яҡындарына үҙҙәренә генә йомолоп ҡалмай, булған проблемаларҙы, ҡыйынлыҡтарҙы ғына түгел, шатлыҡтарҙы ла ошолай асыҡтан-асыҡ бергәләп һөйләшеп кисерергә саҡырҙы. М.Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы ағзаһы Эльза Ғәббәсова яугирҙарға һәр саҡ гуманитар ярҙам ебәргәндәре, иғтибарҙары һәм ярҙамдары өсөн бында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, быларҙың барыһы ла егеттәргә көс биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Красноусол мәҙәниәт һарайы артистары ла был мөһим сараны үҙҙәренең рухлы йырҙары менән тулыландырып, геройҙарҙың ғаиләләренә күңел йыуанысы өләште.
Йылы мөхиттә уҙған осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләрен ҡараны һәм һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Сара тәжрибә уртаҡлашыу, рәхмәт белдереү, ветерандар, һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән етәксе һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн майҙансығы булды.