Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Декабрь 2025, 15:25

Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә

Ҡуpғашлы ауылы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугирҙарға  ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡара.

Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә
Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә

Ауылда бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булған дуҫ халыҡ йәшәй. Махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ ҡына. Егеттәрҙең хәрби зоналағы йәшәйешен аҙ булһа ла яҡшыртыу маҡсаты менән мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышҡан ауыл халҡы был эштәрҙе махсус хәрби  операция тамамланмайынса туҡтатмаясаҡ, әлбиттә.

Бөгөнгө  көсөргәнешле осорҙа изге эштән бер кемдә ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Тормошобоҙ яҡты, имен һәм тыныс булыуын, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын теләп, яугирҙарға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша һәр кем.  Күмәкләп үргән һаҡселтәрҙәр, күңел йылыһын һалып ҡырҡылған туҡмастар, бауырһаҡтар, тоҙланған кәбҽҫтә, бәйләм ойоҡбаштар  яугирҙарға сәләм-күстәнәс  булып, уларға көс-ҡеүәт өҫтәһен, тигән теләктә ҡурғашлылар.

 Халыҡтың теләге бер – күк йөҙөбөҙ яҡты, нурлы, тыныс  булһын. Киләсәк быуынға татыулыҡ менән йәшәргә насип итһен, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына, яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын.

 

Гөлназ Суфиянова.

 

Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә
Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә
Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә
Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә
Ауылыбыҙ ирекмәндәре еңеүгә өлөш индерә
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас