Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Декабрь 2025, 09:00

Һинең менән ғорурланабыҙ!

Бөгөн махсус хәрби операцияла булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың һәр береһе тыуған илебеҙҙең именлеген тәьмин итеп, Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә, батырлыҡтар ҡыла. Күптән түгел Талбазы хәрби комиссариатында Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары, майор Денис Ринат улы Ғималов яҡташыбыҙ, махсус хәрби операция яугиры Айрат Марат улы Мәүлетҡоловтың “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тормош иптәше Гөлфиә Рәүф ҡыҙына тапшырҙы. Был ҡаһарманлыҡ билдәһе булған миҙалды үҙ ҡулына алып, ғорурлыҡ кисергән гүзәл ҡатын менән беҙгә лә ошо мәлдәрҙә һөйләшеп алыу насип булды.

Һинең менән ғорурланабыҙ!
Һинең менән ғорурланабыҙ!

Гөлфиә Рәүф ҡыҙы тантаналы мәлде һөйләп: “Наградаға тәҡдим ителгәс, үҙе лә көттө. Ни хәл итәһең, миҙалды беренсе булып үҙ ҡулына ала алманы. Ярай, иҫән-һау ҡайтып, ғорурланып тағып йөрөргә яҙһын. Был миҙалды ҡулға алғас, башта күҙгә йәштәр тулып, илап та алдым, һуңынан ғорурлыҡ хисе ялмап алды. Әле Айрат менән бәйләнеш тә өҙөлөп тора, көн дә шылтыратыр тип көтәбеҙ”, - ти ул.
Айрат Марат улы Сәйетбаба ауылында тыуып, 1-се класты ошо ауылда уҡый, артабан Йөҙимән мәктәбендә белем ала. Стәрлетамаҡта иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 2017 йылдың авгусында Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Гөлфиә Рәүф ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өй һатып алалар, уны ремонтлап ҙурайтҡандар. Һәр саҡ өләсәһе Миңлегөл Фәхретдинованы яҡын күреп, уны ҡәҙер-хөрмәтенән ташламай Айрат. Махсус хәрби операцияға тиклем Себерҙә вахта ысулы менән монтажсы булып эшләй. 2024 йылдың 26 авгусында үҙ теләге менән МХО-ға барырға килешеү төҙөй һәм ил һағына баҫа. Әле Покровский йүнәлешендә һөжүм итеүсе булып хеҙмәт итә, хәрби бурыс үтәү ваҡытында бик бәйләнешкә лә сыға алмай. Мәүлетҡоловтарҙың ғаиләһендә дүрт бала үҫеп килә. Айҙар 1-се класта уҡыһа, алты йәшлек Айзилә, өс йәшлек Айбулат һәм ике йәшлек Әминә балалар баҡсаһына йөрөй.
- Яраланып, ҡулын һындырып госпиталгә эләккәс, күршеләребеҙ Света, Илнур Ғәлиәхмәтовтар ярҙамы менән Һамар ҡалаһынан үҙем барып алғайным. Шуға ла балалар: “атайҙы алып ҡайт”, тип миңә ялбарып ҡарайҙар, улар ҙа һағына инде. МХО-ға ла Айрат “мин барам” тине лә ҡуйҙы. Уға лидерлыҡ, дөрөҫлөк, ғәҙеллек сифаттары хас. Үҙе: “Ҡайғырмағыҙ, мин ҡайтам”, - тип тынысландыра. Айраттың туғаны Гөлназдың да тормош иптәше Илнур МХО-ла. Әле бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ, - ти Гөлфиә Рәүф ҡыҙы балаларының да аталарын өҙөлөп көтөүҙәрен һөйләп.
“Батырлыҡ өсөн” миҙалына Айрат Марат улы Ватанды һаҡлауҙа һәм хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн лайыҡ булған.
Ҡаһарман яҡташыбыҙға имен-аман йөрөп, тыуған яҡтарына, ғаиләһенә Еңеү менән ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ һәм шундай батырыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ!

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы илдең хәрби ведомствоһының Берҙәм белешмә хеҙмәте һандарына - 117, 122 йәки (347) 218-19-19 телефон һандары буйынса,

Ғафури районында йәшәүселәр иһә Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Красноусол хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пунктына +7 (34740) 2-14-57, +7 965 652-40-92 телефон һандары буйынса йәки Күп функциялы үҙәктең офисына (Красноусол ауылы, Октярь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.

Һинең менән ғорурланабыҙ!
Һинең менән ғорурланабыҙ!
Һинең менән ғорурланабыҙ!
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас