+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Ноябрь 2025, 09:25

Бергә барыбер еңелерәк...

Районыбыҙҙағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге, “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабы, Красно-усол мөслимәләре башланғысындағы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу, маскировкалау селтәрҙәре үреү һәм йыйылышып күстәнәскә тәмлекәстәр әҙерләүҙәре менән бер рәттән, ялға ҡайтҡан һалдаттарыбыҙҙы саҡырып, йәнле осрашыуҙар ҙа ойошторалар.

Бергә барыбер еңелерәк...Бергә барыбер еңелерәк...
Бергә барыбер еңелерәк...

Күптән түгел Красноусол мәсете эргәһендә урынлашҡан кафела госпиталдән һуң мобилизацияланған Максим һәм ялға ҡайтҡан Руслан исемле яугирҙар менән ошондай күңел йылыһы биргән йәнле осрашыу булды.
Был осрашыу аш-һыу өҫтәле артында имам хәҙрәттең изге теләктәр теләп, Ҡөрьән аяты менән башланды. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова, Ғафури районы ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, Рәсәй Геройы А.П.Мигуновтың тормош иптәше Любовь Мигунова бында йыйылыусыларға һәм яугирҙарға изге теләктәрен еткереп, бөгөн берҙәмлек мөһим булыуын билдәләп, киләсәктә лә ошо маҡсаттан тайпылмай, бергәләшеп изге эштәр башҡарырға саҡырҙылар. Эйе, МХО-ға һәр беребеҙҙең бәләкәй генә ярҙамы ла яуҙағылар күтәргән ауырлыҡты еңеләйтә, яугирҙарыбыҙҙың кәйефен күтәрә. Ошо көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙың тормош иптәше, әүҙем ирекмән Эльза Ғәббәсованың тыуған көнө – юбилейы булып, Рәмзиә Сергеевна барыһы исеменән уны бүләкләп, ҡыйыу ҙа, сая ла булған гүзәлебеҙ менән ғорурланыуын, һоҡланыуын әйтеп үтте.
- Яуҙа ситтә ҡалып булмай, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөбөҙҙө керетергә тырышабыҙ. Еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ тиҙерәк Еңеү яулап ҡайтһын, башҡа юғалтыуҙар булмаһын, - тип һөйләп үтте МХО-ла һәләк булған яугирҙың атаһы Рәфис Харисов.
Был осрашыуҙы Минисара Мөхәмәҙей ҡыҙы Заһиҙуллина ойоштороп, матур итеп алып барҙы. Яугирҙар ҙа ярҙамдары, әсәләрсә хәстәрлек күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, үҙҙәренең күңел кисерештәре менән бүлештеләр. Осрашыуҙан һәр кем үҙенә йыуаныс, ҡыуаныс алып, имам хәҙрәт һәм имам-мөхтәсиб уҡыған аятҡа доға ҡылып, аҙаҡтан күмәкләп фотоға төшөп таралышты. “Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк, бергә барыбер еңелерәк”, тип йырҙа йырланғанса, төп көс тә берҙәмлектә бит.

Бергә барыбер еңелерәк...
Бергә барыбер еңелерәк...
Бергә барыбер еңелерәк...
Бергә барыбер еңелерәк...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас