Эльдар Басиров - Сахалин өлкәһенең Холмск ҡалаһында тыуып үҫә. 1993 йылда ғаиләләре менән Ватан ауылына күсеп килеп, ошонда төпләнәләр. Ата-әсәһе сығыштары менән Башҡортостандан. Әсәһе – Фатима Хөсәйен ҡыҙы Асҡын районынан. Эльдар үҙ атаһын хәтерләмәй ҙә тиерлек, үгәй атай (Рәшит Солтанбәков) тәрбиәһендә үҫә, ул Аҡкүл ауылынан, мәрхүм инде. Мәктәп тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 3-сө һөнәрселек училищеһында төҙөүсе-дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры һөнәрен алып, дипломлы булғас, Ҡораллы Көстәр сафына алына. Уссурийскиҙа айырым һауа-десант ғәскәрҙәренең разведротаһында хеҙмәт итә. Ике йылдан һуң, һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта төҙөлөш идаралығында төҙөүсе, ташсы-монтажсы булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан ситкә йөрөп, вахта ысулы менән һайлаған һөнәре буйынса эшләй.
Әрмелә разведчик булып хеҙмәт итеүе уның холоҡ-фиғелен сыныҡтыра, яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек сифатын булдыра. Сәләмәтлегенә зарланмаған, көслө рухлы ир-уҙаман 2023 йылдың яҙынан алып МХО-ға барыу тураһында уйлана. Көҙгә, октябрҙә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бахмут йүнәлеше буйынса штурмлаусылар подразделениеһында алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.
2024 йылдың ғинуар аҙағы Эльдарҙың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡала. Сержант Э.Басиров етәкселегендәге төркөм дошман тылының эсенә үк үтеп инеп, өс тәүлек буйына алғы позицияла оборонала тора. Бина эсендә дошман һөжүменә ҡаршы алыш - атыштар ваҡытында яугир ҡаты яралана: пуля ярсығы уң аяғына тейеп, уны яралай. Хәрәкәтләнә алмағас, яуҙаштары бина эсендә ҡаплап ҡалдырып, һуңынан килеп алалар. Урында тәүге ярҙам күрһәтелеп, яугирҙы тылға, хәрби часҡа килтерәләр. Яугир Мәскәүҙәге Бурденко исемендәге хәрби госпиталгә оҙатыла, артабан һуғыш ветерандары госпиталендә дауалана. Эльдар Таһир улы Бахмут районында Ивановка ауылындағы позицияны һаҡлағанда тап ошо ҡаты һөжүм ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән наградлана.
- МХО-ға юлланыусылар тураһында халыҡ араһында “аҡса артынан киткән” тигәнерәк фекер таралған. Шулай ҙа алғы һыҙыҡта ысын илһөйәрҙәр, аҡса тип түгел, ә илебеҙҙең именлеге, балаларҙың бәхетле киләсәге өсөн ҡулына ҡорал алыусылар күберәк. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, һәләк булыусылар урынына икенселәр баҫып, яуға инә. Еңеүгә ышаныс, Ватанға һәм яҡындарыңа һөйөү беҙгә көс бирә. Унда хәрби туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ тойғоһо бик көслө. Эргәңдәгеләр бер туғаныңдай иң яҡын кешегә әйләнә. Бер-берең өсөн борсолаһың, яҡларға, һаҡларға тырышаһың. Һөжүм ваҡытында яраланғас, тап яуҙаштарым – алты кеше - һөжүм урынынан носилкалар менән алып сығып, беренсе ярҙам күрһәтте, ә үлемдән ҡотҡарыусым “Коля” позывнойлы үзбәк егете ине. Шулай уҡ бронежилетым да үлемдән ҡотҡарҙы, тип әйтә алам, - ти, дошман менән күҙмә-күҙ алышҡанда иҫән ҡалыуында яуҙашына рәхмәтле булып, Эльдар. Яу юлдары тураһында бик күп һөйләне ул, әммә барыһын да яҙып бөтөү мөмкин түгел.
- Хәрби хеҙмәттә булған яуҙаштарым менән бәйләнеште өҙмәйем, хәбәрләшеп торам, гуманитар ярҙам әҙерләп оҙаттыҡ. Минең МХО-ға ҡабаттан әйләнеп ҡайтырға уйым бар ине, хәрби комиссариаттан Мәскәүгә запрос ебәргәйнем, бәлки, БПЛА операторы, полигонда инструктор булып булһа ла хәрби хеҙмәтте дауам итермен тип, әммә барыһынан да кире яуап алдым. Үҙебеҙҙәге хәрби комиссариатҡа эшкә саҡырыуын - саҡыралар. Аяҡҡа тағы ла операция яһатырға кәрәк, - ти ветеран.
Яугир 2025 йылдың майында демобилизацияланып (2-се төркөм инвалидлыҡ бирелә), Ватан ауылына әйләнеп ҡайта. Әңгәмәләшкән ваҡытта Эльдарҙың ауырлыҡ-һынауҙар һындырмаған күңелен, күҙҙәрендә йылмайыу күреп һоҡландыҡ. Ҡаһармандың янында – яуҙан көтөп алған ҡатыны Лилиә Салауат ҡыҙы (2023 йылда өйләнешкәндәр), ул ныҡлы терәгенә, уны аңлап торған ышаныслы таянысына әйләнгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһында фатирҙары бар, ҡатынының Ватан ауылында ата-әсәһе йәшәгән йорттоң икенсе яҡ өлөшөн һатып алып, ошонда төпләнеп йәшәйҙәр. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының “Инвалидлыҡ алған МХО ветерандарына торлаҡты яраҡлаштырыу” программаһына ярашлы, реабилитация сараһы менән тәьмин ителәсәк. 10 йәшлек Лиза менән 15 йәшлек Алина Красноусолдағы 2-се урта мәктәпкә йөрөп уҡыйҙар. Ҡыҙҙары ла ҡаһарман үгәй атайҙары менән ғорурлана.
Эльдар Басиров дүрт стенаға бикләнеп ҡалмай, төрлө патриотик әһәмиәтле сараларға, осрашыуҙарға саҡыралар, форумдарҙа ҡатнаша. Демобилизацияланған махсус хәрби операция ветераны булараҡ, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды проектына ярашлы, социаль адаптация үтеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, алдағы көндәргә ҙур пландар менән йәшәй. Уңыштар һиңә, Герой!