+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Ноябрь 2025, 10:20

“Улдарыбыҙҙы көтөп алабыҙ!”

Районыбыҙҙа эшләп килгән “Ышаныслы тыл” ойошмаһы ирекмәндәре  махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам ойоштороу йәһәтенән ҙур эш башҡара. Улар шулай уҡ ялға ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ менән дә осрашып, әсәләрсә һөйөү һәм хәстәрлек күрһәтеп ҡалырға тырыша.

“Улдарыбыҙҙы көтөп алабыҙ!”“Улдарыбыҙҙы көтөп алабыҙ!”
“Улдарыбыҙҙы көтөп алабыҙ!”

Ялға ҡайтып, кире юлға йыйыныусы “Албанец” исемле яугирыбыҙ ҙа район мәҙәниәт һарайында “Ышаныслы тыл” ойошмаһы ирекмәндәре менән осрашты. Бында ирекмәндәр мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, әле лә төрлө үлсәмдәге әҙер селтәрҙәрҙе яугирыбыҙға алып китеү өсөн әҙерләп ҡуйғандар ине.  

- Беҙ был селтәрҙәрҙе яугирҙарға биреп ебәрәбеҙ. Уларҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанын көтөп алабыҙ. Һәр селтәргә Еңеү һәм тиҙҙән осрашыу теләген ҡушып үрәбеҙ. Яуҙағы егеттәребеҙ ҙә һәр саҡ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙҙың файҙаһы булыуына шатбыҙ, - ти ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар.

Айнур исемле яугирыбыҙ менән осрашыу ихлас аралашыу сараһына әүерелде. Яугир һорауҙарға асыҡ яуап бирҙе, ирекмәндәр уға изге уй-теләктәрен еткерҙе.

Ҡаһарман яугирыбыҙ Айнур Сафин Миәкә районының Комсомольск ҡасабаһында тыуып үҫеп, шунда урта белем алған. Нефтеюганскиҙа компьютер буйынса училище тамамлаған. Артабан РФ хәрби-диңгеҙ флотының “Бөйөк Пётр” ауыр атом-ракета крейсерында дөйөм 15 йыл хеҙмәт иткән. 2022 йылдың 7 июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 1-се башҡорт батальонында фельдшер булып яуға юллана.

- Махсус хәрби операция башланғас, мин унда барырға тейеш, тип, үҙемә ҡарар иттем. Алла бирһә, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти яугир.

Батырлыҡтары өсөн Айнур Әсҡәт улы Шайморатов ордены, Жуков, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн”, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Рита менән Красноусолда йәшәйҙәр. Ул балалар шифаханаһында уйындар ойоштороусы булып эшләһә, оло ҡыҙы Анита 1-се мәктәптә 7-се класта уҡый, бәләкәсе “Тирәккәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Яугирҙың Еңеү менән ҡайтыуын Миәкәләге әсәһе, апаһы, туғаны ла түҙемһеҙлек менән көтә.

Ошо уҡ көндө яугир район хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән дә осрашты.

Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ былар барыһы ла яугирҙарыбыҙға хас сифаттар. “Ышаныслы тыл” ойошмаһы ирекмәндәре лә: “Юғалтыуҙар булмаһын, тиҙерәк ошонда шатлыҡлы осрашырға яҙһын”, - тигән изге теләктәрен еткерҙе.

Ялға ҡайтып, кире юлға йыйыныусы “Албанец” исемле яугирыбыҙ ҙа район мәҙәниәт һарайында “Ышаныслы тыл” ойошмаһы ирекмәндәре менән осрашты. Бында ирекмәндәр мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, әле лә төрлө үлсәмдәге әҙер селтәрҙәрҙе яугирыбыҙға алып китеү өсөн әҙерләп ҡуйғандар ине.  

- Беҙ был селтәрҙәрҙе яугирҙарға биреп ебәрәбеҙ. Уларҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанын көтөп алабыҙ. Һәр селтәргә Еңеү һәм тиҙҙән осрашыу теләген ҡушып үрәбеҙ. Яуҙағы егеттәребеҙ ҙә һәр саҡ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙҙың файҙаһы булыуына шатбыҙ, - ти ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар.

Айнур исемле яугирыбыҙ менән осрашыу ихлас аралашыу сараһына әүерелде. Яугир һорауҙарға асыҡ яуап бирҙе, ирекмәндәр уға изге уй-теләктәрен еткерҙе.

Ҡаһарман яугирыбыҙ Айнур Сафин Миәкә районының Комсомольск ҡасабаһында тыуып үҫеп, шунда урта белем алған. Нефтеюганскиҙа компьютер буйынса училище тамамлаған. Артабан РФ хәрби-диңгеҙ флотының “Бөйөк Пётр” ауыр атом-ракета крейсерында дөйөм 15 йыл хеҙмәт иткән. 2022 йылдың 7 июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 1-се башҡорт батальонында фельдшер булып яуға юллана.

- МХО башланғас, мин унда барырға тейеш, тип, үҙемә ҡарар иттем. Бик күп дуҫтарҙы ла юғалтырға тура килде. Алла бирһә, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - ти яугир.

Батырлыҡтары өсөн Айнур Әсҡәт улы Шайморатов ордены, Жуков, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн”, Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Рита менән Красноусолда йәшәйҙәр. Ул балалар шифаханаһында уйындар ойоштороусы булып эшләһә, оло ҡыҙы Анита 1-се мәктәптә 7-се класта уҡый, бәләкәсе “Тирәккәй” балалар баҡсаһына йөрөй. Яугирҙың Еңеү менән ҡайтыуын Миәкәләге әсәһе, апаһы, туғаны ла түҙемһеҙлек менән көтә.

Ошо уҡ көндө яугир район хакимиәте башлығы Венер Вахитов менән дә осрашты.

Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ былар барыһы ла яугирҙарыбыҙға хас сифаттар. “Ышаныслы тыл” ойошмаһы ирекмәндәре лә: “Юғалтыуҙар булмаһын, тиҙерәк ошонда шатлыҡлы осрашырға яҙһын”, - тигән изге теләктәрен еткерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117-се, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса,

Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

 

“Улдарыбыҙҙы көтөп алабыҙ!”
“Улдарыбыҙҙы көтөп алабыҙ!”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас