- Алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ беҙҙе һәр ваҡыт шатланып, түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Үҙҙәренә даими ярҙам итеп, бик кәрәкле булған техника, башҡа әйберҙәр менән тәьмин иткәндәре өсөн район халҡына сикһеҙ рәхмәтлеләр, - ти МХО башланғандан бирле әленән-әле хәүефле оҙон юлға сығып, яугирҙарға гуманитар ярҙам алып барған Илфат Рәхимйән улы. - Был юлы ылауға ике автомобиль, мотоцикл, “УАЗ-469” машинаһы, генераторҙар, йылытҡыстар, мейестәр, инструменттар, маскировкалау селтәрҙәре, дрондарҙан ҡурсалаған пончо, юрған, аҙыҡ-түлек, исемле посылкалар, медикаменттар, йылы кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барҙыҡ.
Бөтә ошо әйберҙәрҙе туплауҙа район эшҡыуарҙары, төрлө ойошмалар, учреждениелар, мәктәптәр һәм, әлбиттә, халыҡ әүҙем ҡатнашты. М.Шайморатов исемендәге һәм “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр штабы даими рәүештә ҡайҙан, кемдән ниндәй ярҙам килеүе хаҡында мәғлүмәт биреп бара. Ә инде алғы һыҙыҡҡа килтерелгән әйберҙәр яугирҙарҙың һорау-үтенестәренә ярашлы бүленә. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар Айрат менән Лилиә Әхмәтова ебәргән “УАЗ-469” машинаһы Покров йүнәлешендәге штурмлаусыларға тапшырылған. Йәнә бер еңел машина “Перекуп” позывнойлы яугирға бүленгән. Мораҡ ауыл биләмәһе ебәргән “Урал” мотоциклы ла тәғәйен яугирға бирелгән. Урындарҙағы госпиталдәрҙә дауаланыусыларға ла өлөш сығарылған.
- Өйһәң күп, таратһаң - әҙ, тигәндәй, бер кемде лә иғтибарһыҙ, өлөшһөҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Был юлы хатта Херсон өлкәһенең иң төпкөл нөктәһендә булып, бер тапҡыр ҙа ярҙам алмаған Красноусол егете – “Лев” позывнойлы яугирға ла барып етә алдыҡ, - ти Илфат Рәхимйән улы. – Махсус әҙерләнгән Яңы йыл күстәнәстәрен дә барыһына ла еткерергә тырыштыҡ. Ғөмүмән, юғарыла әйтеп үткәнемсә, беҙҙең именлегебеҙҙе һаҡлаған яҡташтарыбыҙ ғына түгел, улар менән бергә булған башҡа яугирҙар ҙа ғафуриҙарға бик рәхмәтлеләр.
Хәйер, ирекмәндәр штабы чатында ла әленән-әле алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың видеояҙма-хәбәрҙәрен уҡырға була. Мәҫәлән, "Лис", "Газик", "Черный", "Кот" позывнойлы яҡташтарыбыҙ, 622-се дивизияның 1-се батальоны яугирҙары даими ярҙамдары, күстәнәстәре һәм бөгөнгө көндө үҙҙәренә бик мөһим булған әйберҙәрҙе ваҡытында әҙерләп ебәргәндәре өсөн тотош район халҡына, маскировкалау селтәре үреүсе, дронға ҡаршы юрғандар теккән ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
- Яҡын араларҙа тағы ла гумконвой оҙатыласаҡмы һәм бөгөн яугирҙарға беренсе сиратта нимәләр кәрәк? - тип һорайым Илфат Рәхимйән улынан.
- Әлбиттә барабыҙ. Урыны-урыны менән ысын ҡыш унда ла: ҡар, әсе ел, ҡаты һалҡындар. Бөгөн ундағы егеттәргә бик ауыр. Оҙаҡламай, ғинуарҙың 20-ләренән һуң Афған һуғышы ветераны Әлфир Исхаҡов менән уның “УАЗ”-“буханка” машинаһында йәнә Курск, Белгород өлкәһе тарафтарына юлланырға уйлашабыҙ. Дөйөм алғанда, бөгөн һәр йүнәлештәге алғы һыҙыҡта беренсе сиратта газ плитәһе менән баллондар, плитка-йылытҡыс, ялан шарттарында тиҙ әҙерләнә торған аштар, тушёнка, консервалар, еүеш салфеткалар, йылы кейемдәр, медикаменттар, шифалы үләндәр (айырыуса мәтрүшкә һорайҙар), мейестәр, ҡышҡы варианттағы маскировкалау селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеял һәм башҡалар талап ителә. “Тепловодоснабжение” ЯСЙ-е эшселәре Александр Швецов менән Павел Казаков егеттәргә ебәреү өсөн 12 мейес әҙерләп тә ҡуйҙы. Кәрәкле әйберҙәр тупланыу менән юлға сығабыҙ инде. Йәнә февралдә райондан гумконвой ебәреү планлаштырыла, - тип яуапланы ул.
Эйе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ул төбәккә хас булмаған һалҡында, ялан шарттарында көн күрә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаждар. Махсус хәрби операцияның тиҙерәк һәм Еңеү менән тамамланыуы өсөн беҙ, тылдағылар, уларға ысын мәғәнәһендә ышаныслы тыл булып, һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ. Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә.
Мәрхәбә Собханғолова.