Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Ғинуар , 09:38

Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк илебеҙ халҡы фронтҡа ярҙам итеү өсөн берләште. Тылдағылар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итә: маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, башалтайҙар бәйләйҙәр, кәрәк-яраҡ әйберҙәр тегәләр, гуманитар ярҙам йыялар һәм гумконвойҙар ебәрәләр... Һәр кем мөмкин булғандың барыһын да эшләй, ул әйберҙәр яуҙа бик кәрәк.

Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Ирекмәндәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Уларҙың мөһим, дөйөм эшкә индергән өлөшө иғтибарһыҙ ҡалмауы ҡыуаныслы. Күптән түгел Ташлы ауылынан Евгения Сергеевна Таирова (һүрәттә) “Махсус хәрби операцияға ярҙам иткәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Был наградаға уны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы тормош иптәше Павел Таиров хеҙмәт иткән хәрби частың командованиеһы тәҡдим иткән һәм ялға ҡайтҡанда ҡатынының ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп, тапшырғандар.
Әлеге көндә Павел Борисович МХО-нан өс аҙналыҡ ялға ҡайтҡан. Улар дүрт бала үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Элина Өфө ҡалаһында, Әмерхан, Лилиә, Эмилия Ташлы мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр. Бар ергә лә өлгөр, уңған хужабикә – Евгения Сергеевна ауыл китапханаһында китапханасы, эштән буш ваҡытында маскировкалау селтәрҙәре үрә. Материалдарҙы ла үҙе табып, һатып ала.
- Берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, яҡташтарыбыҙҙың, тормош иптәштәребеҙҙең тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, - ти Евгения Таирова.
Тылдағыларҙың ҙур ярҙамы, изге эштәре менән көслөбөҙ. Евгения Сергеевна кеүек тырыш, ышаныслы, ил хәлен аңлап эш иткән ҡатындар булғанда, ғаиләләре лә ҡараулы, яугирҙарға ярҙам да барып тора. Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!

Автор: Альфия Валиева
Читайте нас