Кадровый офицер, Афған һуғышы ветераны Андрей Мигунов махсус хәрби операция башланғас, 2023 йылдың 17 майында үҙ теләге менән хәрби бәрелештәр биләмәһенә китә һәм 31-се "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальонына етәкселек итә.
2023 йылдың 26 ноябрендә полктың штурмлау төркөмө маҡсат итеп ҡуйған позицияларҙы яулай, әммә 28 ноябрҙә бандерасылар уларҙы ҡабат ҡулға төшөрөргә теләп, һөжүм башлай. Андрей Павлович был позицияларҙы бер танк һәм БМП-нан торған бронетөркөм ярҙамында ышыҡларға ҡарар итә. Подполковник Андрей Павловичтың уйланылған ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә һөжүм туҡтатыла, личный состав юғалтыуҙар кисермәй. Әммә позицияға ҡайтҡас, БМП дрон һөжүменә эләгә һәм Андрей Мигунов ауыр яраларҙан һәләк була.
Рәсәй Геройы Андрей Павлович Мигунов ғүмерен тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеүгә арнаған ысын ҡаһарман һәм уның батырлығы бирелгән антҡа, Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып тора.
Иҫкә алыу сараһында район ойошмалары, учреждениелар вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡындары, ирекмәндәр ҡатнашты. Герой иҫтәлегенә ҡуйылған бюстҡа сәскәләр һалынды.
- Андрей Павлович ысын патриот булды. Ул йәштәрҙе, үҫеп килеүсе быуынды тыуған илде яратырға, уға тоғро булырға өйрәтте. Беҙ ошондай оло йөрәкле, ысын мәғәнәһендә Ватанының тоғро улы булып ҡалған яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова йыйылыусылар алдында сығыш яһап.
Геройҙың ҡатыны Любовь Александровна иҫкә алыу сараһында ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Уны онотмауығыҙ, бөгөнгө сарала ҡатнашып, хөрмәтләп иҫкә алыуығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн минең урыным тылда һәм мин ҡулымдан килгәнсә яугирҙарға ярҙам итергә тырышам: посылкалар әҙерләйем, маскировкалау селтәре үрәм. Сөнки тыл - алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың ышанысы һәм өмөтө. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе улар янында тойоп, ярҙам итергә тейешбеҙ, - тине ул митингыла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова үҙенең сығышында иғтибарҙы бөгөнгө көндә бик киҫкен булған күренешкә – күптәрҙә күҙәтелгән битарафлыҡ проблемаһына йүнәлтте.
- Һәр дәүерҙә илдә, ерҙә барған хәл-ваҡиғаларға битарафтар булған. Бөгөн унан ҡотолорға һәм беҙ әүҙем йәшәү рәүешебеҙ, үҙ өлгөбөҙ менән башҡаларҙы, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе был насар ғәҙәттән арындырып, берҙәмлеккә өйрәтергә, берҙәмлек булғанда барса ауырлыҡтарҙы, бәләләрҙе еңеп булыуын аңлатырға кәрәк, - тине Эльвира Әнүәр ҡыҙы.
Рәсәй Геройын иҫкә алыу сараһында илгә килгән етди һынауҙарҙы бар халыҡ берҙәм булып, ауырлыҡтарҙы бергә күтәргәндә генә еңел үтергә була, артабан да бер төптән булайыҡ, йәштәрҙе геройыбыҙ Андрей Мигунов өлгөһөндә ысын илһөйәр, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләйек, тигән фекер ҡыҙыл еп булып үтте.
М.Мәмәтҡолова.