

Сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләүҙә лә тотош район халҡы әүҙем ҡатнашты. Кемдәрҙер маскировкалау селтәрҙәре үрһә, икенселәр бергә йыйылып йәшелсә консервалары, тәмле-татлы өй күстәнәстәре әҙерләне, ирекмәндәр штабына беренсе кәрәк-яраҡтар, медикаменттар килтерҙе. Төҙөлөш материалдары, генераторҙар, техника һатып алыу өсөн аҡса йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнаша район халҡы. Был изге эштән мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмай, яугирҙарға балалар алсаҡлығы, ихласлығы менән һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерлек йылы хаттар яҙа. Йыйылған посылкаларҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы автомобилдәргә, тағылмаларға тейәгәндә лә ирекмәндәр ихлас ярҙамлаша. Шулай уҡ һәр ваҡыт тағылма (прицеп) менән ярҙам иткән “Тепловодоснабжение” МУП-ын да айырып билдәләп үтергә кәрәк.
Алғы һыҙыҡтағы яугирҙар посылкалар менән бергә тыуған яҡ, тыуған йорт йылыһын килтереп, яҡын кешеләренә әйләнгән ирекмәндәрҙе һәр ваҡыттағыса көтөп алалар. Ярҙам, посылкаларҙы алыу менән видеороликтар төшөрөп, рәхмәт һүҙҙәре яҙып та ебәрәләр. Яугирҙар яҡташтарының күстәнәстәрен үҙҙәренә килтереп еткергән ирекмәндәргә айырыу-са рәхмәтле.
Әйткәндәй, Фирғәт Тәлғәт улы гуманитар ярҙам тейәп махсус операция биләмәһенә 10-сы тапҡыр барып ҡайтты. Был үҙе оло батырлыҡҡа тиң. Һәм бына тағы ла хәүефле лә, изге лә оҙон юлға сығыр алдынан ғына тәүәккәллеге, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ихлас ярҙамы, иғтибары өсөн Фирғәт Зәйнуллин икенсе тапҡыр инде Рәсәй армияһына ярҙам фондының иң юғары йәмәғәт наградаһы булған “Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалы менән наградланды. Был миҙал хәрби подразделениеларҙың юллауы буйынса МХО-ға әүҙем ярҙам итеүсе йәмәғәт ойошмаларына, ирекмәндәргә тапшырыла.
Фронт менән тылдың берҙәмлеге - еңеү нигеҙе. Ошо хәҡиҡәтте аңлап, илебеҙ именлеге һағында торған яҡташ яугирҙарыбыҙға ихлас ярҙам иткән район халҡына һоҡланмау мөмкин түгел. Бер-береңә ярҙам итеү, эскерһеҙлек һәм асыҡлыҡ, кешеләрҙең хәленә инә белеү - быларҙың барыһы ла халҡыбыҙ ҡанына электән һалынған. Әле махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген, киләсәгебеҙҙе һаҡлап ҡулына ҡорал алған яҡташтарыбыҙға күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер.
Хөрмәтле райондаштар! Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, райондың ирекмәндәр штабы Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 адресы буйынса гуманитар ярҙам йыя. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(34740) 2-12-96.
Шулай уҡ Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү хәйриә фонды иҫәбенә аҡса күсереп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә мөмкин.
Реквизиттар:
ИНН 0219008466
КПП 021901001
Р/с 40703810006000001694
БИК 048073601
Кор.счет 30101810300000000601
Башкирское отделение № 8598 ПАО Сбербанк г. Уфа
Назначение платежа: «Безвозмездное добровольное пожертвование на оказание помощи военнослужащим и мобилизованным гражданам» в том числе: НДС не облагается».
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.