+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Ноябрь 2025, 04:00

Ауыл халҡы ла ихлас ҡушыла

Беҙҙең Ҡурғашлы ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы тотош ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын ойоштороп, махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙҙең, беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлаған яугирҙарға әленән-әле кәрәкле әйберҙәр туплап, посылкалар оҙатып тора.

Ауыл халҡы ла ихлас ҡушылаАуыл халҡы ла ихлас ҡушыла
Ауыл халҡы ла ихлас ҡушыла

Ошо көндәрҙә генә күмәкләп егеттәребеҙгә тағы ла бер гуманитар ярҙам әҙерләнек. Башта барыбыҙ бергә йыйылып туҡмас киҫтек, икенсе йыйылғаныбыҙҙа туҡлыҡлы булыу өҫтөнә оҙаҡ һаҡлана торған милли ризығыбыҙ – бауырһаҡ бешереп алдыҡ. Күңелле итеп аралашып, йырлашып, изге доғаларыбыҙҙы ҡушып бешергәс, бауырһағыбыҙ уңып ҡына беште. Һуңынан инде әҙер туҡмасты, бауырһаҡты контейнерҙарға тултырып, төрлө йәшелсә салаттары, тәмле-татлы вареньелар, йылы нәскиҙәр, тиҙ бешә торған пакетлы ҡоро аштар, аяҡ кейемдәренә йылы олтораҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы туп-лап посылкалар әҙерләнек. Балалар иһә йылы теләктәрен ҡушып яугирҙарға хат яҙҙы. Әҙер посылкаларҙы Венер ағай Ҡотов менән бергәләп район штабына алып барып тапшырҙыҡ.
Шуныһы һөйөнөслө, был изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Ғөмүмән, ауылыбыҙҙа башҡаларҙың хәсрәтенә битараф ҡалмайынса һәр саҡ ярҙам итергә тырышҡан ихлас халыҡ йәшәй. Артабан да шулай берҙәм булып, берәү башлаған эште дәррәү күтәреп алып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә яҙһын. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа берҙәмлек айырыуса мөһим. Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, тыныслығыбыҙҙы, илебеҙҙең именлеген һаҡлаған яугирҙар беҙҙең терәк-ярҙамды, күңел йылыбыҙҙы тойорға тейеш. Тыуған яҡтан килгән беҙҙең күстәнәстәребеҙ, йылы хаттарыбыҙ уларҙың күңелдәрен йылытып, көс-ҡеүәт өҫтәһен һәм оҙаҡламай илебеҙгә, еребеҙгә тыныслыҡ, именлек яулап, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар.
Гөлназ СУФИЯНОВА,
ауыл клубының художество етәксеһе,
Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы.

Ауыл халҡы ла ихлас ҡушыла
Ауыл халҡы ла ихлас ҡушыла
Ауыл халҡы ла ихлас ҡушыла
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас