Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
19 Декабрь 2025, 09:00

Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын

Ил һәм тыныслыҡ өсөн йәнен аямаған егеттәргә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға, уларҙың күңелен күрергә тырыша. Ошо йүнәлештә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының матур, изге эштәрен хупларға ғына ҡала. Был юлы гимназияның башланғыс класс уҡыусылары, уҡытыусылары, тәрбиәселәр, әсәйҙәр “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е менән берлектә оҫталыҡ дәресе ойоштороп, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләне.

Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын

Гимназия ашханаһында балалар был эшкә ихлас ҡушылып, ҡасан тәмлекәстәр бешерергә тотонорға булыр, тигәндәй, эш башланыуын түҙемһеҙләнеп көткәндәре күренеп тора ине.
Башта гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова яугирҙарыбыҙға күстәнәскә өй шарттарында әҙерләнгән печеньелар бешереп ебәрергә ҡарар итеүҙәре, был матур эштә һәр кем күңел биреп ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә аласағын әйтеп, үҙ фатихаһын бирҙе.
“Алтын ҡурай” ЯСЙ-е директоры Гөлшат Урманшина, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Мигунова был сараның ни тиклем мөһим икәнлеге, йөрәк йылыһы ҡушып бешерелгән ризығыбыҙҙың Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөбөҙ булыуы, ошо бәләкәй генә эшебеҙ ҙә яугирҙарыбыҙҙың күңелдәрен йылытып, кәйефтәрен күтәрәсәге тураһында һөйләп үттеләр.
Республикала танылыу алған “Алтын ҡурай”ҙың оҫта бешеренеүселәре печенье бешереү серен аңлатҡас, балалар йәһәт кенә эшкә тотондо. Һауытҡа өй температураһындағы аҡ май, йомортҡа, шәкәр ҡомо, ҡамыр йомшартҡыс һалып, яҡшылап туғынылар. Артабан он өҫтәгәс, тәрбиәселәр, әсәйҙәр ҡамыр баҫты. Ҡамыр әҙер булғас, йәймәләр йәйелде, балалар кем уҙарҙан төрлө-төрлө печенье формалары менән киҫеп сыҡты. Эш бик ырамлы барҙы. Печеньелар бешеп, һыуытылғас, әҙер контейнерҙарға тултырылды. Ә иң һуңынан “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән яҙыулы ҡаптарға һалынды. Бында ҡайһы бер класс уҡыусылары татлы печеньеларға ҡушып, хаттар ҙа яҙып һалғайны. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар барыһы ла тырыш булып сыҡты. Уларҙың етеҙлегенә “Алтын ҡурай”ҙың ашнаҡсы апайҙары ла таң ҡалып, ҡарап торҙо.
- Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ өйҙә күпселек үҙебеҙ бешерәбеҙ. Балаларҙың ҡыҫылып, артыҡ һорау биреп, түгеп-сәсеүҙәрен хуп күрмәйбеҙ. Ә уларҙың өйрәнергә теләге ҙур. Был эш ике яҡлы һөйөндөрә, беренсенән, яугирҙарға күстәнәс булһа, икенсенән, балалар үҙ ҡулдары менән эшләп, ҙур кинәнес ала. Был эште беҙҙең ашнаҡсылар үҙҙәре лә һә тигәнсе эшләй ала, әммә балалар ҙа бешеренергә, кемгәлер шулай ярҙам итеп булғанын белергә тейештәр, - ти “Алтын ҡурай” етәксеһе Гөлшат Урманшина балаларҙың ихлас печенье бешереүҙәренә күрһәтеп.
Емешле эштән һуң барыһы ла иҫтәлеккә фотоға төшөп, бергә эшләүҙең шатлыҡлы мәлдәрен кисерҙе. Был күстәнәстәр беҙҙең яугирҙарға гуманитар ылау менән бергә тыуған ерҙән Яңы йыл күстәнәсе итеп ебәреләсәк.
Изге теләктәр ҡушып бешерелгән печеньелар яугирҙарыбыҙға барып етеп, күңелдәрен йылытһын һәм кәйефтәрен күтәрһен, иҫән-һау ашаһындар.
* * *
Гимназия коллективы һәм уҡыусылары матур эштәр эшләүҙән, изгелек ҡылыуҙан туҡтамай. 15 декабрь, “Бергә - беҙ көс!” девизы аҫтында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ярҙам партияһын оҙаттылар. Посылкалар эсенә ҡышҡы ауыр шарттарҙы еңеләйтеү өсөн һәм байрам рухын күтәрергә ярҙам итәсәк иң кәрәкле әйберҙәр: йылы кейемдәр (ойоҡбаш, бирсәткә, йылы носки), дарыуҙар һәм беренсе ярҙам өсөн кәрәк-яраҡ, файҙалы аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән Башҡортостан балы, әлбиттә, Яңы - 2026 йылға бүләктәр тултырылғайны. Уҡыусыларҙың йөрәккә үтеп инерлек, йәнгә йылылыҡ биреүсе хаттары айырыуса ҡәҙерле бүләк булып тора. Хаттар менән бергә Яңы йылға ҡотлау открыткалары ла оҙатылды. Гимназистарға күрһәткән йомартлыҡтары, ойошҡанлыҡтары һәм күңел йылылығы, изгелектәре өсөн “афариндар” тиергә генә ҡала. Һеҙҙең был күркәм эшегеҙ тағы ла бер тапҡыр: “Берҙәмлектә – көс” икәнен иҫбатланы.

Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Күстәнәстәр күңелдәрен йылытһын
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас