

Беҙҙең халыҡ гелән берҙәм булған: шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисереп, бергә күтәргән, еңелмәгән. Хәҙерге ваҡытта ла берҙәмбеҙ. Беҙ, уҡыусылар ҙа, төрлө изге эштәр менән ярҙам итәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ауылдарҙан посылкалар ебәрәләр, ә беҙ өсмөйөшлө сәләм хаттары менән яугирҙарҙың күңелдәрен күтәрергә тырышабыҙ. Һалдат, һинең хеҙмәтең бик ауыр һәм яуаплы, үҙ ғүмереңде аямай, беҙҙең тыныс тормошобоҙҙо һаҡлайһың. Әлеге көн геройы кем, тип һораһалар, әлбиттә, һалдаттар һәм уларға ярҙам итеүселәр, тип әйтер инем. Ҡәҙерле һалдат, һеҙҙең батырлығығыҙ менән ғорурланабыҙ. Һиңә ҡоростай һаулыҡ, иҫән-аман тыуған ауылыңа еңеү менән ҡайтыуыңды теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙән яҡшы хәбәрҙәр генә көтәбеҙ. Һау бул, тыныслыҡ һалдаты! Лилиә, 10-сы класс.”
“Һаумы, һалдат, Һиңә Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7“б” класында уҡыусы Юлиә Вәлиева яҙа. Мин Ҡурғашлы ауылынан. Хатым һеҙгә барып етеүенә 100 процент ышанып та етмәйем. Әгәр инде һеҙ минең хатымды алып уҡыһағыҙ, бик шатланыр инем. Һеҙгә бәхет, сәләмәтлек һәм ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ теләйем, сөнки унда нисек ауыр икәнен аңлайым. Һеҙҙең өсөн туғандарығыҙ ғына түгел, Һеҙҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән һәм белмәгән уҡыусылар ҙа борсола. Һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ үткән аҙнала окоп шәмдәре лә эшләп ебәргәйнек, барып еткәндер тип ышанам.
Күптәр хатта үрмәксенән дә ҡурҡа, ә һеҙ шул тиклем ҡурҡыуҙы белмәгән батыр, беҙҙе һаҡлап һуғышҡа киттегеҙ. Шуның өсөн беҙ һеҙҙе бик хөрмәт итәбеҙ. Үҙегеҙҙе, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һеҙгә. Дошманға бер ваҡытта ла бирешмәгеҙ. Уңыштар.
Мин башҡортса беләм һәм башҡортса һөйләшәм. Юлиә Вәлиева.”
Районыбыҙ мәктәптәренән махсус хәрби операция биләмәһенә барып еткән иҫәпһеҙ-һанһыҙ хаттарҙың икәүһен генә уҡып та, балаларҙың ихлас күңелдән яҙылған йылы хаттары, ысынлап та, яугирҙарҙың күңелен йылытып, көс-рух өҫтәйҙер, тигән һығымтаға киләһең. Әйткәндәй, күптән түгел бөгөнгө көндә Запорожье йүнәлешендә Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия десант-штурмлау дивизияһы составында илебеҙ именлеген һаҡлаусы “Град” позывнойлы яугир яҡташыбыҙ М.Шайморатов исемендәге “Ғафури яугирҙарына ярҙам” ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова менән бәйләнешкә сығып, Красноусолдан ебәрелгән посылкаларҙы алыуҙары тураһында яҙып ебәргән.
- Гуманитар ылау менән бергә килгән өс мөйөшлө хаттарҙы көтөп алабыҙ. Уларҙан ниндәйҙер бер йылылыҡ бөркөлә. Хаттарҙы һалдаттар менән бергә ултырып уҡыйбыҙ, улар беҙгә көс өҫтәй. Бына мин үҙем районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән барса хаттарҙы, кескәйҙәрҙең һүрәттәрен бергә йыйып, документтарым араһында ғына йөрөтәм. Улар нисектер йылытып, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра, ҡеүәт өҫтәй кеүек. Уҡыусыларға, акцияны ойоштороусыларға бөтә десантсылар исеменән ихлас рәхмәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша ул. Һәм үҙенә эләккән хаттың авторы Юлиәне табып, хаттың “100 процент” алғы һыҙыҡҡа килеп етеүе һәм тап Ғафури яугирына эләгеүен әйтеп, матур теләктәре өсөн уға рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе үтенгән.
- Уҡыусы балалар махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәрҙең хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, улар менән ғорурланыуҙарын белдерә, йылы һүҙ менән беҙҙе дәртләндерә, рухландыралар. Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барыбыҙҙың да имен-һау әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы теләй. Ҡош телендәй генә хәбәр ҙә беҙгә йөрәк йылыһы, тыуған яҡ сәләме булып, күңелде күтәрә, тулҡынландыра, - тип яҙа Красноусолдан булған “Кент” позывнойлы икенсе яугир.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан башҡа яугирҙар ҙа балаларҙан алған хуплау хаттарының илһам, көс һәм рух, йылылыҡ өҫтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың тиҙ арала еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп яҙған ихлас хаттарын айырыуса тулҡынланып, ҡат-ҡат уҡыйҙар.Уҡыусыларҙан хат алған яугирҙарҙың ялға ҡайтҡанында хат авторҙарын табып, мәктәптә уҡыусылар менән осрашыуҙары хаҡында ла беләбеҙ.
Алғы һыҙыҡта балаларҙан килгән хаттар яугирҙарға рух өҫтәп кенә ҡалмай, ғүмерҙәрен ҡотҡарған осраҡтар ҙа була. Күптән түгел интернет селтәрендә дрондар һөжүме ваҡытында Александр исемле яугирҙың тап балаларҙан килгән хаттар ярҙамында иҫән ҡалыуы тураһындағы яҙмаға тап булғайным. Йөрәге тәңгәленә тура килгән мина ярсығы һәр саҡ түш кеҫәһендә генә йөрөткән хаттар аша үтә алмай, эләгеп ҡала. Госпиталдә дауаланған яугир ярсыҡ менән "тегелгән" был хаттарҙы бетеү урынына һаҡлай...
- Ауылдарҙан посылкалар алып килеүсе ирекмәндәр һәр саҡ балаларҙың хаттары һәм һүрәттәре лә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, - ти ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Сергеевна. – Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары яугирҙарға йылы теләктәр менән “татлы” хаттар ҙа әҙерләй, 3-сө мәктәп уҡыусылары ла яугирҙарға ҡосаҡ-ҡосаҡ өс мөйөшлө хаттар килтерә. Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ окоп шәмдәре эшләй, ата-әсәләре, уҡытыусылары менән бергәләп посылкалар ҙа туплай.
Балаларҙы был изге эшкә ылыҡтырыу бик мөһим һәм ул йәш быуында ватансыллыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булһа, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар ихласлыҡ менән яҙылған хаттарҙы көтә, һәр хат, һәр һүрәт, үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙы еңеүгә дәртләндерә, рухландыра. Алғы һыҙыҡҡа һеҙгә генә хас булған сафлыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған йылы хаттар оҙатып, еңеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, балалар.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.