Яҙыусының Мәскәүҙә нәшер ителгән өр-яңы “СВО. Я вышел из боя живым…” (“МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым”) исемле китабының презентацияһы рәүешендә үткән сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, районыбыҙҙың ауыл китапханалары китапханасылары, Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы кисәлә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы В.Ф.Вахитов исеменән сәләмләне.
Әңгәмә барышында ике тапҡыр махсус хәрби операция зонаһында булып, әҫәрҙәр, юлъяҙмалар ижад итеп, китап баҫтырған Мөнир Сәхиулла улы МХО-лағы хәтирәләре менән уртаҡлашып, ижади командировкалары бушҡа үтмәгәнен билдәләне. Ул был сәфәрҙәрҙә күргәндәре һәм ишеткәндәрен йөрәге аша үткәреүен әйтте. Шул уҡ ваҡытта, яҙыусы һүҙҙәренсә, яугирҙар менән осрашыуҙар уға илһам биргән һәм булып ятҡан хәлдәр тураһында уйланырға мәжбүр иткән.
- Минең МХО темаһына тотоноп китеүем шулайыраҡ булды, бала саҡтан уҡ һуғыш темаһын яраттым. Бала сағымда олатайым менән йәшәнем. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп ордендары бар ине, һуғыш тураһында күп һөйләне. Беҙҙең быуын һуғыш тураһында китаптар уҡып, кинолар ҡарап үҫте. Бер ҡасан да һуғыш беҙҙең осорға эләкмәҫ, ысынлап та, ул булмаҫ, тыныс тормошта йәшәйбеҙ, фашистар ҡыйратып бөтөлгән, тип уйланыҡ. Һәм был һуғыш башланып киткәс, мин дә күптәр кеүек шикләнеп ҡараным, ни мәғәнә был һуғыштан, тигән уйҙар булды. Ошо яуҙа ҙур батырлыҡтар ҡылған ҡыйыу йөрәкле Фәнис тураһында яҙырға тәҡдим иттеләр һәм мин уның тыуған яҡтарында булып, әсәһе һәм яҡындары һөйләгәндәренән очерк яҙҙым, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Мөнир Сәхиулла улы.
Мөнир Ҡунафиндың күп кенә журналист яҙмалары ла Бөйөк Ватан, афған һуғышы ветерандарына, махсус операцияла ҡатнашыусыларға арналған. МХО темаһына мөрәжәғәт итеп, иң беренсе батыр яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк сығара. Ул башҡорт телендә генә һигеҙ миллион тапҡыр уҡылған. Әммә автор ҡәнәғәтлек алмай, сөнки очерк башҡа кешеләрҙең ауыҙынан ишетелгән мәғлүмәттәр нигеҙендә яҙыла. Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә тип, ул махсус хәрби операция зонаһына юллана. Яугирҙар менән осрашыуҙар ваҡытында ул уларҙан хәрби эпизодтар һәм әсе яҙмыштар тураһында ишетә.
- МХО-ла күргәндәрем, минең уйҙарым хәҙер был китапта сағылыш тапты. Мин сәфәремдә ғазап, күҙ йәштәре түгел, яугирҙарыбыҙҙың патриотизмын, уларҙың ихласлығын, туғанлыҡ хисен күрҙем, - тип һөйләй автор.
Мөнир Ҡунафиндың рус телендәге тәрән мәғәнәле “МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым” китабы Мәскәүҙә донъя күрә. Уның яҙылыу тарихы былай була. Автор һуғыш яланындағы икенсе сәфәренән яҙмаларын “Бельские просторы” журналында баҫтырып сығара. Ошо материалдарҙан Мәскәү нәшриәте вәкилдәренән китап баҫып сығарыу тураһында тәҡдим ала.
Сара ҡунаҡтары Мөнир Ҡунафин ижадының әһәмиәтен юғары баһаланы, уның менән танышыу мөмкинлеге өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе һәм яҙыусының республикабыҙҙың мәҙәни мираҫына әҙәби өлөшөнөң мөһимлеген билдәләне. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла нацистарға ҡаршы көрәшеүсе яугир Илнур Ғөбәйҙуллин яу яланынан видеобәйләнешкә сығып, экран аша сәләмләп, “СВО. Я вышел из боя живым…” китабын сығарғаны өсөн яҙыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм ҡурай моңдарын бүләк итте. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ветерандар исеменән рәхмәт белдереп, йөрәккә үтерлек сара булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, яҙыусыға МХО-ла ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әҫәр яҙыу тәҡдимен еткерҙе, Фәнис Хөсәйеновты Рәсәй Геройы исеменә тәҡдим итеү буйынса ҡултамғалар йыйыу буйынса эш бармаймы, тигән һорау бирҙе. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәсеһе, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Гөлшат Вәлиева ошондай осрашыуҙарҙы уҡыусылар менән йышыраҡ уҙғарыу теләген еткерҙе. Ғафури районы китапханалар селтәре директоры Фәүзиә Зәйнуллина Мөнир Сәхиулла улына осрашыу һәм уҡымлы, тәрән мәғәнәле китаптары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, артабан да ижади уңыштар теләне һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙәби кисәгә “Халыҡ яҙыусыһы - Мөнир Ҡунафин ижады” исемле китап күргәҙмәһен ойошторған. Район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары ижади кисәне биҙәне.