Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Ноябрь 2025, 13:53

Беҙ бергә!

Шәмбе көнө ауылыбыҙ сәхнәһендә “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә муниципаль этаптың йомғаҡлау сараһы булып, ауылдашыбыҙ Зимфир Мөхәмәтшиндың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеп хәйриә концерты үтте.

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Бай йөкмәткеле концертта районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова етәкселегендә район әртистәре, Өфө ҡунағы, Мөхәмәтшиндарҙың ғаилә дуҫы Рәнис Алтынбаев, Ишембайҙан Зимфир Вафир улының апаһы Әлфиә Вафир ҡыҙы һәм класташтары ҡатнашты. Ауылдаштар, күршеләребеҙ: Ташлы һәм Ҡурғашлы ауылы тамашасылары дәррәү генә йыйылып, ихлас итеп концерт ҡараны. Был концерттан 17 мең һум аҡса йыйылды, әле генә ярҙам йыйып, посылкалар ебәргәндән һуң был сумма беҙҙең бәләкәй ауылыбыҙ өсөн матур күрһәткес булды.
Ауылыбыҙ халҡы берҙәм һәм тырыш. Бер ниндәй эштән, саранан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, ҡулдан килгәнсә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙамыбыҙҙы еткереп торабыҙ. Оҙон йәйҙән һуң ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары яңынан һаҡселтәрҙәр үреүҙе башланыҡ, күрһәткестәр бик ҙур булмаһа ла, беҙ ихлас итеп тотондоҡ. “Ил төкөрһә, күл була,” ти халыҡ мәҡәле. Әгәр ҙә беҙҙең ошо үргән селтәрҙәребеҙ бер генә һалдатты үлемдән алып ҡала икән, был да ҙур бәхет! Халыҡтан йыйылған аҡсаға һалдаттарға посылкалар әҙерләнек, кәрәкле әйберҙәр алғанда ҡулланырҙар тип аҡсалата ла ярҙам тапшырҙыҡ. Ярҙам итеүҙе, әлбиттә, артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Яратҡан гәзитебеҙ аша ихлас күңелдән зал тултырып килгән тамашасыларға, район әртистәренә, ҡунаҡтарҙы йылы аш, былау бешереп һыйлаған һәм ярҙам копилкаһына ҙур ғына сумма өҫтәгән ауылдашыбыҙ Рәмилә Ҡотоваға, барлыҡ коллегаларыбыҙға, Әлиә менән Эльвираға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Мул тормош, бәхетле ғүмер һеҙгә! Зимфир ағайға ижади уңыштар, матди һәм рухи байлыҡ, ғаилә именлеге, һаулыҡ, оҙон, парлы ғүмер теләйбеҙ. Беҙ бергә!
Роза Кәримова,
Ташбүкән ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас