Рәсих Ишмырҙа улының тыуған көнөндә шахматсылар Имәндәш мәктәбендә шахмат турниры үткәреп, Геройҙы иҫкә алдылар. Рәсих Муллашев бар ғүмерен Имәндәш урта мәктәбендә уҡыусыларға тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем биреүгә арнай, 2016-2021 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй, мәктәптең Тыуған яҡты өйрәнеү-тарихи музейы мөдире була. Өс саҡырылыш Имәндәш ауыл Советы депутаты, шиғри күңелле Р.Муллашев “Табын” район гәзите ҡарамағындағы “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаһы ла ине. Районда оҫта шахматсы булып танылды. 2024 йылдың авгусында үҙ теләге менән контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланып, быйыл йәй Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә ҡаты алыштар ваҡытында батырҙарса һәләк була һәм тыуған ауылында ерләнә.
Турнирҙы асыу мәктәптең тамаша залында үтте. Экрандан Рәсих Муллашевтың тыныс тормошта һәм яу юлдары фотоһүрәттәре күрһәтелде. Асыҡ турнирға районыбыҙ шахматсыларынан тыш, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары шахматсылары килде. Хәтер сараһын асып, Рәсих Муллашевтың бер туған ағаһы – Сәлих Ишмырҙа улы: “Рәсих туғаным МХО-ла һәләк булғандан һуң, ҡыҙҙарым уның бергә шахмат уйнап йөрөгән иптәштәре менән шахмат ярышы үткәреү идеяһын бирҙеләр. Мәктәп директоры Әлфинә Фәрит ҡыҙы һәм башҡалар менән кәңәшләшеп, тап 29 ноябрь көндө турнир үткәрергә булдыҡ. Имәндәш мәктәбендә уҡыған, уҡытыусы, директор булып эшләгән, махсус хәрби операцияла башын һалған Рәсих Ишмырҙа улы Муллашев иҫтәлегенә арналған шахмат турнирын асыҡ тип иғлан итәм”, - тине.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырай. Иҫтәлекле сара Имәндәш ауылы ағинәйҙәре башҡарған йыр менән асылды. Һәм шиғри күңелле Рәсих Муллашевтың шиғырҙарына үрелеп барҙы, шағирҙың ижад емештәрен уҡыусылар һөйләне. Р.Муллашевтың киң эрудициялы шәхес, төплө белемле, шиғыр йәнле, оҫта шахматсы, ауыл тарихы, ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынып, өйрәнеүсе лә булыуы сығыштарҙа ҡыҙыл еп булып үтте. Ағаһы әйтеүенсә, ғаиләлә иң кесеһе булған Рәсих бик зирәк, тырыш булып үҫә, спорт ярата, бик яҡшы уҡый, сабый сағынан – 4 йәшенән шахмат уйнауы, 6-сы класта уҡығанда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләп, үҙенә велосипед һатып алыуы, 10-сы класты тамамлағас, электрогазосварщик һөнәрен үҙләштереүе, артабан пединститутҡа инеп, юғары белемгә эйә булыуы һәм башҡалар тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Имәндәш ауыл биләмәһендәге шахмат турнирында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов: “Өс саҡырылыш Имәндәш ауыл Советы депутаты булараҡ, Рәсих Муллашев менән бергә эшләнек, ул барлыҡ йыйындарҙың, сараларҙың уртаһында ҡайнаны, ауыл өсөн хеҙмәт итте. Турнирҙы ойоштороп уҙғарыусыларға, Сәлих ағайға һәм ғаиләһенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, киләсәктә лә ошондай турнирҙарҙы да-уам итербеҙ, тип ышанам. Махсус хәрби операцияға ауылыбыҙ биләмәһенән 15 егет китте, республиканың башҡа ҡала-райондарынан китеүселәр менән бергә иҫәпләгәндә дөйөм һаны – 35, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуларҙың 9-ы һәләк булды. МХО тиҙерәк тамамланып, егеттәребеҙ тыныс тормошҡа ҡайтһындар”, - тине.
Артабан һүҙ район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, мәғариф ветераны, Имәндәш мәктәбендә күп йылдар директор булып эшләгән Ғәлинур Ҡалмырҙинға бирелде.
- Бөгөнгө иҫтәлекле сараны уҙғарып, Рәсих ҡустыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә бер аҙым яһайбыҙ һәм был аҙымдар киләсәктә тағы ла ырамлыраҡ булыр, тип ышанам, - тине Ғәлинур Зиннур улы. – Рәсих Имәндәш ауылы тарихына, мәктәбенең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә үҙенең тос өлөшөн индергән кеше. Ул шиғри күңелле кеше ине, матур-матур шиғырҙар яҙҙы, уның бар шиғырҙарын туплап, китап баҫтырырға кәрәк, был да уның исемен мәңгеләштереүгә бер аҙым булыр ине. Ул мәктәптә матур музей булдырып, экспонаттар менән тулыландырып, уның эшенә етәкселек итте. Был да тыуған ауылының киләсәген хәстәрләү булып тора. Бер шиғырында күренеүенсә, ул һуғыш яланында ятып, Таш-Аҫты менән Имәндәште бәйләп торған күперҙең яҙмышы тураһында уйлаған. Ысынлап та, ул оло йөрәкле, төплө белемле, киң даирәлә фекер йөрөткән, ныҡ үҫешкән шәхес булды һәм шулай булып беҙҙең күңелдә һаҡланасаҡ. Беҙ уның алдында бурыслы булып ҡалабыҙ, ул беҙҙең тыныс киләсәгебеҙ өсөн үҙ ғүмерен сарыф иткән кеше. Бөгөнгө эшкә уның рухы шатланыр. Сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендә яҡты эҙ ҡалдырыр. Барыбыҙҙың да бергәләп Рәсих ҡустыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өҫтөндә тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә этәргес булыр, тип ышанабыҙ, - тине Ғ.Ҡалмырҙин.
Рәсих Муллашевтың тәүге уҡытыусыһы Рәмилә Мәхмүтова, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, Ҡауарҙы ауылынан Сабир Исхаҡов, Имәндәш мәктәбе директоры Әлфинә Мәхмүтова матур хәтирәләр менән иҫкә алды. Әлфинә Фәрит ҡыҙы Рәсихтың һуғышҡа үҙ теләге менән барыу сәбәбе тураһында: “Рәсих Ишмырҙа улы менән телефон аша һөйләшкәндә, һин нишләп унда, һинең ҡулда автомат түгел, ә ручка ғына булырға тейеш, тигәндә, ул, нисек мин тарих уҡытыусыһы булып, балаларға тарихты, һуғыш тураһында үҙем төптән белмәйенсә һөйләйем, уны үҙ күҙҙәрем менән күрергә тейешмен, тигән яуап алдым”, тине һәм йыл һайын тап 29 ноябрҙә мәктәптә шахмат турнирын үткәрәсәктәрен әйтеп үтте. “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе Гөлшат Вәлиева әҙәби берекмә исеменән шахмат турнирына приз өсөн бүләк, бы-йыл нәшер ителгән “Мағаш та-уышы” китабын (Р.Муллашевтың шиғырҙар шәлкеме лә урын алған) тапшырҙы һәм шағирҙың шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Ил именлеге, яҡты киләсәк өсөн ғүмерен биргән Рәсих Муллашев ошо ҡыҫҡа ғына йәшәгән ғүмерендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул ауылдаштарының, яҡындарының күңелендә мәңге йәшәр. Ә беҙгә, бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы булып йәшәргә лә, әле йәшәргә. Ғүмер ҡәҙерен беләйек, дуҫтар, ғүмер – бер генә, тип тамамланы сараны алып барыусылар Рәмилә Мәхмүтова менән Рәзилә Зөбәйҙуллина.
Артабан шахмат турнирында ҡатнашыусы шахматсылар ярыш үтәсәк кабинетҡа үтте. Бында Имәндәш, Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Красноусол ауылдары һәм Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарынан биш тиҫтәгә яҡын шахматсы зирәклектә көс һынашып, Рәсих Муллашевты иҫкә алды. Турнирҙа Ҡауарҙы ауылы егете, шахбокс буйынса донъя чемпионы Илсур Сабир улы Исхаҡовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Һәр шахмат таҡтаһында үҙ еңеүселәре билдәле булды. Аталы-уллы Сабир һәм Илсур, Рәмис Исхаҡовтар, Раил Камалетдинов, Юлай Мәжитов еңеүсе булып танылды. Командалар араһында ҡауарҙыларға етеүсе булманы, улар 1-се урын яуланы, ҡырмыҫҡалылар – 2-се, архангелдәр – 3-сө урында. Блиц-турнирҙа Альберт Рәхимовҡа – 1-се, Рәис Абдуллинға – 2-се, Сабир Исхаҡовҡа 3-сө урын бирелде. Берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ - Рәсих Ишмырҙа улының уҡыусыһы Иҫке Тайыш ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Красноусолда йәшәүсе Рәмилә Вәлиева ҡатнашып, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. 29 ноябрҙә тыуған көнөн билдәләүсе Сабир Исхаҡов “Табын” район гәзитенең махсус призы менән бүләкләнде. Хәтер сараһы – шахмат турнирын ойоштороп уҙғарыусы Муллашевтар ғаиләһе һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Имәндәш мәктәбе коллективына, тәмле аш-һыуҙары менән һыйлаған ашнаҡсыларға, ауыл ағинәйҙәренә, судьялар Сабир Исхаҡов менән Рәфис Рәшитовҡа, Архангел районынан шахматтар алып килгән Альберт Рәхимовҡа, Геройҙың ағаһы - мәктәп уҡытыусыһы Сәлих Муллашевҡа республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре профкомынан бирелгән матди ярҙам өсөн район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Насировҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.