Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
29 Ноябрь 2025, 10:00

Иҫән-имен йөрөп ҡайтығыҙ!

“Ышаныслы тыл”дың көмөш ирекмәндәре әүҙемлегенә, һәр эшкә өлгөрөүҙәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Төшкә тиклем генә үҙҙәренең чатында 317-се селтәрҙе үреп бөттөк, тип фото ҡуйғайнылар, көндөң икенсе яртыһында инде Красноусол ауылы мәсете ихатаһындағы кафела өҫтәл әҙерләп, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы осрашыуға саҡырҙылар.

Иҫән-имен йөрөп ҡайтығыҙ!
Иҫән-имен йөрөп ҡайтығыҙ!

Эйе, гәзитебеҙҙә даими хәбәр итеүебеҙсә, көмөш ирекмәндәр алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарҙы йыйып, әленән-әле ошондай матур сара ойошторалар. Был юлы осрашыуға Игенйылғанан “Бесәй”, Красноусолдан “Ғаббас”, ”Хмурый” һәм “Агасик” позывнойлы яугирҙар килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла килеп етә алмаған ине. Сарала район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова,”Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндәреү үҙәге етәксеһе Розалия Рахманғолова ҡатнашты. Ҡурғашлы ауылынан яугирҙар өсөн тәмле-татлы күстәнәстәр, үҙҙәре әҙерләгән сохари һәм башҡа кәрәк-яраҡ тултырылған посылкалар тейәп ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Мәрйәм Ҡотова, Маһинур Ишмөхәмәтова, Гөлназ Суфиянова һәм Венер Ҡотов та килеп еткәйне. Осрашыу, ғәҙәттәгесә, мул табын артында үтте.
Башта Рәмил хәҙрәт махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугирҙар рухына бағышлап һәм был афәттең тиҙерәк Еңеү менән тамамланып, еребеҙҙә именлек урынлашыуын, алғы һыҙыҡта булған барса ир-егеттәрҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡөрьән аяттары уҡыны. Ансар шәкерт милләт-ара, дин-ара татыулыҡ, берҙәмлек тураһында бик фәһемле вәғәздәр һөйләне.
Һәр ваҡыттағыса, яугирҙар бик әҙ һүҙле булып, алғы һыҙыҡтағы хәлдәр тураһында һөйләп бармайҙар. Осрашыуға килеүселәр ҙә үҙҙәре менән ҡыҫҡаса таныштырып үткәс, яугирҙар араһындағы дуҫлыҡ, берҙәмлеккә баҫым яһаны.
- Һуғыш яланында милләт-ара, дин-ара айырмалыҡ юҡ. Барыбыҙ ҙа бер Аллаһҡа табынабыҙ. Башҡортмо, урыҫмы, татар, әрмән йәки башҡа милләттән булһынмы - барыбыҙ ҙа берҙәмбеҙ, татыубыҙ, дәррәүбеҙ. Һуғыш яланында яуҙашыңды ташлап китеү юҡ, бер-берең өсөн йәнеңде бирергә әҙер дуҫ-туғанға әйләнәһең, - ти “Агасик” позывнойлы яугир.
“Ғаббас” иһә даими ярҙамдары өсөн барса яугирҙар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Күңел йылығыҙҙы ҡушып үргән маскировкалау селтәрҙәре яугирҙарҙы ғына түгел, хәрби техниканы ла һаҡлай. Һеҙ күпме яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ. Ә инде йорт аштары, күстәнәстәре, бигерәк тә йылы, ихлас теләктәр ҡушып яҙылған хаттар күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр уята, дәрт, рух өҫтәй. Бөгөнгө осрашыу иһә айырыуса тулҡынландырғыс. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә,- тине ул.
- Ошондай ышаныслы, көслө һәм ныҡлы тыл булғанда, Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине башҡалар ҙа уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп.
Осрашыу барышында Эльвира Әнүәр ҡыҙы, Розалия Фәрит ҡыҙы, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна һәм М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Сергеевна саҡырылған ҡунаҡтарға иң изге теләктәрен еткереп, тыл менән алғы һыҙыҡтың берҙәмлеге Еңеү нигеҙе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Рәмзиә Сергеевна Аҡкүл ауыл биләмәһенән әүҙем ирекмәндәр Наталья Степанова, Галина Козлова һәм Лилиә Осипованың Антоновка һәм Дмитриевка ауылдары халҡы туплаған посылкаларҙан тыш 22 мең һум аҡсалата ярҙам килтереүҙәрен билдәләп үтте. Был аҡсаны ул МХО биләмәһендә бик кәрәк булған маскировкалау селтәре үреү өсөн материалдар (селтәр һәм спанбонд) һатып алыу өсөн “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре етәксеһе Минисара Заһиҙуллинаға тапшырҙы. Был изге эшкә “Бесәй” позывнойлы яугир ҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
Розалия Фәрит ҡыҙы ла осрашыуға буш ҡул килмәгән. Ул яугирҙарға “Изге йорт” пансионатында тәрбиәләнеүселәр көмөш ирекмәндәр менән берлектә үргән төрлө үлсәмле 23 маскировкалау селтәрен тапшырҙы.
Осрашыуҙан һуң бер нисә көн үтеүгә инде ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы улар аша яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың хеҙмәттәштәренә район халҡы әҙерләгән бик күп посылкалар, шулай уҡ дөйөм көс менән алынған генератор, йылылыҡ пушкаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрҙе. Шулай уҡ бөгөнгө көндә беҙҙең именлегебеҙ һағында торған барса яугирҙарға иң изге теләктәрен, сәләмдәрен юлланы.
М.Мәмәтҡолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас