+28 °С
Болотло
Антитеррор
Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Ноябрь 2025, 09:53

Яугирҙар менән осраштыҡ

“Ышаныслы тыл” дың көмөш ирекмәндәренең әүҙемлегенә, һәр эшкә өлгөрөүҙәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр.  Төшкә тиклем генә үҙҙәренең ватсаптағы чатында 317-се селтәрҙе үреп бөттөк, тип фото ҡуйғайнылар, көндөң икенсе яртыһында инде Красноусол ауылы  мәсете  ихатаһындағы кафела өҫтәл әҙерләп, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы  осрашыуға саҡырҙы.

Яугирҙар менән  осраштыҡЯугирҙар менән  осраштыҡ
Яугирҙар менән осраштыҡ

Эйе, гәзитебеҙҙә даими хәбәр итеүебеҙсә, көмөш ирекмәндәр алғы һыҙыҡтан  ҡайтҡан яугирҙарҙы  йыйып, әленән- әле  ошондай матур  сара ойошторалар. Был юлы осрашыуға Игенйылғанан “Бесәй”, Красноусолдан  “Ғаббас”, ”Хмурый” һәм “Агасик” позывнойлы  яугирҙар килде.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла килеп етә алмаған ине.  Осрашыу, ғәҙәттәгесә, мул табын артында үтте.

Башта Рәмил хәҙрәт  махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә һәм был афәттең тиҙерәк Еңеү менән тамамланып, еребеҙҙә именлек урынлашыуын, алғы һыҙыҡта булған барса ир-егеттәрҙең иҫән һәм имен әйләнеп ҡайтыуын теләп  ҡөрьән аяттары уҡыны. Ансар  шәкерт милләт-ара, дин-ара татыулыҡ, берҙәмлек тураһында бик фәһемле итеп вәғәздәр һөйләне.

Был сара тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һанында  уҡырһығыҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Яугирҙар менән  осраштыҡ
Яугирҙар менән  осраштыҡ
Яугирҙар менән  осраштыҡ
Яугирҙар менән осраштыҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас