Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Ғинуар , 10:28

“Осрашыуҙан рух күтәренкелеге алабыҙ”

Үткән аҙнала Красно-усол мәсете янындағы кафела яраланыу сәбәпле ялға ҡайтҡан яугирҙар менән сираттағы осрашыу үтте.

“Осрашыуҙан рух күтәренкелеге алабыҙ”
“Осрашыуҙан рух күтәренкелеге алабыҙ”

Миңлеғәли Шайморатов исемендәге район ирекмәндәр штабы “Ышаныслы тыл” көмөш ирекмәндәре менән берлектә ойошторған осрашыуға Эдик Ғилманов, Винер Хөсәйенов һәм Сергей Чернов килгәйне. Сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе етәксеһе Гүзәл Килдебаева, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, төрлө ауылдар ирекмәндәре һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Төрлө ризыҡтарға бай, мул өҫтәл артында үткән осрашыуҙы асып, Красно-усол мәсетенән Рәшит хәҙрәт махсус хәрби операцияның тиҙерәк Еңеү менән тамамланып, еребеҙҙә, илебеҙҙә именлек, һиллек урынлашыуын, бөгөнгө көндә ут эсендә йөрөгән барса яугирҙарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп, ҡөрьән аяттары уҡыны. Артабан М.Шайморатов исемендәге штаб етәксеһе Рәмзиә Насирова район ирекмәндәренең эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үткәндән һуң, осрашыуға килгән яугирҙарға һүҙ бирелде. Улар үҙҙәренең ҡайҙа һәм нисек хеҙмәт итеүҙәре, алғы һыҙыҡта ниндәй хәрби бурыстар үтәүҙәре тураһында һөйләне. Ҡотлоғужанан Винер Хөсәйенов тураһында гәзитебеҙҙә лә яҙып сығылғайны. Ҡаты яраланғандан һуң демоблизацияланған яугир һаман да дауаланыу өҫтөндә. Тылда булһа ла, күңеле менән ул һаман да хеҙмәттәштәре, яуҙаштары янында. Игенйылға ауылынан булып, осрашыуға ҡултыҡ таяҡтарында килгән Эдик Ғилмановтың өсөнсө тапҡыр яраланыуы икән. Әйткәндәй, “Пастух” позывнойлы яугирҙың бындай осрашыуҙа икенсе тапҡыр ҡатнашыуы. Бынан бер нисә йыл элек үткән осрашыу ваҡытында ла ул Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Андрей Мигунов менән бер полкта булыуҙары, ә үҙенең разведчик булып хеҙмәт итеүе тураһында һөйләгәйне.
- Улым Вадим протезда килеш ут эсендә йөрөй. Аяғыма баҫыу менән мин дә кире алғы һыҙыҡҡа китәсәкмен, унда утты-һыуҙы кискән тәжрибәле яугирҙар бик кәрәк, - ти ул.
2023 йылдан контракт буйынса махсус хәрби операция биләмәһенә юлланып, Донецк йүнәлешендә штурмлаусы булып хеҙмәт иткән Сергейҙың да аяғы ныҡлы зыян күргән. Ул – Ташлы ауылынан, МХО-ла һәләк булған яугир Максим Черновтың ике туған ҡустыһы булып сыҡты. Яугирҙарҙың һәр береһе райондаштар тарафынан әҙерләнеп, тыуған яҡ сәләме булып килеп еткән посылкаларҙы алыуы алғы һыҙыҡтағылар өсөн оло шатлыҡ икәнен билдәләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. - Посылкалар, хаттар, өй ризыҡтары беҙгә рух, дәрт бирә, ышанысты нығытып, еңеүгә көс өҫтәй, - тине яугирҙар.
Район хакимиәте вәкиле Гөлнара Ринат ҡыҙы, Эльвира Әнүәр ҡыҙы, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре Харисовтар, Мөхәрмәтовтар ғаиләһе һәм көмөш ирекмәндәр осрашыуға килгән яугирҙар йөҙөндә бөгөн илебеҙ именлеге өсөн аяуһыҙ көрәшкән барса ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, барыһының да еңеү менән һәм иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын, яугирҙарҙың тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.
- Ниндәй генә һуғыш булмаһын, тылдың ышаныслы булыуы мотлаҡ. Сөнки ышаныслы тыл - еңеүҙең яртыһы, ти торғайны Андрей Павлович. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ һеҙҙең ышаныслы тылығыҙ булып, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Любовь Александровна.
Осрашыу барышында алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам әҙерләү, уны оҙатыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Был тәңгәлдә инде кемделер айырып күрһәтеү мөмкин түгел, һәр ауыл халҡы бер төптән булып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Шулай ҙа ошо көндәрҙә генә төрлө үлсәмдәге 400-се маскировкалау селтәре үреп, сираттағы гумконвой менән уны алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан “Ышаныслы тыл”дың көмөш ирекмәндәренең фиҙаҡәрлеген билдәләп үтке килә.
Сара барышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләгән Рәмзиә Сергеевнаны ҡотлап, уға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы, уға башҡалар ҙа ҡушылып, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Осрашыу һуңында сараға килгән яугирҙарға махсус әҙерләнгән бүләктәр тапшырылып, барыһы ла батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтеп, тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.
М.Мәмәтҡолова.

“Осрашыуҙан рух күтәренкелеге алабыҙ”
“Осрашыуҙан рух күтәренкелеге алабыҙ”
“Осрашыуҙан рух күтәренкелеге алабыҙ”
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас